+16 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Июня , 04:40

Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ

III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһын асыу тантанаһында тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ

Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡТәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ
Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ

Тап шуның менән Өфөлә мәҙәниәт һәм йолалар байрамының яңы тарихы башлана. Гимнды 200-ҙән ашыу бала - халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Екатерина Тойгильдина, «Ассоль» өлгөлө вокаль-хореография студияһы, «Чудетство» эстрада балалар йыры театры һәм фольклориада ҡатнашыусылары башҡара.

Музыка авторы - Ришат Сәғитов, текст авторы - Ольга Мусина.

 

Һуңынан сәхнә йәнле полотноға әүереләсәк: Башҡортостан Республикаһының алдынғы ансамблдәре беҙҙең алда күп милләтле илебеҙ традицияларының бөтә байлығын һәм матурлығын күрһәтәсәк. Был көслө вокаль-хореография постановкаһы буласаҡ. Унда 700 артист ҡатнаша!

 

Өфөнөң Совет майҙанында осрашҡанға тиклем!

24 июндә киске сәғәт 7-лә башлана.

0+

Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ
Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ
Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ
Тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас