Уларҙың һәр береһенең ауыл тәңгәлендә үҙ атамаһы бар ине. Көндөҙөн бала-саға сыр-сыу килеп һыу ингән, кистәрен, эштән һуң, тыныс ҡына һыу ҡойоноп сыҡҡан. Ололар төйәге булған ятыуҙар Ғәней ятыуы, Ибраһим ятыуы, Әсҡәт ятыуы, Һарун ятыуы, Тирәк төбө ятыуы, Ҡыҙҙар ятыуы исемдәрен йөрөтәләр ине.
Түбәнге Ташбүкәндең үрге осонан алып түбәнге осона тиклем йылғаға Йәмилә тыҡрығы, Һәҙиәт, Миниса, Әнисә, Шәмситдин, Сөләймән тыҡрыҡтары төшә. Унан йәйен-ҡышын артель атлылары ағас ташый, ауыл халҡы малын һуғара, йыл әйләнәһенә йылғанан һыу ташый, кер йыуып сайҡата, артель баҫыуҙарына тиклем быҙауҙарын көтә.
Артель һәм башҡа ойошма сабынлыҡтарын мал тәләфләүҙән һаҡлау өсөн урындағы халыҡ көсө менән ауыл әйләнәһен кәртәләп ала торғайнылар. Урам остарына һәм сабынлыҡтарға терәлеп торған тыҡрыҡтарға кереп-сығып йөрөү өсөн икегә асылмалы ҡапҡалар ҡуйыла торғайны. Уларҙың төҙөклөгө өсөн яуаплы кешеләр булды. Үрге рәттән һәм Таҙҙар осо урамынан Әбделәкбәр, Сәфәрғәли, Ғәйнетдин, Ансар, Әйүп, Сәлих, Харис, Әбүбәкер тыҡрыҡтары булды. Ансар, Харис тыҡрыҡтары кәртәләнә ине. Миниса, Фәтхетдин өйҙәре тәңгәленән икегә асылмалы ҙур ҡапҡалар ҡуйылды. Был урам ҡапҡаларынан машиналар ҙа кереп-сығып йөрөнө.
Әрмет йылғаһы аръяғына сығыу өсөн бер нисә кисеү ҙә бар ине. Шуларҙың йөк ташыу өсөн ҡулайлашҡандары: Йәмилә кисеүе, Һәҙиәт кисеүе, Әнисә кисеүе, Шәмситдин кисеүе, Үрге ауыл кисеүе. Көнторошло, Сәлих кисеүҙәре лә булды. Йөҙлөбай кисеүенән дә йөк менән күп йөрөнөләр.
Урман ситендә һәм эсендә бесәнлек аҡландары байтаҡ. Һәр береһенең үҙ исеме бар. Мәҫәлән: Сәфәрғәле аҡланы, Рәхмәт аҡланы, Абдулла аҡланы, Ботама аҡланы, Байбулат аҡланы һ.б. Әммә, ваҡыт үтеү менән, ағас баҫып, ваҡ аҡландар юҡҡа сыҡты. Аҡландар менән бергә исемдәре лә халыҡ хәтеренән юйыла барҙы.
Ташбүкәнде оло яландар уратып алған. Түбәндәге ҡайһы бер бесәнлек өсөн тәғәйенләнгән яландарҙы теркәп үтәйек: Ялан осо, Моҡай итәге, Көнторошло яланы, Аҡкөсөк башы, Тирмән яланы, Ҡарабойҙай яланы, Мәйғәшле яланы, Бағараш яланы, Тоҙаҡтау яланы, Бишҡайын яланы, Уҫаҡ өй яланы, Оло ялан, Ҡарауыл аҫты, Алтынсы ура яланы, Ҡашҡат башы һ.б., - йәмғеһе мең гектар самалап булыр. Артель яртыһын саба торғайны.
Һуңғы 1950-60-сы йылдар арауығында тәбиғәттең көйһөҙлөгө һәм урмандарҙың тәртипһеҙ ҡырҡылыуы тау йылғаларының рельефы үҙгәрешенә лә ҙур йоғонто яһамай ҡалманы. Йылға һыуҙары ҡырҡа кәмене, күп ятыуҙар юҡҡа сыҡты, кисеүҙәр күбәйҙе. Йылға һыуҙары атамалары үҙгәрҙе, ҡулланыуҙан төшөп ҡалды ҡайһы берҙәре. Ятыу, кисеү, яландар ҙа үҙгәреш кисерә. Ҡайһы берҙәрен ваҡ сауҡалар баҫа. Ялан үҙе лә, атамаһы ла юҡҡа сыға.
Юлдарҙың атамаһы әлегә һаҡлана әле: Ҡурғашлы юлы, Сик-йылға юлы, Сәхәлин юлы, Маҡар юлы, Әрмет юлы, Бағараш юлы, Ҡыстырлаҡ юлы, Һупай юлы, Усолка (завут) юлы, Тоҙаҡтау юлы, Ташбүкән юлы, Һаралы юлы һ.б. Юл атамаларының һаҡланыуы ориентир өсөн дә уңайлы. Һунарға киткән ирҙең кеҫә телефоны шылтырай:
- Һин ҡайҙа әле?
- Ҡыстырлыҡ юлында. Ауылға ауышып киләм.
- Ярай, һәйбәт.
Атай-бабайҙар, әсәй-өләсәйҙәр борон-борондан һәр нәмәгә исем ҡушыр булған. Исемһеҙ бер есем дә булмаған. Йылға, күлдәге һәр йән эйәһенең үҙ исеме бар. Мәҫәлән, йылғала йәшәгән балыҡтар: ҡыҙылса, ажау, сабаҡ; йәнлектәр: шәшке, ҡондоҙ, ҡама... Туғайҙа үҫкән емеш ҡыуаҡлыҡтары: ҡара бөрлөгән, балан, әлморон... Урманда үҫкән ағастар: сауҡа, туйра, саған, ҡарама, ҡайын... Яландағы бесән өйөмдәре: кәбән, әүен, күбә, күтәрем, ҡаҡсыр... Болон үләндәре: күк сәскә, ҡыяҡ үлән...; сүп үләндәре: ат ҡолағы, дегәнәк... Йорт хужалығына ҡағылған атамалар – йорт-ҡаралтыға ҡағылышлы: солан, һикәлтә, алты мөйөшлө йорт...; ҡура тирәһенә ҡараған: лапаҫ, һарай...; аш-һыу тирәһендә ҡулланылған әйберҙәр атамаһы: ҡыҫҡыс, табаҡ, сеүәтә...; һауыт-һаба атамаһы: ялғаш, ижау...; мал-тыуар атамалары - һыйыр малдары: йәштәре буйынса: быҙау, башмаҡ, тана, туса...; төҫтәре буйынса: сыбар, ҡара, аҡ...; йылҡы малы: йәше буйынса: ҡолон, дүнән, дүнәжен...; төҫө буйынса: саптар, аласыбар, ҡола...; һарыҡтар: бәрәс, бәрән…; һ.б.
Нимәгә тотонһаң да, уның исеме-атамаһы бар. Кеше ни тиклем күберәк атамаларҙы белһә, уның шул тиклем донъяны танып белеү кимәленең юғарылығы төҫмөрләнә.
Хәсән ҠОТОВ. Ҡурғашлы ауылы. (Рубриканың тәүге яҙмалары 2025 йылғы 26, 30-сы һандарҙа донъя күрҙе).