

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән яҡташыбыҙ Рәсих Ишмырҙа улы Муллашев юғары награда - Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Награданы геройҙың ағаһы Сәлих Ишмырҙа улы Муллашевҡа Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссариатында тапшырылды.
Рәсих Ишмырҙа улы Имәндәш ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутаты булған. Оҙаҡ йылдар Имәндәш мәктәбенҙдә тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләне. Тыуған яғының тарихын өйрәнеүгә, балаларға аңлатыуға күп көсөн һалды. Зирәк аҡыллы уҡытыусы оҫта шахматсы ла ине. Ижад та уның өсөн сит түгел, "Табын" район гәзите ҡарамағында эшләп килгән "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһе ағзаһы булараҡ илһөйәрлек рухы менән һуғарылған матур шиғырҙар ижад итеүсе лә ине. Яу ҡырынан ебәрелгән шиғырҙары гәзит биттәрендә донъя күреп барҙы, 2025 йылда нәшер ителгән "Мағаш тауышы" йыйынтығына ла инде. Ысын герой, ҡыйыу һәм батыр яугир ауылдаштары, яҡындары һәм уны белгән һәр кемдең ғорурлығы булып тора. Расих Ишмырҙа улы тураһында хәтер уның эштәрендә, шиғырҙарында, туғандарының, уҡыусыларының, яҡташтарының йөрәгендә мәңге йәшәр!