+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Июня , 11:05

Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт

18-22 июндә балаларға Еҙем йылғаһы буйлап бер нисә көнлөк сәйәхәт ойошторолдо. Ул Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһенең Грант конкурсы ярҙамында, уның етәксеһе Айрат Миңлебаев, Рус география йәмғиәтенең “Геосфера” йәштәр клубы (Ольга Безовчук) һәм Балалар ижады үҙәге педагогтары менән берлектә булдырылған.

Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәтЕҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт

Иртә менән 28 бала алты өлкән кеше оҙатыуында “Еҙем” тәбиғәт паркы буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты. Кемдер өсөн был беренсе тәжрибә туплау булһа, ә үткән сәйәхәттәр тураһында иҫтәлектәр һаҡлаусылар был мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Һыу походында спортсылар, олимпиада еңеүселәре, күп балалы ғаиләләрҙән балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларының балалары ҡатнашҡан.

Походтың маҡсаты булып география, географ һөнәре тураһында белемде киңәйтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты пропагандалау, балаларҙың һәм йәштәрҙең тыуған яҡтың географияһы, геологияһы һәм мәҙәни мираҫы сиктәрендә тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу торған.

Балалар менән һәр ваҡыт тәжрибәле педагогтар булып, улар тураһында хәстәрлек күрелгән, коллективта эмоциональ-уңайлы мөхит булдырылған. Танышыу һәм дуҫлашыу өсөн уйындар ойошторолған, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, саралар һәм һынауҙар уйлап тапҡандар. Көн һайын һыу походында ҡатнашыусыларҙы усаҡта әҙерләнгән тәмле аҙыҡ, ялан мунсаһы һәм, әлбиттә, усаҡ янында гитара аҫтында яратҡан йырҙары көтөп алған.

Балалар йылға буйлап рәхәтләнеп ял иткәндәр, күтәренке кәйеф туплағандар, яңы ышаныслы һәм тоғро дуҫтар тапҡандар.

Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас