+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Июнь , 04:00

Ҡаранйылғалар шишмәне төҙөкләндергән

Элек-электән кешеләр һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлап, ҡәҙерләп тотҡан.

Ҡаранйылғалар шишмәне төҙөкләндергәнҠаранйылғалар шишмәне төҙөкләндергән
Ҡаранйылғалар шишмәне төҙөкләндергән

Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында дини китаптарҙа, эпостарҙа ла һаҡсыл ҡараш булырға тейешлеге әйтелә. Килен төшөргәндә уға һыу юлын күрһәтеү йолаһы әлеге көндә лә һаҡланып ҡалған. Хәҙер тормош яйға һалынып, һыу өйҙә крандарҙан ағып торһа ла, халыҡ саф һыулы шишмә һыуҙарына нығыраҡ иғтибар итеп, шунан ташып эсә, шишмә эргәһендә усыңдан һыу уртлап эсеүе лә күңелгә рәхәтлек бирә.
Районыбыҙҙың Ҡаранйылға ауылы ла йылға-шишмәләргә бай ауыл. Ауыл уртаһынан урғылып аҡҡан саф һыулы Ҡаранйылға йылғаһы үҙе үк мөғжизәгә тиң. Уның башланған ерен “Ҡайнауыҡ” тип йөрөтәләр. Ул урман-тауҙарҙы йырып, Сыуалташ тауы итәгенән ауылға килеп инә һәм, сылтыр тауышы менән йырлай-йырлай ауылды сыҡҡас, Мәндем йылғаһына барып ҡушыла. Күргәндәр уның хозурлығына, тауышына, йәйге эҫелә һыуыҡ һыуына, аҡ таштарына хайран ҡалмаған кеше юҡтыр. Йылғаны күп һанлы тау шишмәләре тулыландырып тора.
Бынан бер нисә йыл элек геологтар ауыл эргәһендәге Кәзә ташы битләүен һәм уға яҡын тауҙарҙы тикшереп, шунда булдылар. Шул ваҡытта Кәзә ташы тип исемләп йөрөткән асыҡ тау итәгенең ағастар ҡаплаған бер мөйөшөндә уларҙың быраулау эштәре ваҡытында бер шишмә урғылып сыға һәм баш ала. Уның ауыҙына ҙур-ҙур таштар һалһалар ҙа, шишмә атылып сыҡҡан ағымын туҡтатмай, үҙ юлы менән аға башлай. Һуңынан был шишмәне барып күрергә теләүселәр ҙә күбәйә. Эргәһендә үҫкән ағастар, сылтырап аҡҡан шишмә лә күңелгә ниндәйҙер бер һиллек бирә.
Күптән түгел ауыл халҡы “Кәзә ташы” тип исемләп йөрөткән был шишмәне төҙөкләндереп, матурлап ҡуйғандар. Башта ауыл старостаһы Шамил Вахитов ошо шишмәне төҙөкләндереү хаҡында үҙенең уйын ауыл әүҙемсеһе, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Кинйәбаеваға әйтә һәм уның тыуған ауылына ҡайтҡанында күмәкләп ошо урынды барып ҡарайҙар. Барыһы ла был тәҡдимде күтәреп ала.
- Беҙҙең ауыл халҡы бик әүҙем. Зыяратты сабырға, таҙартырға, электр көтөүлеге урынлаштырырға булһынмы, тиҙ арала, ойошҡан эшләйҙәр. Был шишмәне лә Гөлсәсәк Мәхәмәт ҡыҙы менән барып ҡарап, үҙебеҙҙең ауылдың бәйләнештәр төркөмөнә тәҡдимебеҙҙе ҡуйғас, төрлө фекерҙәр әйтелде. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, Жәлил Суфиянов менән берлектә ауыл егеттәре эш башланы. Ситтә йәшәгәндәр ҙә был эште хуплап алды, һәр кем мөмкинселегенә ҡарап аҡса күсерҙе. Мин отчёт алып барҙым. Әлбиттә, шул аҡсаға материалдар алып, эшләтеү хаҡын тура килтереп, барыһын да күҙ уңында тоторға тырыштыҡ. “Кәзә ташы” шишмәһе тип яҙылып та ҡуйылды. Һөҙөмтәлә, ауыл халҡы менән башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күреү бәхетенә ирештек, ҡунаҡтарға ла күрһәтерлек, үҙебеҙ ҙә һоҡланырлыҡ матур урын булды. Бар эште лә күтәреп алған, битараф булмаған ауылдаштарға, ситтә йәшәүсе яҡташтарға рәхмәт, - ти ауыл советы депутаты Шамил Вахитов шишмәне төҙөкләндереү тураһында һөйләп.
Шишмә-йылғалар йәшәү сығанағы, шуға уларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү кәрәкле, изге эш. Ошондай берҙәм тырышлыҡ менән ауылдарыбыҙҙы тағын да матурыраҡ һәм төҙөгөрәк итә алабыҙ. Йәшәйешебеҙҙең сығанағы булған, тәбиғәткә йән өрөүсе, беҙҙе тәмле, шифалы һыуҙары менән ҡыуандырған, йылғаларыбыҙҙы байытып торған шишмәләрҙе төҙөкләндерәйек, атайсалыбыҙҙы йәмләйек, ҡаранйылғаларҙан өлгө алайыҡ.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас