

1977 йылдың авгусы хәтеремдә сағыу төҫтәрҙәге, тулҡынландырғыс мәл булып һаҡлана: мин тәүләп мәктәп тупһаһына баҫасаҡмын! Тормоштоң яңы битенә әҙерләнергә – мәктәп кәрәк-яраҡтары, форма кейеме алырға кәрәк. Беҙ әсәйем менән Дәүләкәнгә киттек.
Ҡала үҙәгенә барғанда тимер юлы өҫтөнән үткән йәйәүлеләр күпере аша үтәһең. Баҫҡыстар буйлап менеүебеҙ, аҫтан геүләп үткән поездарҙың шауы, әсәйемдең тәүәккәл-етди йөҙө әлегеләй иҫтә.
Һәм ҡапыл юлыбыҙҙа ятҡан табыш ғәҙәти көндө тылсымлы әкиәт донъяһына әйләндерҙе. Алдыбыҙҙа ғына ныҡ итеп төйнәлгән ҡулъяулыҡ ята ине. Ҡәҙимге ҡулъяулыҡ. Әсәйем уны алып, асып ҡараны ла: “Кемдер төшөрөп ҡалдырған”, - тине шым ғына. Алдымда асылған күренеш минең сабый йөрәгемде йышыраҡ тибергә мәжбүр итте. Төйөнсөк эсендә шығырҙап торған өр-яңы ҡағыҙ аҡсалар: шәмәхә төҫөндәге егерме бишлектәр, ҡыҙыл унлыҡтар, күкһел биш һумлыҡтар ине. Ул ваҡыт өсөн ҙур аҡса, йөҙ һумдан ашыу! Был бит байлыҡ ҡына түгел, теләгән нәмәңде алып булырлыҡ хазина! Мин күпер буйлап атлап түгел, шатлығымдан әсәйем эргәһендә һикерәндәп, осоп ҡына барҙым. Башымда инде аласаҡ яңы матур күлдәктәр, таҫмалар, тәмлекәстәр өйөрмәһе әйләнә. Быларҙың бөтәһен-бөтәһен дә һатып аласағыбыҙға ныҡлы ышанған мин бәхеттең етенсе ҡатында инем.
Ләкин әсәйемдең тауышы мине күктән ергә төшөрҙө. Ул тыныс һәм ҡәтғи итеп:
- Был кеше аҡсаһы, ҡыҙым. Кемдер уларҙы юғалтҡан да, хәҙер ҡайҙалыр илап йөрөйҙөр.
Әсәйем тирә-яғына бағып, аҡсаның хужаһын табырға тырышты: вокзал тирәһен оҙаҡ ҡына ҡарап йөрөнө, әйбер юғалтыусы шул түгелме икән тип, үткән-һүткән кешеләрҙең йөҙөнә текләне. Тик бушҡа ғына. Һәм шунда әсәйем, мин - ете йәшлек бала - бер нисек тә аңлай алмаған ҡарарға килде. Эскәмйәлә ултырып торған ҡарт әбей янына килде лә, аҡсалы төйөнсөктө уға тотторҙо.
Ул минутта миндә ҡатмарлы тойғолар ҡайнашты. Тәүҙә - әсе үкенес, юғалған хыялдар өсөн үпкәләү. Һуңынан - әсәйемдең ихтыярына буйһоноу. Күп йылдар үткәс кенә ысын Аңлау килде. Әсәйем нәфсегә әүрәмәгән генә түгел. Ул, бер ауыҙ нотоҡ һүҙ һөйләмәй генә, миңә тормоштағы иң мөһим һабаҡты биргән. Бер һөйләме, бер ҡылығы менән ул минең аңыма хәҡиҡәтте һеңдергән: кеше ҡайғыһы һинең шатлығыңа әйләнә алмай, ә намыҫ барса байлыҡтан ҡиммәтерәк.
Бөгөн, ғүмерем биттәренә күҙ һалғанда, шуны асыҡ аңлайым: алыҫта ҡалған 1977 йылда беҙ күпер өҫтөндә сағыу мәктәп формаһына ҡарағанда күпкә ҡиммәтлерәк бүләк алғанбыҙ - намыҫ таҙалығын һаҡлап ҡалғанбыҙ. Һәм ошо бүләге, яҙылмаған выждан ҡануны өсөн әсәйемә ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Люциә ҠУНАФИНА.
Сәйетбаба ауылы.