

Йыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан һөнәр оҫталарына оло рәхмәтен еткерҙе.
- Беҙ тарихтың иң ауыр осоронда йәшәйбеҙ. Һәм иң дөйөм маҡсатҡа – үҙ ғүмерҙәрен Еңеү өсөн барыһын да эшләүгә бағышлаусылар ҙур ихтирамға лайыҡ. Беҙҙең журналистар тап шундай.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн 5-се медиафорум үткәрәбеҙ. Был уларҙың һәр береһенә мөһим эштәре өсөн рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Тап улар халыҡҡа еңел булмаған һәм ҡатмарлы осор, яҡташтарыбыҙ һәм уларға ярҙам итеүселәр тураһында дөрөҫлөктө һөйләйҙәр. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, махсус хәрби операция зонаһына баралар. Беҙҙең яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыялар, эштән һуң маскировкалау селтәрҙәре бәйләйҙәр. Көн һайын иң ҡаты мәғлүмәт һөжүмен кире ҡағалар. Республика киң мәғлүмәт саралары – беҙҙең төп партнёрҙарыбыҙ, йәмғиәтебеҙҙең торошо һеҙҙең эшегеҙгә ныҡ бәйле. Бөгөнгө асыҡ, киҫкен һәм тәрән йөкмәткеле һөйләшеү өсөн рәхмәт. Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәм, - тине төбәк етәксеһе үҙ сығышында.
Ил өсөн һынылышлы осорҙа киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Журналистарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, яуаплылығы, патриотик ҡарашы йәмғиәттең тотороҡло үҫешен тәьмин итә, ҡатмарлы ваҡытта ла ил берҙәмлеген һаҡлай. Журналистар өсөн тотороҡло эш графигы юҡ тип әйтергә мөмкин. Эш көнө йәшәү рәүешенә әйләнгән хеҙмәткәрҙәр һәр саҡ ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнай.
Башҡортостанда бишенсе тапҡыр ойошторолған Медиайыйын “Барыһы ла еңеү өсөн!” девизы аҫтында үтте. Республика Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙы телгә алып, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәр статусы тәү башлап беҙҙең республикала индерелде. Ҡәләм тирбәтеүселәр, телевидение журналистары хәрби яңылыҡтарҙы яҡтыртыуҙан тыш үҙҙәре лә ҡорал алып алғы һыҙыҡҡа юлланған осраҡтар байтаҡ. Хәбәрселәр Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев, Илдар Байбулатов алғы һыҙыҡта командировкаларҙа даими булып, хәрби яңылыҡтарҙы еткерә.
Медиайыйында көнүҙәк һорауҙар буйынса эшлекле секциялар ойошторолдо. Уларҙа журналистар тармаҡ үҫеше менән бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Медиа өлкәгә йәш кадрҙар йәлеп итеү, фейк һәм ялған мәғлүмәткә ҡаршы көрәш, традицион ҡиммәттәрҙе һәм милли телдәрҙе һаҡлау, көнүҙәк мәғлүмәтте объектив еткереү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Йыйын барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк журналистика тарихы үҫешенә бағышланған күргәҙмә менән танышты.
Республика етәкселеге иғтибары менән төбәктә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҫеше өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Һөнәр оҫталары өсөн “Дөрөҫлөк. Ҡаһарманлыҡ. Яуаплылыҡ” премияһы булдырылды. Уға ярашлы журналистарға йыл һайын 300-шәр мең һумлыҡ 20 премия тапшырыла. Медиа-йыйын майҙансыҡтарында журналистарға федераль һәм республика наградалары, Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары тапшырылды.