

“Йәйләү”ҙә күңелле
28 май, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Йәйләү” ял итеү үҙәге үҙ эшен башлап, бында балалар бик теләп, шатланып йөрөйҙәр.
Улар ошо ваҡыт эсендә юл ҡағиҙәләрен ҡабатлап, Рәшиҙә Хөсәйен ҡыҙы, Алина Айҙар ҡыҙы, Лилиә Зәйнетдин ҡыҙы үткәргән “Юл ҡағиҙәләре белгестәре” тигән сарала ҡатнашҡандар, тәрбиәселәре Альбина Рәжәп ҡыҙы менән мауыҡтырғыс йәнһүрәт иленә сәйәхәт ҡылғандар. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә тәрбиәселәр Саимә Мотаһар ҡыҙы менән Лилиә Айрат ҡыҙы балалар һабантуйы уҙғарған. Өлкән класс уҡыусылары “Урал батыр” эпосына арналған “Урал батыр тоҡомдары” тип аталған сара менән, "Марвай" ял итеү үҙәгенә сәйәхәткә барып, атта һыбай йөрөгәндәр, башҡорттарҙың боронғо яу ҡоралдары - суҡмар, һөңгө, сыбыртҡы менән дә эш итеп ҡарағандар. Рус теле көнөнә арналған фәһемле сара ла мауыҡтырғыс булған. Үҙәк район китапханаһы “Урал батыр” эпосы аҙналығына арналған “Һомайҙа ҡунаҡта” тип аталған сара ойоштороп, балалар Һомай һәм Урал ролдәрендә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, ҡағыҙҙан Һомайҙар эшләп, төрлө һорауҙарға яуап биргәндәр, эпостың йөкмәткеһенә төшөнгәндәр, шулай уҡ экологик сарала белемдәрен арттырғандар. “Урал батыр” эпосы аҙналығына ҡарата сәмле лә, мауыҡтырғыс та, күңелле лә “Ырыу батыры” тигән сара үткән. Рәшиҙә Хөсәйен ҡыҙы һәм өлкән класс уҡыусылары сая егеттәребеҙгә төрлө һынауҙар әҙерләгән. Иң сос, өлгөр, етеҙ егеттәр - Искәндәр Ғарифуллин һәм Марсель Саранцев булған. Шулай уҡ балалар Янғын һағы ойошмаһында ҡунаҡта булып, Евгений Николаевич балаларға уттан һаҡланыу ҡағиҙәләрен бик ентекле һөйләгән, янғын һүндереү ысулдары менән таныштырған һәм ойошма буйлап сәйәхәт тә үткәргән. Балалар “Перәник өйө”ндә лә ҡунаҡта булғандар. Улар төрлө төҫлө буяуҙар менән татлы перәниктәр биҙәгән. “Күркәм дөйәғоштар” иленә лә сәйәхәт ҡылғандар.
“Йәйләү”ҙәге балаларҙың ялы сағыу тәьҫораттар ҡалдырһын, лагерҙа үткән көндәре файҙалы һәм күңелле булһын өсөн бындағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, етәкселек бөтә тырышлығын һала. Балалар ҙа мауыҡтырғыс ял өсөн сикһеҙ ҡәнәғәт.
Ҡоймаҡ еҫенә һәм шатлыҡҡа тулған көн
10 июндә Имәндәш мәктәп лагерында ысын байрам - Ҡоймаҡ һәм шулай уҡ көтөлмәгән сюрприздар көнө булған.
Иртән йәйге мәктәп лагерына ҡунаҡтар - ағинәйҙәр, ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре килеп, улар матур концерт, үҫемлектәр, шифалы үләндәр тураһында танып-белеү әңгәмәһе бүләк иткән. Бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы булған был осрашыу.
Ҡунаҡтар төркөмөнә күрше Үзбәк ауылы ағинәйҙәре ҡушылыуы айырыу-са һөйөнөслө булған. Уларға дуҫлыҡ һәм тәм-том кәрзине лә алып килгән.
Мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, балалар һәм атай-әсәйҙәр ҡамыр ризыҡтары фестивале ойошторған. Бында нимә генә булмаған: төрлө эслек һалып уралған, төрөлгән, йоҡа һәм ҡалын ҡоймаҡтар, телеңде йоторлоҡ ҡайнатмалар урын алған.
Ҡул эштәре күргәҙмәһе лә күҙҙең яуын алып торған. Ағинәйҙәрҙең оҫталығына һоҡланырлыҡ.
Көн ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм бешергән әйберҙәрҙе ауыҙ итеп, тәм-томға бай булған.
Ял файҙалы үтә
Яңғыҙҡайын мәктәбендә лә балаларҙың йәйге ялы күңелле һәм файҙалы үтә. “Дуҫлыҡ” көндөҙгө лагерында уларҙың иртәһе әүҙем физкультура күнекмәләре эшләүҙән башланып, һәр көнгә бер ҡыҙыҡлы сара үткәреү ҡаралған.
Рәсәй көнө алдынан мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Ватаным менән ғорурланам” Бөтә Рәсәй акцияһына ғорурлыҡ менән ҡушылып, “Рәсәй сәскәләре” акцияһы сиктәрендә мәктәп биләмәһенә сәскәләр ултыртҡандар. Хәҙер мәктәп ихатаһы тағы ла матурыраҡ, сағыуыраҡ буласаҡ.
Уҡыусылар өсөн директорҙың кәңәшсеһе Г.Н.Сабитова “Мин Рәсәйҙә йәшәйем” мауыҡтырғыс уйын-сәйәхәт ойошторған. Бында балалар тыуған ил, уның символдары һәм тарихы тураһында белемдәрен тикшергән, сослоҡтарын һәм команда көсөн күрһәткән.
Уҡытыусылар: “Беҙ балаларҙы үҙ илебеҙҙе һүҙҙә генә түгел, ә ғәмәлдә лә яратырға өйрәтәбеҙ. Йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм бөтәбеҙҙең дә баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө булыуын теләйбеҙ”, - тиҙәр.