+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Июнь , 04:42

Тырыштар таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға

Ташбүкән ауылында күркәм холоҡло, тырыш ғаиләләр бик күп. Уларҙың күптәре умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мал-тыуар аҫрап ғүмер кисерә. Быйыл Түбәнге Ташбүкән ауылы республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы был ауыл ғаиләләрен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. Ысынлап та, ныҡлы ғаилә – айыҡ ауылдарҙа.

Тырыштар таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағаТырыштар таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға
Тырыштар таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға

Шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Йәнтүриндар ғаиләһе ауыл биҙәге тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Сәриә Миңлеәхмәт ҡыҙы менән Рәжәп Нурхәйҙәр улы ауылда иң егәрле, тырыш, ышаныслы ғаилә, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, йөпләп тора улар.
Йәнтүриндарҙың донъя ҡороп йәшәй башлауҙарына ла 30 йыллап ғүмер үткән. Хан һарайына тиң яңы йорт һалып, унда шатланып ғүмер кисерәләр. Береһенән-береһе тәртипле, эшсән өс балаға ғүмер биргәндәр. Оло улдары Алмаз ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта төпләнгән, кәләше менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Айраттары Мәскәү ҡалаһында эшләй, әле яңыраҡ армияла хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡан. Ҡыҙҙары Илвина – юғары белемле уҡытыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында балаларға белем бирә. Ата-әсәһе балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгәндәр, эш һөйөүсән, кеше менән аралашыусандар, ярҙамсылдар, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ.
Йәнтүриндарҙың эш көнө йыл әйләнәһенә иртәнге биш-алтыла башлана. Һарай тултырып мал аҫрау еңел эш түгел. Биш һыйырҙары булһа, башмаҡ, тана, быҙауҙар менән тағы ла арта. Унан тыш, һарыҡтар, ә ҡош-ҡорттарын һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Һауып алынған һөттән иртән ҡаймағын, эремсек, май, ҡоротон да әҙерләргә кәрәк. Мал тотмаған күршеләргә лә, туған-тыумасаға ла етә уларҙың һөт ризыҡтары.
Әлеге мәлдә улар икеһе лә хаҡлы ялда, Рәжәп Нурхәйҙәр улы хаҡлы ялға сыҡҡансы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләне. Ә Сәриә Миңлеәхмәт ҡыҙы йәш сағында апайҙары яғына Камчаткаға барып, юғары категориялы ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын башланы. Ауылға әсәһенә ярҙамлашырға ҡайтып йөрөнө, яҡын кешеһе ауырығас, бөтөнләйгә ҡайтырға тура килде. Иң тәүҙә Красноусолдағы балалар шифаханаһында ашнаҡсы булып эшләне, һуңынан ауыл советында хаҡлы ялға киткәнсе хеҙмәт итте. Эш кешене биҙәй, ҡайҙа эшләһәләр ҙә, ауылдаштары алдында хөрмәтлеләр, ярҙамсылдар.
Сәриә минең яратҡан ҡәйенһеңлем. Ағалары хәҙер был яҡты донъяла 12 йыл булмаһа ла, барған һайын яҡты йөҙ, яғымлы һүҙ менән ҡаршылайҙар. Ҡунаҡсыл ғаиләнән кеше өҙөлмәй, туғандар, нәҫел-ырыу йыш ауылға ҡайта. Тормоштан йәм табып, дәртләнеп йәшәй улар. Ихаталары һәр саҡ бөхтә, тирә-яҡтарында еләк-емеш ағастары, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә түтәлдәре биҙәй. Аш-һыу оҫтаһы тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләй, ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә ҡайнатма, салаттар әҙерләмәй ул.
Йәнтүриндар ауылда үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уларҙың тормош девизы: “Тырыштар таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға”. Тиҙҙән ҡәйенһеңлемдең күркәм юбилейы, уға 60 йәш тула. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең сикһеҙен теләйем, алда ла ҡулға-ҡул тотоношоп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.

Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас