+11 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Июня , 04:00

Фатир асҡысы алды

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ярҙамында райондашыбыҙ яңы фатирлы булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фатир асҡысы алдыФатир асҡысы алды
Фатир асҡысы алды

Валентина Ивановна Ғилфанова күп йылдар ғаиләһе менән Табын ауылында күп фатирлы иҫке йортта йәшәй. Хәҙер иһә улар Красноусолда, Салауат Юлаев урамында төҙөлгән яңы йортта, 58,1 квадрат метр майҙанлы иркен фатирға күсәсәк.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов Валентина Ивановнаға фатир асҡысы тапшырҙы, унда рәхәтләнеп, уңайлы, ҡотло итеп оҙаҡ йәшәүҙәрен теләне.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын бойомға ашырыу дауам итә. Тиҙҙән авария хәлендәге был йортта йәшәүселәрҙең ҡалғандары ла – бөтәһе 54 кеше - үҙҙәренә тәғәйен фатирҙарға күсәсәк.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас