

Үҙ эшмәкәрлеге барышында исеме үҙгәртелде, оптималләштереү процесы үтелде, эшмәкәрлеге киңәйтелде, ләкин бурыстары шул уҡ ҡалды – юлдарҙа законлылыҡты һәм тәртипте һаҡлау. Һөнәри байрамдары алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе эше тураһында уның начальнигы, полиция капитаны Рэдик АСҠАРОВ һөйләй.
– Рэдик Минирәшит улы, һүҙҙе тарихтан башлайыҡ. Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе ниндәй үҫеш юлы үтеүе, ошо йылдар эсендә уның йөҙө - хеҙмәткәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Ғафури районы ЮХДДИ-һының үҫеш тарихы төбәктә һәм бөтә ил буйынса автомобиль транспортының үҫеше менән тығыҙ бәйле. 1930 йылдарҙа, тәүге автомобилдәр барлыҡҡа килгәс, Ғафури районында (ул саҡта Красноусол районы тип аталған) юл хәрәкәтен көйләү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ихтыяжы тыуған. Бының өсөн яуаплы тәүге хеҙмәткәрҙәр урындағы милиция составына ингән. Уларҙың бурыстары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә контроль һәм юл-транспорт ваҡиғаларын теркәү менән сикләнгән булған.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа автомобилдәр, бигерәк тә йөк автомобилдәре күбәйеү менән, хеҙмәткәрҙәр штаты яйлап артҡан. Улар төп трассаларҙа патрулләү үткәргән, водителдәр менән аңлатыу эштәре алып барған.
Хеҙмәттең үҫеш һәм нығыныу осоро 1970-1990 йылдарға тура килгән. 1974 йылдан 1988 йылға тиклем ДАИ начальнигы булып милиция майоры Наил Әсҡәт улы Сатлыҡов торған. Уның осоронда ДАИ взводы яйлап киңәйеп, район эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы тулы бүлеккә үҙгәртеп ҡоролған.
Н.Ә.Сатлыҡовтың вариҫы булып милиция майоры Гелихан Баһауетдин улы Могушков торған. Ул бүлекте 1988-1997 йылдарҙа етәкләй. 1999 йылда бүлек начальнигы вазифаһына полиция майоры Ильяс Сәрүәр улы Хәсәнов тәғәйенләнә. 2002 йылда Эске эштәр министрлығы реформаһы сиктәрендә Дәүләт автоинспекцияһы (ДАИ) Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ЮХХДИ) итеп үҙгәртелә.
2006 йылда Ғафури районының ЮХХДИ начальнигы итеп Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин тәғәйенләнә. Етәксе вазифаһындағы тәүге уңыштарының береһе – күп йылдар буйы хәл ителмәгән юл хеҙмәттәре менән бәйләнеш булдырыуы. Һөҙөмтәлә, Бурлы, Ерек, Яугилде ауылдарындағы балалар учреждениелары янындағы биләмәләрҙәге юлдарға “лежачий полицейскийҙар” һалына. Район үҙәгенең бөтә ҡыҙыу юл саттарында тейешле юл билдәләре ҡуйыла башлай.
2010 йылдан Ғафури районының ЮХХДИ-һы үҙ эшенә заманса технологияларҙы әүҙем индерә: юл хәрәкәтен автоматик контролдә тотоу системалары, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фото- һәм видеофиксациялау камералары, бәйләнеш системалары, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә контролде көсәйтеү, айырыуса ауыр эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Халыҡ, айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр менән профилактик эштәргә ҙур иғтибар бүленә.
- Һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй кәйефтә ҡаршылайһығыҙ? Район юлдарындағы юл-транспорт ваҡиғалары кәмейме?
- Кәйеф - эшсән, байрамды тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ. Штат һаны аҙ булһа ла, коллектив үҙ бурыстарын уңышлы башҡара. Мәҫәлән, 2026 йылдың 5 айында район юлдарында 1271 хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Үткән йыл менән сағыштырғанда - 486 фактҡа артҡан. Был бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан күберәк тикшереүҙәр һәм төрлө рейдтар үткәрелеүен күрһәтә. Асыҡланған төп хоҡуҡ боҙоуҙар - тиҙлек режимын үтәмәү, ҡаршы юлға сығыу, водитель таныҡлығы булмағандарҙың транспорт сараларына идара итеүе һәм башҡалар. Айырым алғанда, балалар ҡатнашлығындағы авариялар статистикаһын билдәләп үтергә теләйем, сөнки был тема – өҫтөнлөклөләрҙең береһе. Балалар йәрәхәтләнгән юл-транспорт ваҡиғалары, бәхеткә күрә, күп түгел. Быйыл бер генә осраҡ теркәлгән - Табын ауылында мәктәпкәсә йәштәге бала юл ситендә торған транспорттан юлға сығып, йәрәхәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта, балаларҙы ташығанда махсус ҡоролмалар булмағанлыҡтан, йыл башынан алып 71 водителгә штраф һалынған (былтырғыға ҡарағанда 22 осраҡҡа күберәк).
- Ә иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш һөҙөмтә бирәме? Уларға ниндәй саралар ҡулланыла?
- Уҙған осорҙа 75 водитель тотолған (5 осраҡҡа кәмерәк). Икенсе тапҡыр хоҡуҡ боҙоусыларҙың алтауһы (3 осраҡҡа кәмерәк) енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Быларҙан күренеүенсә, профилактик эштәр һөҙөмтә бирә. Санкциялар ҙа эшләй: иҫерек килеш рулгә ултырыу хәҙер 45 мең һум штраф һәм транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан 1,5 йылға мәхрүм итеү менән янай. Бындай хоҡуҡ боҙоу ҡабатланған осраҡта енәйәт яуаплылығы, хатта реаль иректән мәхрүм итеүгә килтерә.
-Ниндәй профилактик сараларҙа ҡатнашаһығыҙ?
- Район ЮХХДИ-һы йыл һайын республика кимәлендәге “СИМ”, “Рулгә ултырма, малай!”, “Йәйге каникулдар ПДД менән”, “Законға буйһоноусы водитель”, “Мотоцикл”, “Ҡаршы һыҙат”, “Бурыслы”, “Юл һаҡсыһы” һәм башҡа күп кенә сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, “Рулгә ултырма, малай!” операцияһы тураһында һөйләгәндә, хәҙерге ваҡытта үҫмерҙәрҙең мотоцикл, питбайк һәм башҡа техникаларға идара итеүе бик актуаль тема. Иҫегеҙгә төшөрәм, хоҡуҡ боҙоусы 16 йәштән кесе булһа, протокол ата-әсәһенә төҙөлә, шул уҡ ваҡытта уларға транспорт сараһына идара итеү хоҡуғын үҫмергә тапшырған өсөн 30 мең һумға тиклем штраф һалына, ә транспорт үҙе штраф туҡталҡаһына ҡуйыла. Шулай итеп, үткән осорҙа ата-әсәләргә ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн 9 протокол төҙөлгән.
16 йәштән алып, праваһыҙ транспорт сараһына идара иткән өсөн, закон буйынса үҫмерҙәрҙең үҙҙәрен административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин (5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф). Районда бындай 10 осраҡ теркәлгән. Әйткәндәй, үҫмер- хоҡуҡ боҙоусылар иҫерек килеш рулгә ултырырға ла өлгөрә - бындай 2 факт асыҡланған.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем, хоҡуҡ боҙоуҙарға, шул иҫәптән үҫмерҙәр тарафынан башҡарылғандарға ҡаршы көрәш маҡсатында, Красноусол ауылының М.Ғафури исемендәге майҙан янында “Туҡтау тыйыла” билдәләрен ҡуйыу күҙаллана. Улар төнөн - 23.00-дән 6.00-ға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бындай сара ла ыңғай һөҙөмтә бирер, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, ошоға оҡшаш билдәләр хәҙер Аэродром урамында, Үҙәк район дауаханаһы янында ҡуйылған. Бында күптән түгел эвакуатор эшләй башланы, ул билдәләр ғәмәлдә булған урында, йәғни урамдың уң яғында ҡалдырылған транспорт сараларын Стәрлетамаҡтағы штраф туҡталҡаһына алып китә. Билдәләрҙе урындағы халыҡтың үтенесе буйынса ҡуйҙылар, уларға дауахана пациенттарының автомобилдәре ихатанан сығыуҙы ҡыйынлаштырған. Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 53 протокол төҙөлгән. Был проблема буйынса район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре, дауахана етәкселеге менән берлектә эшләйбеҙ. Аэродром урамында (Гагарин урамы яғынан инеү урыны) дауаханаға килеүселәрҙең транспорт саралары өсөн туҡталыу урыны әҙерләү ҡарары ҡабул ителде. Яңы туҡталҡа барлыҡҡа килеү менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип өмөтләнәбеҙ.
- Рэдик Минирәшит улы, коллектив тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Коллективта 9 хеҙмәткәр һәм бер ирекле яллаған белгес (Зарина Кәлимуллина) эшләй. Һуңғы осорҙа бүлек составы яңырып, йәштәр менән тулыланды, уларға тәжрибәле иптәштәренән, шул иҫәптән Ринат Кинйәбаев, Артур Ғәйфуллин, Артур Ҡунафиндан күп нәмәгә өйрәнергә тура киләсәк.
Беҙ элекке коллегаларыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. ЮХХДИ бүлексәһенә төрлө йылдарҙа етәкселек иткән Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин менән Альберт Миңлеғәлим улы Борханов бүлексә үҫешенә ҙур өлөш индергән. Айырыуса беҙ әлеге мәлдә МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгән ветерандарыбыҙ Самат Ишкин һәм Илдар Хөсәйенов менән ғорурланабыҙ. Уларға уңыштар һәм тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
- Һеҙ үҙегеҙ районда 2024 йылдан алып эшләйһегеҙ, әммә юлдарҙа тәртип һаҡлауға 20 йылдан ашыу ғүмерегеҙҙе арнағанһығыҙ. Һеҙҙе Дәүләт автоинспекцияһына эшкә нимә килтерҙе һәм элек ҡайҙа эшләнегеҙ?
- Был юлды һайлауымда атайым, милиция подполковнигы, Стәрлетамаҡ районының эске эштәр бүлегендәге хеҙмәткә 26 йыл ғүмерен бағышлаған Минирәшит Миҙхәт улы ҙур роль уйнаны. Минең һөнәри юлым 2005 йылда Стәрлетамаҡ районы буйынса ДПС инспекторы хеҙмәтенән башланды. 2018 йылда административ ҡануниәт инспекторы булып күстем, ә 2023-2024 йылдарҙа ошондай уҡ хеҙмәттә Стәрлетамаҡтың үҙендә эшләнем. 2024 йылдың сентябренән бөгөнгө көнгәсә ЮХХДИ-ның Ғафури районы буйынса бүлексәһен етәкләйем.
- ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан коллегаларығыҙға һәм автоһәүәҫкәрҙәргә теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Хөрмәтле коллегалар һәм хеҙмәт ветерандары! Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы барлыҡҡа килеүҙең 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Һеҙҙең көндәлек, ҡайһы саҡта күренмәй торған, ләкин бик мөһим хеҙмәтегеҙ район юлдарында тәртипте тәьмин итә, кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлай. Һөнәри оҫталығығыҙ, яуаплылығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Хеҙмәтте булдырыу башында торған һәм беҙгә үҙ тәжрибәләрен тапшырған ветерандарыбыҙға айырыуса рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең арала булмағандарға мәңгелек хәтер.
Ә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хәүефһеҙ юлдар, үҙ-ара хөрмәт һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙәрен теләйем. Онотмағыҙ: рулдә ултырғанда һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплыһығыҙ. Юл йөрөүегеҙ һәр саҡ имен тамамланһын.
- Һеҙҙең теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рэдик Минирәшит улы! Байрам менән!