

“Был ябай китап түгел, ә минең күңелемдең хәтирәләрҙән, һабаҡтарҙан һәм һөйөүҙән йыйылған бер өлөшө”, - тип аңлата автор инеш һүҙендә.
“Своё” – ул минең шәхсән үткән юлым, унда мин үҙем кисергән шатлыҡ, хаталарым, шөһрәтле мәлдәрем һәм ауыр саҡтарҙа ярҙам иткән йылы шаяртыуҙар менән уртаҡлашам.
“Родное” – тормошомдоң йөрәге. Был бүлек ҡәҙерле атай-әсәйемә, апай-ағайҙарыма арнала. Унда беҙҙең уртаҡ шатлыҡтар һәм юғалтыуҙар, бер-беребеҙҙе ҡурсыуыбыҙ һәм күҙгә бәрелеп тормаған, әммә беҙҙе еңелмәҫ иткән берҙәмлегебеҙ йәшәй. Был – һәр ҡайһыбыҙҙың мөһим өлөшөн тәшкил иткән бөйөк Нәҫелгә ихтирам билдәһе.
“Вечное” – йылдар буйына тупланған аҡыл. Бындағы хикәйәттәр, тарихтар – тормошта йөҙ тотор ҡиблаларым. Иң ҡыйын, буталсыҡ хәлдәрҙән сығыр юлды тап уларҙа таптым. Былар - мәңгелек ҡиммәттәр, - тип өндәшә автор китап уҡыусыларға.
- Китап әҙерләү уйы ҡапыл килмәне. Мин һәр ваҡыт төрлө уй-фекерҙәр, кисерештәр, күргәндәрҙе көндәлеккә теркәп барҙым. Берәй ҡасан тыныс ҡына ултырып, барыһын яңынан иҫкә төшөрөп аҡҡа күсерермен тип уйлай инем. Ләкин ваҡыт менән илһам бер ҡасан да үҙҙәре килмәй, уларҙы үҙең табырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа булған ауыр юғалтыуҙар: “ваҡыт!” - тигән этәргес көс булды.
- Мин туғандарыма төбәп яҙһам да, башҡа уҡыусыларға ла өндәшәм. Әгәр яҙғандарымдың бер өлөшө генә кемгәлер ауаздаш булһа ла шат булыр инем, - ти автор.
Дәүләкән районы Мәкәш ауылында Фәйрүзә һәм Миңлегәрәй Камалетдиновтарҙың ишле ғаиләһендә кинйә бала булып, атай-әсәй һөйөүен, өләсәй һабаҡтарын, ағай-апайҙар ҡурсыуын тулыһынса татып үҫкән Люциә күңеленә һеңдерелгән йәшәйеш асылын туғандарына, йәш быуынға еткереүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Китапҡа ингән яҙмаларҙың исемдәре генә лә уларҙы тиҙерәк уҡыу теләге уята. Бай, йор тел, тәрән фекерле, уйландырғыс һәм тәрбиәүи эстәлекле һәр мәҡәләлә - тормош тәжрибәһе, аҡылы, фәһеме.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Люциә Ҡунафинаның бер яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.