

Был мөһим һәм кәрәкле проект “Атайсал” республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Район хакимиәте ярҙамы менән “Красноусол” шифаханаһы 12-се сығанаҡтан эсәр һыу алыу майҙансығын тулыһынса реконструкциялау эштәренә тотондо. Тулы реконструкция тамамланғандан һуң, был билдәле майҙансыҡ танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, быны “Объект паспорты”нда күрергә мөмкин ине.
Төҙөлөш эштәрен башлау тантанаһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров, төҙөүселәр һәм шифахана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Тәүге булып район хакимиәте башлығы В.Вахитов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны:
- “Красноусол” шифаханаһы ҙур масштаблы модернизацияны дауам итә. Бөгөн 12-се сығанаҡ майҙансығын үҙгәртеү проектына старт бирелде. Иҫкергән инженер ҡоролмаһы урынына ял итеү һәм һауығыу өсөн заманса майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Бында шифалы һыу алыу ғына түгел, һыу инергә лә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ йәйәүлеләр юлдары булдырыласаҡ, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ, йәшел үҫемлектәр ултыртасаҡтар. Уникаль тәбиғи ресурстар заманса ҡараш менән берлектә был урынды һәр кем өсөн уңайлы итәсәк. Иң мөһим өҫтөнлөк - уңайлы мөхит: бында ғаиләләр, балалар, өлкәндәр һәм хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Был проект - шифахананың инфраструктураһын даими яңыртыуҙа тағы бер мөһим аҙым. Рәмил Рафаил улы Бәҙретдиновҡа районда йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға иғтибарлы булыуы һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт, - тине Венер Фәнир улы.
- Бөгөн беҙ һыу алыу урынына ғына түгел, ә заманса ял итеү комплексына нигеҙ һалабыҙ. Унда шулай уҡ һыуға сумып сығыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Ул инфраструктураны яңыртыу менән бер рәттән урындағы халыҡҡа һәм шифахана ҡунаҡтарына яңы тәьҫораттар бүләк итәсәк. Проект хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙың мәнфәғәтен дә ҡайғырта. Бында балалары менән килгән ғаиләләргә һәм оло кешеләргә лә уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Был бик үҙенсәлекле урын буласаҡ, һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип уйлайым, - тине Рәмил Бәҙретдинов.