+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Июль , 04:00

Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә

“Имәнкәй” балалар ял-һауыҡтырыу лагерында икенсе смена бара. Бында балаларҙың йәйге ялы күңелле, файҙалы үтһен өсөн лагерь начальнигы Юлия Судовикова етәкселегендә бөтә шарттар булдырылған. Сменаның сираттағыһы “Йыһан сменаһы” исеме аҫтында төрлө сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға, сараларға бай үтә.

Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙәЙыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә

29 июнь көндө лагерҙа ял иткән балалар янына лётчик-космонавт Михаил Корниенко вертолётта осоп килеп төштө. Уны һәм башҡа ҡунаҡтарҙы: "Техпромсервис" компанияһының шеф-пилоты, КА26, КА226 вертолеттары лётчик-инструкторы Сергей Гончаров Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк Башҡортостан бүлексәһе советының баш кәңәшсеһе Олег Юнысов, Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советының башҡарма директоры Сергей Плюхов, “Берҙәмлек” АНО-һы директоры Салауат Сәлиховты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, лагерь начальнигы Юлия Судовикова һәм балалар ҡаршы алды.
Башҡортостандың Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе Советы рәйесе, Рәсәй Геройы, РФ космонавы Михаил Борисович Корниенко менән лагерҙа ял итеүсе балаларҙың осрашыуы бик фәһемле һәм мауыҡтырғыс булды. Йәнле аралашыуға ҡоролған сарала балалар космонавт менән яҡындан танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, яуаптар алды.
Михаил Борисович Корниенко 1960 йылдың 15 апрелендә Куйбышев (хәҙерге Һамар) өлкәһенең Сызрань ҡалаһында тыуған. 2000 йылдың февралендә “Энергия” ракета-космос корпорацияһының космонавтар отрядына космонавт-һынаусы вазифаһына тәғәйенләнә. 2000 йылдың 7 февраленән Халыҡ-ара Космос Станцияһы программаһы буйынса космонавтар төркөмөндә әҙерлек үтә. 2017 йылдың 1 декабрендә үҙ теләге менән Юрий Гагарин исемендәге Космонавтарҙы әҙерләү үҙәгенең космонавтар отрядында беренсе класлы инструктор-космонавт-һынаусы вазифаһынан башҡа космонавттар отрядының етәксе белгесе вазифаһына күсә.
Михаил Корниенконың йыһанға беренсе осошо 2010 йылдың 2 апреленән 25 сентябренә тиклем "Союз ТМА-18" карабы борт инженеры булараҡ була. Александр Скворцов һәм Трейси Колдвелл-Дайсон менән бергә оса. Осош оҙайлығы 176 тәүлек 1 сәғәт 18 минут 38 секунд тәшкил итә. Осош ваҡытында бер тапҡыр асыҡ йыһанға сыға.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йылдың 12 апрелендәге указы менән Халыҡ-ара Космос Станцияһында оҙайлы йыһан осошон башҡарғанда күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн, “Сергей Королев исемендәге “Энергия„ ракета-космос корпорацияһы” ААЙ-һе космонавт-һынаусыһы Михаил Борисович Корниенкоға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме, “РФ лётчик-космонавы” почётлы исеме бирелә һәм уға айырым отличие билдәһе – “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.
Икенсе тапҡыр Михаил Корниенко 2015 йылдың 27 мартынан 2016 йылдың 2 мартына тиклем “Союз ТМА-16М” карабының беренсе борт инженеры сифатында Геннадий Падалка һәм Скотт Келли менән бергә йыһанға оса. Халыҡ-ара йыһан станцияһында бер йылға яҡын эшләй. 2016 йылдың 2 мартында “Союз ТМА-18М” пилотлы транспорт карабында ергә төшә. Бер йыллыҡ экспедиция барышында бер тапҡыр асыҡ йыһанға сыға, уның оҙайлығы 5 сәғәт 34 минут тәшкил итә. Осош барышында космонавт "Прогресс М-М", "Прогресс МС" тибындағы транспорт йөк караптары, пилотлы транспорт караптары менән эшләй. Халыҡ-ара космик станцияла эшмәкәрлеге осоронда күп һанлы фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар, борт системаларын ремонтлау-тергеҙеү эштәре үткәрә, борт фото- һәм видео төшөрөүҙәре башҡара, шулай уҡ “Союз ТМА-18М” карабын орбитанан ҡайтыуға әҙерләүҙә ҡатнаша. Осоштоң оҙайлығы - 340 тәүлек 08 сәғәт 42 минут 30 секунд. 2016 йылдың март башында “Йондоҙлоҡ” экспериментының беренсе һәм икенсе этаптарында ҡатнаша, ул кешенең алыҫ йыһанға осоу, Марста һәм Айҙа эштәр башҡарыу мөмкинлектәрен өйрәнеү өсөн үткәрелә. 2015 йылда асыҡ йыһанға ике тапҡыр сыҡҡаны өсөн Алексей Леонов миҙалы менән бүләкләнә.
Михаил Борисович буш ҡул менән килмәгән, лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн бүләктәр тапшырҙы. Сара һуңында Башҡортостандың Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе менән “Берҙәмлек” АНО-һы хеҙмәттәшлегенең ике яҡлы килешеүе төҙөлдө. “Берҙәмлек” АНО-һы директоры Салауат Урал улы Сәлихов Башҡортостандың Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһенә ҡабул ителде. Космонавт менән осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды һәм сара иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Йыһангирҙар - "Имәнкәй"ҙә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас