

Япрағы
Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа С витамины һәм башҡа файҙалы матдәләр күп.
Уның япраҡтарынан һут һығыуҙың бер генә ҡыйынлығы ла юҡ. Йәшел, матур япраҡтарын йыяһың да ике сәғәткә һыуыҡ һыуға һалып ҡуяһың. Һуңынан ит турағыс йә һут һыҡҡыс аша үткәрәбеҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы һутты ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға - бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп.
Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Әсеһенә улар сыҙамай. Организм көс йыя, сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Бына һиңә сүп үләне!
Дегәнәктең орлоғонан май яһайҙар. Уны яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр.
Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрь айҙарында ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшөрәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолоусылар бар. Афарин дегәнәккә!
Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм татлы ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.
Әҙерләү, ҡулланыу
Дегәнәк япрағының һутын әҙерләү, нисек ҡулланыу, һаҡлау тураһында күп һорауҙар килә. Мин үҙем нисек яһайым? Ҡыҫҡаса ғына яҙам. Ҡаланан иң кәмендә 3-4 км, юлдан 0.5-1 км ситтә булған урман ҡырынан, йылға буйынан йәшел, матур япраҡтарын йыйып алып ҡайтам. Ҡайтҡас, 1 сәғәткә һыуыҡ таҙа һыуға батырам. Япраҡтар ныҡ йәш, йомшаҡ икән - бер сәғәткә. Сайҡап, һелкеп алам, ботаҡтарын ҡырҡып ташлайым (ит тартҡысым йәл, берҙе ваттыҡ һабаҡтарын үткәрәм тип). Үткәргән массаға бер литрға ярты стакан эсә торған һыуыҡ һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ферментацияға, йәки һутты күберәк биреү процесына ҡуябыҙ. Марляны ҡайнатабыҙ, банкаларҙы, һауыттарҙы ҡайнар һыу менән сайҡайбыҙ, бирсәткәне лә спирт һөртөп стерилизациялайбыҙ. Марляны ике ҡатлайбыҙ ҙа шуға әҙләп һалып һығабыҙ. Һыҡҡас, бәләкәй банкаларға ҡоябыҙ. Әгәр ҙә запасҡа туңдырырға булһа, туңдырабыҙ. Булдырмайынса эсергә булһа, туңдырғысҡа ҡуйып, һыуытабыҙ. Туңдырмайбыҙ!!! Алып, һыуытҡыстың иң һыуыҡ еренә ҡуябыҙ. Бер банканы асып эсә башлайбыҙ. Ҡалғандарын ике-өс көн һайын һыуытып алабыҙ. Әҙҙән башлап, организмдың реакцияһына ҡарап, өйрәтеп эсәбеҙ! Мин бер сәй ҡалағы һутты ярты стакан йылы һыуға ҡоям да, ашарға ярты сәғәт ҡала эсеүҙән башлайым. Бер аҙнанан бер-ике аш ҡалағына күстем. Өлгөрмәһәм, ашағандан һуң ике -өс сәғәттән эсәм. Быйыл, Алла бойорһа, ике ай өҙлөкһөҙ эсергә уйлайым. Ә һеҙ үҙегеҙҙең самағыҙҙы табығыҙ.
Дауалаусы табип менән кәңәшләшеү зарур!
Зәүхиә НИЗАМИЕВА, үләндәр менән дауалаусы.