

Был миҙал ғаиләгә, йәмғиәткә һәм Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Миҙалды уға Әлшәй районында үткән “Ер көсө” V төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивалендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды етәксеһе, БР-ның “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” рәйесе, проект авторы Гөлнур Ҡолһарина тапшырған.
Рәйсә Әхтәм ҡыҙы күп балалы әсә, биш бала һәм тағы ла ике тәрбиәгә алынған бала үҫтергән, шулай уҡ хәстәрлекле өләсәй. Үҙенең герой улын юғалтҡас, ул бөтә әсә хәстәрлеген башҡа яугирҙарға бирә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә, посылкалар һәм гуманитар ярҙам йыя.
Яҡташыбыҙҙы ошондай юғары награда менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Мәғлүмәт: Буруновка ауыл советы сығанағынан алынды.