

Ер еләгенән ҡайнатма
Бер килограмм ер еләге, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартырға. Сиропты алдан әҙерләп, шуның өҫтөнә еләк һалына. Емешкә сироп тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин. Сиропты алдан әҙерләмәйем тиһәгеҙ, еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10-12 сәғәт тоторға кәрәк.
Ер еләгенән сәй
Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1, В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы еләктән сәй – бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан сәй ҡайнатып эскәндә тамаҡ шеше ҡайта. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Эсемлек былай әҙерләнә: еләктең емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә. Шуға күрә бындай эсемлек файҙалы ғына түгел, ә хуш еҫле һәм тәмле лә.
Компот
Өс литр компот эшләр өсөн 1,5 стакан баҡса еләге алырға кәрәк. "Ҡойроҡтар"ын таҙартып һалығыҙ.
Башта сироп яһайыҡ. Өс литр һыуға 1 стакан шәкәр талап ителә. Һауытты ла, ҡапҡасты ла стерилләргә онотмағыҙ.
Әҙерләп бөткәс, еләктәрҙе банкаға һалығыҙ ҙа өҫтөнә ҡайнар сироп ҡойоғоҙ. Ҡапҡасты япҡас, баш түбән түңкәреп йылы әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. Бер тәүлек үткәс, һалҡын урынға ултыртығыҙ.