Төбәк етәксеһе базаның инфраструктураһы менән танышты. Бында модулле дүрт йорт эшләй. Һәр ҡоролма янында «фурако» япон һыу инеү мискәләре ҡуйылған. Бынан тыш, биләмәлә айырым мунса комплексы төҙөлә, шулай уҡ ял зонаһы һәм барбекю өсөн майҙансыҡ йыһазландырыла.
Билдәләп үтәйек: проект республика ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. 2025 йылда эшҡыуар Афанасий Маслейчук туризм өлкәһендә грант конкурсында еңеүсе була һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүгә 900 мең һум аҡса йәлеп итеүгә ирешә.
Проектҡа йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме – 120 миллион һум, уны 2029 йылға тиклем тулыһынса ғәмәлгә ашырырға ниәтләйҙәр.
Радий Хәбиров, бындай комплекстар булдырыу Стәрлетамаҡ районының туристик тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм уның инвестицион мөмкинлектәрен арттыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Күптән түгел бында бер ни ҙә юҡ ине, ә хәҙер матур туристик нөктә барлыҡҡа килде. Һәм йылға буйындағы, Торатау күренеп торған бындай урындар әҙ түгел, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.