+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Июня , 09:55

“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә

Межгорье ҡалаһынан дүрт бала атаһы, 34 йәшлек Михаил граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында күнекмәләр үтә. Ул үҙенә “Композитор” позывнойын алған.Йәш сағында Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән, разведчик булған.

“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә
“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә


— Беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр юҡ. Тимәк, мин беренсе, – ти Михаил. – Ғаиләм ҙур – дүрт бала. Шуға ла һәр ҡарарҙы бөтә яҡлап үлсәп ҡабул итеү мөһим. МХО-ға барыу мәсьәләһе хаҡында ла алдан ныҡлы уйландым. Дәүләтебеҙ, республика власы махсус хәрби операция яугирҙарын, уларҙың ғаиләләрен матди, рухи яҡтан даими хәстәрләй. Лайыҡлы түләүҙәр ҙә ҡаралған...
“Композитор” пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары сафында хеҙмәт итеүҙе һайлаған. Уларҙың эш шарттарын ентекле өйрәнгән.
.
Михаил алдан барлыҡ тикшереүҙәрҙе, медицина комиссияһын уңышлы үткән. “Ҡайһы бер тест һорауҙары ауыр булды, шулай ҙа яуап бирә алдым – элекке тәжрибәгә таяндым”, – ти.
Дрондар менән эшләргә өйрәнгән контрактсылар янына Владлен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу операторҙарын тактик һәм махсус тактик әҙерләү үҙәге инструкторҙары килеп, уларға DJI квадрокоптерҙары ярҙамында күнекмәләр үткәргән. Был еңел, файҙаланыуҙа уңайлы дрон концерт, фестиваль кеүек ҙур сараларҙы юғарынан фотоға, видеоға төшөрөү, шулай уҡ сәнәғәт объекттарын, тәбиғәт ресурстарын күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Өҫтәүенә, белгестәр билдәләүенсә, DJI пилотһыҙ системаны яңы өйрәнә башлағандар өсөн ҡулайлы. Аҙаҡ улар эҙмә-эҙлекле рәүештә ҡатмарлы техниканы үҙләштереүгә күсә.
Күнекмәләр барышында белгестәр контрактсыларға дронды эшкә әҙерләү, уға идара иткәндә нимәгә нығыраҡ иғтибар биреү, һауала нисек дөрөҫ хәрәкәттәр яһау һ.б. тураһында һөйләй, ғәмәли дәрестәр уҙғара. “Иң мөһиме – иғтибарлы булырға, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк”, – ти инструкторҙар.
 -Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән төплө идара итергә ныҡ өйрәнгем килә. Был һөнәр миңә аҙаҡ та кәрәк буласаҡ. Махсус хәрби операциянан һуң артабан юғары хәрби белем алыу тураһында ла уйлайым,- ти Михаил.

“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә
“Композитор” оператор һөнәрен үҙләштерә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас