+13 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Июня , 05:00

Шәп мөмкинлектәр үҙебеҙҙең янда!

Йәшлек – яңы өмөттәр, яҡты хыялдар, тормошта үҙ юлыңды табыу, ҡыйыу уй-фекерҙәр һәм ҡаҙаныштар менән донъяны таң ҡалдырыр ҡабатланмаҫ мәл.

Шәп мөмкинлектәр үҙебеҙҙең янда!Шәп мөмкинлектәр үҙебеҙҙең янда!
Шәп мөмкинлектәр үҙебеҙҙең янда!

Ғорурланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ, үҙҙәренең алдына маҡсаттар ҡуйып, уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ һалған, ваҡиғалар үҙәгендә булған, әүҙемлектәре менән айырылған йәштәребеҙ бар. Һүрәттәге был маһир үҫмер – Красноусолдан Тимур Ибраһимов – тап шундайҙарҙан. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 9-сы класын тамамлаған. Тимур Беренселәр советының III саҡырылыш төбәк бүлексәһе пресс-секретары булып тора. Йәштәр көнө уңайынан Тимур Ибраһимов менән таныштырабыҙ.
Үҙен иҫ киткес әүҙем, маҡсатҡа ирешеүсән, һәләтле һәм уңышлы тип танытҡан лидер - Тимур ирекмәнлек, медиаүҙәк, киберспортта еңеүҙәр, “Артек”та диджеинг һәм илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына барыу кеүек бер нисә эште бер юлы алып бара. Уның тормошо - гел ҡайнап торған сағыу ваҡиғалар, сәйәхәттәр һәм еңеүҙәрҙән генә тора. Барыһы тураһында ла үҙе һөйләй:
- Беренселәр советы – “Беренселәр хәрәкәте”нең балалар үҙидаралығының төп һайлау органы, һәм мин ағымдағы саҡырылыш дауамында рәсми телеграм-каналыбыҙҙы алып барыу өсөн тулыһынса яуаплы булдым. “Беренселәр дебаттары” һәм советтың VI ултырышы кеүек эре республика сараларында мин БСТ, “Тамыр” һәм “ЮНПРЕСС” кеүек төп төбәк киң мәғлүмәт саралары менән эш итеүҙе координацияланым. Шулай уҡ үҙ районыбыҙҙа мин “Форсат” йәштәр үҙәгендә ирекмәнлек эшенә лә ваҡыт табам.
“Беренселәр хәрәкәте”ндәге йәмәғәт эше – ул шәп, әммә минең тормошом башҡа сағыу сәйәхәттәр менән тулы. Киберспорт һәм Владивостокҡа сәйәхәт тураһында һөйләгәндә, былтыр көҙ мин белем алған мәктәптең киберспорт командаһы республика ярыштарында еңеү яуланы. Беҙҙе профессиональ спорт комментаторы күреп ҡалды һәм Владивостоктағы “Океан” ВДЦ-һының 11-се сменаһына путёвка алырға ярҙам итте. Унда Рәсәй компьютер спорты федерацияһы тематик партнёр булды. Бында “КиберСтарт” финал турнирында легендар “Тетрис” уйынында шәхси дисциплинала мин 3-сө урын яуланым. Владивостоктан һуң, мин легендар “Артек”ҡа барырға ҡарар иттем. Башта мин 13-сө сменаға конкурсты үттем, ләкин бара алманым. Ҡабаттан ғариза бирҙем һәм 1-се сменаға үттем. Мин “Янтарный” лагерына эләктем һәм диджейҙар профилле отрядына яҙылдым. Был смена миңә ҙур тәжрибә бирҙе.
Артабан Мәскәүҙәге “Университет сменалары” проектына һайлап алыуҙы уңышлы үттем. Алда мине баш ҡалаға – Дәүләт идара итеү университетына (ГУУ) сәфәр көтә. Унда мин 10 көнөмдө үткәрәсәкмен. Студент тормошона сумыу, яңы лекциялар, менеджмент буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм Мәскәү менән танышыу миңә Беренселәр советында буласаҡ проекттар өсөн көслө заряд бирәсәк тип ышанам.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бик шәп мөмкинлектәр һеҙҙең янда – “Беренселәр хәрәкәте” тигән ҙур командаға ҡушылырға йәки “Форсат” йәштәр үҙәгенә инеп сығырға кәрәк, унда һәр кем үҙ урынын һәм һәр төрлө шөғөлдәрендә, башланғыстарында ярҙам табасаҡ.
Тиҫтерҙәремә һәм йәштәргә теләгем шул: һеҙгә нимә оҡшай, шуны эшләгеҙ. Бер ҡасан да бирешмәгеҙ. Һәр саҡ аҙағына тиклем барығыҙ. Ярҙамсыл булығыҙ, оялыуҙы ташлағыҙ һәм тик шатлыҡ ҡына килтергән эште башҡарығыҙ. “Йәшәгеҙ, ижад итегеҙ, хыялланығыҙ!”, – ти Тимур Ибраһимов.
Әүҙем, ныҡышмал, маҡсатҡа ирешеүсән лидер - үҫмергә һәр башланғыстарында уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас