+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июнь , 05:50

Яугир ғаиләһе - редакцияла

Күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Айнур Рәхмәтуллин (элекке хеҙмәттәшебеҙ) кәләше Гөлназ, яңы ғына тыуған улдары Айдан менән редакцияла булдылар.

Яугир ғаиләһе - редакциялаЯугир ғаиләһе - редакцияла
Яугир ғаиләһе - редакцияла

Тиҙгә генә кереп сыҡҡан, һәр саҡтағыса ҡояш кеүек балҡып торған Айнурҙы күреү менән улы тыуыуы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерергә ашыҡтыҡ.
Яугир 2022 йылдың 19 октябренән МХО-ла Ватан һағында тора. Әлеге көндә өлкән оператор, РЭБ-та (радиоэлектрон көрәш) контракт буйынса хеҙмәт итә.

- Хеҙмәтемдең был йүнәлеше әлеге ваҡытта бик мөһим тип уйлайым. Сөнки эшебеҙ дрондар һөжүмен булдырмау өсөн шарттар тыуҙырыуға ҡоролған. Дошман дрондар бик ныҡ ҡоралланһа ла, беҙ ҙә үҙ бурысыбыҙҙы яуаплы үтәйбеҙ һәм ышанабыҙ Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине Айнур хеҙмәте тураһында. 
Айнур бынан өс йыл элек ялға ҡайтҡанында Уҫман ауылы ҡыҙы Гөлназ Ғәйзулла ҡыҙы менән өйләнешеп, 23 сентябрҙә ғаилә ҡорғайны. Әле был ҡайтҡанында бәпескә исем ҡушыу йолаһын үткәргәндәр. Уларға һаулыҡ-именлек, бәләкәстең атайлы-әсәйле булып, баһадир булып үҫеүен, Ватанды һаҡлаусы яугирҙың имен-аман йөрөүен теләйбеҙ.
Айнур ялы тамамланғас та МХО-ға юлланасаҡ. Һөйгәненең, улының уға көс-ҡеүәт өҫтәп тороуын  теләйбеҙ, иң мөһиме, илебеҙгә тыныслыҡ һәм еңеү килеп, атайҙар ғаиләләренә иҫән ҡайтһындар!

Яугир ғаиләһе - редакцияла
Яугир ғаиләһе - редакцияла
Яугир ғаиләһе - редакцияла
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас