

Исеме русса булһа ла, был ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәй, элегерәк урыҫтар ҙа йәшәгән. Бәләкәй генә ул, клубы ла, мәсете лә, мәктәбе лә юҡ. Халҡы ла күп түгел. Бер нисә генә уҡыусы баланы Красноусолға мәктәп автобусы йөрөтә. Бына ошо автобус туҡталған урынды сәхнә итеп йөрөп ҡайттыҡ әле беҙ.
Беҙҙе шундай көткәндәр, бик йылы ҡаршы алдылар. Башҡортса ла, русса ла йырҙар яңғыраны, шиғырҙар һөйләнде. Әҙерәк ямғыр яуһа ла, урам буйында эскәмйәләрҙә ултырған кешеләр урындарынан да ҡуҙғалманы. Беҙгә ҡушылып йырланылар, йырлағанда урам тултырып бейергә төштөләр. Аҙаҡ ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Роза Дәүләтҡолова өйөндә ҡоролған табынға саҡырҙылар. Тәмле былау менән һыйланып, сәйҙәр эсеп, күтәренке күңел менән таралыштыҡ. Асыҡ һауалағы концерт Заречная халҡына ла, үҙебеҙгә лә бик оҡшаны!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Родина-Ватан ауылы старостаһы.