“Һаулыҡтың ғүмерлеккә бирелмәгәнен, ә йәшәү рәүеше, ғәҙәттәр һәм көндәлек ҡарарҙар йоғонтоһонда әкренләп булдырылыуын аңлау бик мөһим. Йәштәргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк, сөнки ҡылыҡтағы ыңғай ҙа, кире лә өлгөләр тап йәшлектә һалына. Кеше үҙе хаҡында ни тиклем иртәрәк аңлы рәүештә хәстәрлек күрә башлай, оҙаҡ йылдарға сәләмәт булып ҡалыу ихтималлығы ла шул тиклем юғары”, – тип раҫлай Республика йәмғиәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең (РЦОЗиМП) медицина профилактикаһы буйынса методик ярҙам һәм ойоштороу бүлеге мөдире Зилә Исмәғилова.
Башҡортостанда сәләмәт оҙон ғүмерлелек мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бирелә. Төбәктә өлкән быуын кешеләренең сәләмәтлеген, социаль әүҙемлеген һәм үҙаллылығын һаҡлауға йүнәлтелгән программалар бойомға ашырыла.
Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан бирле эшләп килеүсе “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы – тап шундай проекттарҙың береһе. Проект сиктәрендә “Әүҙем оҙон ғүмерлелек мәктәптәре” эшләп, уларҙа оло йәштәге кешеләргә ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәт тормош принциптары һәм физик әүҙемлекте һаҡлау ысулдары хаҡында һөйләйҙәр. Өлкәндәр өсөн спорт күнекмәләре, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, белем биреү программалары һәм Башҡортостандың күренекле урындарына экскурсия турҙары ойошторола. Бындай башланғыстар һаулыҡты нығытыу ғына түгел, ә аралашыу, ыңғай хис-тойғолар, йәшәүгә дәрт тә бирә. Сәләмәтлек үҙәктәре ҡарамағында эшләүсе “Оҙон ғүмерлелек мәктәптәре” сирҙәрҙе профилактикалауҙа ҙур роль уйнай. Уларҙың төп маҡсаты – сәләмәт тормош нигеҙҙәренә һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалыуға өйрәтеү аша өлкән йәштәге кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу. Лекцияла ҡатнашыусыларға физик әүҙемлектең әһәмиәте, гиподинамияның эҙемтәләре, хәүефһеҙ мөхит принциптары һәм оло йәштәгеләргә хас сирҙәрҙе профилактикалау ысулдары тураһында һөйләйҙәр.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы РЦОЗиМП менән берлектә “Әүҙем оҙон ғүмерлелек академияһы” видеоформаты ла ойошторҙо. Өйрәтеүсе роликтар циклында белгестәр сәләмәт йоҡо, дөрөҫ туҡланыу, йығылыу һәм һөйәк һыныуҙы булдырмау, сәләмәтлек күрһәткестәрен контролдә тотоу һәм өлкән йәштә физик көсөргәнештәрҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Бындай формат файҙалы мәғлүмәтте үҙеңә уңайлы ваҡытта үҙаллы алырға мөмкинлек бирә һәм сәләмәт, әүҙем тормош менән йәшәргә булышлыҡ итә. Барлыҡ видеоматериалдар “Бәйләнештә” селтәрендә “Өфө ҡалаһының йәмәғәт сәләмәтлеге үҙәге” тигән рәсми төркөмдә урынлаштырылған.
Профилактика медицинаһы системаһын үҫтереүҙә Өфөләге 18-се Ҡала клиник дауаханаһы базаһында “Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы үҙәге” пилот проектын тормошҡа ашырыу мөһим аҙым булып торасаҡ, уны асыу быйылға әҙерләнелә. Үҙәктең эше биологик йәште баһалау, хәүеф факторҙарын асыуға, туҡланыу, физик һәм социаль әүҙемлек йәһәтенән индивидуаль рекомендациялар эшләүгә, шулай уҡ пациенттарҙың сәләмәтлек торошон динамикала күҙәтеүгә йүнәлтеләсәк. Беренсе этапта – 560, икенсеһендә 280 кешене ҡарарға планлаштырыла.
Сәләмәтлекте һаҡлауҙа диспансерлаштырыу һиҙелерлек урын тота. 40 йәштән һуң уны йыл һайын үтергә кәңәш ителә. Даими рәүештә профилактик ҡаралыу сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын үҙ ваҡытында асыҡларға, йәшәү сифатын һаҡларға һәм йәш үҙгәрештәрен дауалау талап иткән сир билдәләренән айырырға ярҙам итә. 2026 йылдың 4 айында 660 меңдән ашыу кеше профилактик медицина ҡаралыуы һәм диспансерлаштырыу үткән. Иң йыш асыҡланған сирҙәр иҫәбенә ҡан әйләнеше, аш һеңдереү һәм тын юлдары ауырыуҙары инә.
Даими физик әүҙемлек, балансланған туҡланыу, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм психологик хәл-торошҡа иғтибар оҙайлы һәм тулы ҡанлы ғүмерҙең нигеҙен тәшкил итә. Был ғәҙәттәр оҙаҡ йылдар үҙеңде һәйбәт тойорға һәм әүҙем булып ҡалырға ярҙам итә.
Арина РАФИҠОВА,
Республика йәмғиәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе.