

“Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева ҡыҫҡаса гәзиттең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр тураһында ла һөйләп үтте. Һуңынан балалар “Табын”дың интернет төркөмөндәге сәхифәләренә кереп, “дуҫлыҡ” булдырҙылар, гәзиттең нисек эшләнгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр. Был нисә минутлыҡ ҡына осрашыу, ике яҡлы ҙур күпер булдырҙы. Саф башҡорт телендә сыҡҡан гәзит менән ҡыҙыҡһынып, балаларҙы ла ошо баҫма менән таныштырырға килтергән уҡытыусы-тәрбиәселәргә рәхмәт, киләсәктә лә бәйләнеш өҙөлмәһен. Шуныһын да әйтергә кәрәктер, күп балалар районыбыҙҙа башҡорт телендә гәзит сыҡҡанын белмәй. Был тәңгәлдә атай-әсәйҙәр ҙә уйланһын ине. Беҙ балаларыбыҙ башҡортса һөйләшә белмәй тип зарланабыҙ, ә өйөбөҙгә гәзиткә яҙылырға уйлап та ҡарамайбыҙ. Әйҙәгеҙ, башҡортса сыҡҡан гәзиттән уларҙы мәхрүм итмәйек, телебеҙгә, милли баҫмабыҙға һөйөү уятайыҡ, һәр саҡ бергә булайыҡ!