+17 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Июля , 10:49

Балаларҙың ижади һәләттәрен асты

Балаларҙың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, илһөйәрлек, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү, балаларҙың сәхнә оҫталығын, туған телдә фекерләү кимәлен арттырыу маҡсатында районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе тарафынан мәктәп уҡыусылары араһында “Ҡышҡы йәйғор” исемле ижад бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы район мәҙәниәт йортонда апрель айында үткәрелгәйне.

Балаларҙың ижади һәләттәрен астыБалаларҙың ижади һәләттәрен асты
Балаларҙың ижади һәләттәрен асты

Ғафури, Ишембай районы студенттары, Үтәк, Ташлы, Яңғыҙҡайын ауылдарынан бәйгелә ҡатнашыусы уҡыусылар, уларҙың етәкселәре бүләкләү сараһында була алмағайнылар ине. Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Халыҡ сәсәне, “Ал да нур сәс халҡыңа” һәм “Башҡорт википедияһы” миҙалдары эйәһе, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Ватан ауылы старостаһы, ағинәйҙәре етәксеһе, Ғафури һәм Ишембай районы уҡыусыларының ижади бәйгегә килгән эштәрен йыйып, “Ҡышҡы йәйғор” китаптарын нәшер иткән хөрмәтле Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина-Алтынбикә 10 май көндө ауылыбыҙҙа ҡунаҡтар йыйҙы.
Сараның бар йөкмәткеһен асыусы шиғыр юлдары яңғыраны был иртәлә. Ватан (Родина) китапханасыһы Олеся Христофорова әҙерләгән йөкмәткеле презентация күрһәтелде.
Быйылғы “Ҡышҡы йәйғор” бәйгеһенә барлығы 138 эш ҡабул ителгән. Ғафури уҡыусыларынан - 122, Ишембай уҡыусыларынан 16 эш. 11 ҡатнашыусы бала был сараға килә алмай ҡалғайны, улар “Йәншишмә” төркөмөнөң студенттары, Яңғыҙҡайын, Үтәк, Ташлы мәктәбе уҡыусылары Ватанда йыйылды.
Сәсәндәр ижадын яттан һөйләү номинацияһында балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙән 1-се урын Назар Чебурашкинға бирелде, ошо уҡ номинацияла студенттар араһында 1-се урынды Арыҫлан Дәүләтҡолов алды. Ҡобайыр ижад итеү номинацияһында студенттар араһында 1-се урынды - Линара Иҙрисова, таныштырыу номинацияһында Яңғыҙҡайын мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Динара Камалова яуланы. Ошо уҡ номинацияла 3-сө урынды Яңғыҙҡайын мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Алмаз Фәйзуллин алды.
Йәш хәбәрсе номинацияһында инша буйынса 1-се урын - Айҙар Иҙрисовҡа (КБГИ), шиғырҙар ижад итеү номинацияһында студенттар араһында Эльвина Йәрмөхәмәтоваға бирелде.
Гөлшат Вәлиева эпостарҙан өҙөк һөйләү номинацияһында 2-се урын яуланы. Шиғырҙар номинацияһында Ташлы мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Динара Вәлиева - 2-се, Үтәк мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Лилиә Әмерханова 3-сө урынды яуланы.
Етәксе-уҡытыусылар, телгә, илгә һөйөү тәрбиәләүселәр: Светлана Фархшатова - Яңғыҙҡайын мәктәбе, Рәүфилә Ибраһимова - Ташлы мәктәбе, Ғәлиә Әмерханова – Үтәк мәктәбе.
Туған телде һаҡлауҙа ғаилә нигеҙ булып тора. Әгәр өйҙә туған телдә һөйләшәләр икән, бала үҙенән-үҙе туған телен яҡшы белә, иркен аралаша. Ғаиләлә атай кешегә ҡарағанда әсәйҙәр күберәк бала менән аралаша. “Ҡышҡы йәйғор” конкурсында еңеү яулаған балаларҙың әсәйҙәре: Айгөл Йәрмөхәмәтова, Әлфиә Иҙрисова, Эльза Дәүләтҡолова-Семёнова, Гөлназ Исхаҡова-Чебурашкина, Альфира Ғәлиева, Гөлмирә Ғөбәйҙуллина.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, был көндө ауыл клубы гөрләп торҙо. Ғафури районы мөслимәләрен күп йылдар етәкләп килеүсе ауылдашыбыҙ Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова балаларға үҙ премияһын тапшырҙы. Был көндө Ватанға килеп етә алмаған балаларға Алтынбикә сәсәниәнең бүләктәре, премиялар, дипломдар уҡытыусылары аша тапшырылды.
“Ҡышҡы йәйғор” тағы ла оҙаҡ йылдар балҡыһын, балаларҙың ижади һәләттәре асылһын, телебеҙ йәшәһен. Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе – Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы - Алтынбикә сәсәниәгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем.
Рәйлә МӘҠСҮТОВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас