

Фәнис – Туғай ауылының егәрле заттары Раушания Мөхәмәт ҡыҙы менән Фәнил Фәйзулла улы Сәлиховтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә иң өлкәне - ағай булараҡ, һеңлеһе Динәгә һәр яҡлап өлгө булып буй еткерә. Мәктәп тамамлай, Стәрлетамаҡта, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ауылға йәй көнө нәнәһенә ҡунаҡҡа килгән Аделина исемле ҡыҙ менән танышып, дүрт йыл дуҫлашып йөрөп, мөхәббәт утында янған һәм бер-береһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән ике йәш йөрәк өйләнешергә ҡарар итә. 2024 йылда егет ата-әсәһе менән ҡыҙҙың ата-әсәһенән ризалыҡ һорарға барып, ыңғай яуап ала. Һәм никах уҡыталар, ә 2025 йылда ауылда гөрләп туй үтә. Киленде барлыҡ мосолман йолалары буйынса һыу юлы күрһәтеп, ап-аҡ мендәргә баҫтырып, бал-май тәмләтеп егет йортона төшөрәләр. Туйҙан һуң йәштәр Ҡазан ҡалаһында йәшәй башлай. Әммә былтыр йыл башында йәшләй генә Фәнистең атаһы мәрхүм була. Ул 2012 йылдан алып ағас эше менән шөғөлләнгән эшҡыуар булған, үҙ көсө менән һатып алған пилорамаһында ағас ярҙырып, заказдар буйынса халыҡты таҡта һәм башҡаһы менән тәьмин иткән. Мәрхүм атаһының эшен дауам итеү һәм әниһен яңғыҙ итмәй, ярҙам итеү уйы менән Фәнис кәләше Аделина менән тыуған ауылына - атай-әсәй йортона әйләнеп ҡайта. Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, дәртле, сәмсел егет ең һыҙғанып эшҡыуарлыҡ эшенә тотона. Кәләше - Күп функциялы үҙәк белгесенә, ауылда эш булмағанлыҡтан, башта Красноусолға йөрөп эшләһә, хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп эшләй. Ҡалала фатирға төшөп бергә йәшәйҙәр, Фәнис эшкә ауылға ҡайтып йөрөй. Диләнкә алып ағас ҡырҡа, заказ буйынса таҡта ярҙыра, ҡалдыҡтарын утын итеп һата. Пилорамала Рәфис Зәйнуллин, Ринат Әсфәндийәров, Дамир Усманов эшләй. Атаһының дуҫы Рим Вәлитов – һәр яҡлап терәк-таянысы. Быйыл лизингҡа һатып алынған өр-яңы “МТЗ-82” тракторы эшҡыуарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Йомош-юлға йөрөргә еңел автомашинаһы бар. Әниһе Раушания Мөхәмәт ҡыҙы аш-һыу әҙерләп, эшселәрҙе тәмле аштары менән һыйлай. 12 йәшлек Динә 5-се класты тамамлаған, 1-се кластан алып отличница.
Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй Фәнис. Хакимиәттә водитель булып эшләгән, кәрәк икән тракторға ултырып, ҡыш көнө юлдарҙы ҡарҙан таҙартып, юл өҙөлөүгә юл ҡуймаған. Һәр эште теүәллек менән үтәргә күнеккән ул. Биләмәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса янғын-ҡотҡарыу командаһы ағзаһы ла. Ауылдаштарын төрлө изге эштәргә, өмәләргә әйҙәүсе. Ярҙам һорап килеүселәргә бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартмай. МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла, бағыусылыҡ эшенән дә ситтә ҡалмай. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, ағас үҫентеләре һатып алып килтерһенме, үҙе ҡатнаша алмаған эштәрҙә материалдар менән ярҙам итһенме – барыһын да ҙур теләк менән башҡара. Клуб мөдире менән ситтән артистар саҡырып, ауылдаштарына концерттар ҡарау бәхетен бүләк итәләр. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән, эшлеклелеге, булдыҡлылығы өҫтөнә әүҙемлеге, ярҙамсыллығы, изгелексәнлеге менән айырылған Фәнис Фәнил улын ауылдаштары Үтәк ауыл советының 9-сы һайлау округына депутат итеп һайлағандар. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, наказдарын үтәргә тырышып эш итә ул. Фәнис шаян да, шаяртырға ла ярата, бер үк ваҡытта етди, ҡатҡыл да, кәрәк икән урын-еренә еткереп, үҙ фекерен дә әйтә.
- Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, мин шуны 170 итергә тырышам, - тип шаярта. - Ауылда ниндәй эштәр бар, оло кешеләргә ярҙам кәрәкме, күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Ҙур байрамдарҙы билдәләйбеҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ, мәҫәлән, 9 май – Еңеү көнөндә ауылдаштар менән берлектә клуб янында байрам ойошторҙоҡ, һалдат бутҡаһы бешереп, барыһын да һыйланыҡ. Клуб мөдире Раушан Рәхмәтуллин (дуҫ та) менән ауылды йәнләндерергә тырышып, бер төптән эшләйбеҙ, - ти ул.
- Силәгенә күрә – ҡапҡасы, улыма үҙе кеүек аҡыллы кәләш тура килгәнгә шатланып йәшәйем, - ти әниҙәре Раушания улы менән килененән ҡәнәғәт булыуын белдереп. - Балаларыма рәхмәт, мине ярҙамдарынан ташламайҙар, бар эштә лә кәңәшләшәләр, киленем ҡалала үҫһә лә, ауыл ҡыҙҙары ары торһон, әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәйбеҙ, күҙ генә тейә күрмәһен!
- Алла бирһә, үҙ йортобоҙҙо, йә булмаһа фатирҙы булдырыу пландары менән янып йәшәйбеҙ, яҡын киләсәктә атай-әсәй булып, йортобоҙҙа кескәй Сәлиховтарҙың тауыштары яңғырап торор, тигән теләктәбеҙ, - ти Фәнис ихлас йылмайып.
Йәш, тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылған ғаилә башлығы, булдыҡлы эшҡыуарҙың уй-теләктәре тормошҡа ашһын, артабан да уңыштар юлдаш булһын!