+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Июля , 04:10

Кешеләрҙең һыуҙа батыуына ҡағылышлы туғыҙ төп уйҙырма

Һыу инеү хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы иң киң таралған яңылышлыҡтар һәм үҙеңде, башҡа кешеләрҙе һәм балаларҙы ҡотҡарыу өсөн нимәләр хаҡында белергә кәрәк – бөгөн ошо турала һөйләйбеҙ.

Кешеләрҙең һыуҙа батыуына ҡағылышлы туғыҙ төп уйҙырмаКешеләрҙең һыуҙа батыуына ҡағылышлы туғыҙ төп уйҙырма
Кешеләрҙең һыуҙа батыуына ҡағылышлы туғыҙ төп уйҙырма

1. УЙҘЫРМА: «МИН ҺӘЙБӘТ ЙӨҘӘМ, ШУҒА КҮРӘ БЕР НӘМӘ ЛӘ БУЛМАЯСАҠ»
Был – иң хәүефле яңылыш фекер, сөнки үҙ-үҙеңә саманан тыш ышаныу һаҡланыу инстинктын кәметә. Һыуға батыусыларҙың 90 проценты – ысынлап та йөҙә белгән кешеләр, тик улар үҙ көсөн артыҡ баһалап, ҡалҡыуыстар аръяғына йөҙөп сыға, һыу температураһын һанламай йәки ағымға ҡаршы тора алмай.
Ысынбарлыҡта нисек:
Яҡшы йөҙөүсе – үҙ мөмкинлеген белгән кеше. Арыу, тән тартышыу, һалҡын һыу йәки көслө тулҡын чемпиондарҙы ла сафтан сығарыуы ихтимал, шуға күрә һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ, унда ҡотҡарыусылар даими дежур итә, көтөлмәгән осраҡтарҙа улар шунда уҡ ярҙамға килә.
2. УЙҘЫРМА: «БАТЫП БАРҒАН КЕШЕ ҠЫСҠЫРА ҺӘМ ҠУЛ БОЛҒАЙ»
Кинола тап шулай тип күрһәтәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ғәмәлдә, күп осраҡта һыуға тауыш-тынһыҙ ғына баталар. Кешенең ҡысҡырырға хәле юҡ, сөнки организмдың бөтә ресурстары тын алырға маташыуға йүнәлтелә.
Ысынбарлыҡта нисек:
Әҙәм балаһы тиҙ һәм тыныс бата. Билдәләре:
1. Башы артҡа ташланған, йөҙө йә һыу аҫтына китә, йә килеп сыға.
2. Ҡулы менән һыуҙан ҡалҡынырға тырыша, ә болғарға хәле лә, әмәле лә юҡ.
3. Ҡарашы буш, ҡатып ҡалған кеүек, сәсе күҙен, битен ҡаплаған.
4. Кәүҙәһе вертикаль, хәрәкәттәре көсһөҙ, әйтерһең дә, ул бау баҫҡысында сайҡала.
3. УЙҘЫРМА: «ҺАУА ТУЛТЫРЫЛҒАН ҠУЛСА, МАТРАС ЙӘКИ БЕЛӘККӘ КЕЙГӘН ҠУЛАЙЛАМАЛАР ҒҮМЕРҘЕ ҠОТҠАРА»
Улар ҡотҡарыу саралары түгел, уйынсыҡ тиергә мөмкин. Кешеләр шуларға ышанып, тәрән урындарға йөҙә.
Ысынбарлыҡта нисек:
Ел һәм һыу ағымы һауа тултырылған матрасты бер нисә минут эсендә әллә ҡайҙа алып китә ала. Беләгенә ҡулайлама кейгән бала йөҙтүбән әйләнергә һәм кире әйләнә алмаҫҡа мөмкин. Страховка кәрәк булһа, сертификацияланған ҡотҡарыу жилетын ғына файҙаланығыҙ. Кеше аңын юғалтҡан хәлдә лә, ул башты һыу өҫтөндә тоторға ярҙам итә.
4. УЙҘЫРМА: «АЯҠ ТАРТЫШҺА, ТАБАНДЫ ТУРАЙТЫРҒА ҒЫНА КӘРӘК»
Үксәне үҙеңә тартыу тураһында кәңәш дөрөҫ, әммә был осраҡта кешеләр ғауғаға бирелә. Тән тартышыуҙан көслө ауыртыу барлыҡҡа килә, кеше ҡурҡа, һыу йота, сәсәй һәм контролде юғалта. Бер мускулдың тартышыуы арҡаһында иң шәп йөҙөүсе лә һыу төбөнә китеүе ихтимал.
Ысынбарлыҡта нисек:
Иң тәүҙә салҡан әйләнегеҙ. Тура торған килеш көҙән йыйырыуға ҡаршы көрәшеп, көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Арҡала ятып тын алығыҙ. Көслө ауыртыуға ҡарамай, аяҡты табандан тотоп, үҙегеҙгә тартығыҙ. Әгәр килеп сыҡмаһа, боронғо ысул бар: ауыртҡан урындан өҫтәрәк балтырығыҙҙы ныҡ итеп семтегеҙ йәки тырнағығыҙ менән төртөгөҙ. Ошондай осраҡ өсөн йөҙөү костюмына бәләкәй булавка беркетеп ҡуйырға мөмкин. Ғәҙәттә, ситкә яһалған ауыртыу сигналы мускулдарҙы тынысланырға мәжбүр итә. Иң мөһиме – дөрөҫ тын алығыҙ һәм ярҙамға саҡырырға оялмағыҙ.
5. УЙҘЫРМА: «АЛКОГОЛЬ ЙЫЛЫНЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ ҺӘМ ҺЫУ ИНЕҮҘЕ КҮҢЕЛЛЕРӘК ИТӘ»
Алкоголь – Рәсәйҙә өлкәндәр араһында һыуға батып үлеү осраҡтарының 80 процентының сәбәбе.
Ысынбарлыҡта нисек:
Эскән кеше өшөүҙе һиҙмәй, уның координацияһы боҙола, ҡурҡыу тойғоһо тулыһынса юғала. Ләкин эскән кешеләр күп осраҡта бөтөнләй икенсе сәбәп арҡаһында бата. Алкоголдән ҡан тамырҙары киңәйә, ә һыуға ингәндә улар ҡапыл тарая һәм шартлай. Әйткәндәй, был сәбәп айыҡ кешеләр өсөн дә хәүефле. Шуға күрә, ҡояшта ҡыҙынғандан һуң, һыуға яйлап ҡына инергә кәрәк: тәүҙә тубыҡҡа тиклем, бер аҙ торғас, тәнде сылатып, бил тәңгәленәсә барырға, һуңынан сумырға.
6. УЙҘЫРМА: «РӘСӘЙҘӘ АКУЛАЛАР ЮҠ, ТИМӘК, БЕР НӘМӘ ЛӘ ҠУРҠЫНЫС ТҮГЕЛ»
Эсәр һыу ятҡылыҡтарында акуланан да ҡурҡынысыраҡ күренештәр бар, мәҫәлән, кире ағым. Ул – ярҙан перпендикуляр рәүештә ағып төшкән һыу һыҙаты. Был күренеш ҙур һыуһаҡлағыстарҙа, Ҡара диңгеҙҙә бар, әммә күлдәрҙә йәки йылғаларҙа ла осрауы ихтимал.
Ысынбарлыҡта нисек:
Ҡом арҡаһында һыуҙың төҫөнөң үҙгәреүен абайларһығыҙ. Йөҙмәһәгеҙ ҙә, ярҙан алыҫая башларһығыҙ. Ағымға ҡаршы ярға табан йөҙөп маташыу – хата. Көсөгөҙҙө бушҡа әрәм итеп, ҡоро ерҙән йөҙ метр алыҫлыҡта батыуығыҙ бар. Ҡотолоу юлы – әлеге ҡаршы ағымдан сыҡҡансы (ғәҙәттә, уның киңлеге 10-15 метрҙан артмай) ярға параллель рәүештә йөҙөү һәм һуңынан ярға йүнәлеү.
7. УЙҘЫРМА: «ТАНЫШ БУЛМАҒАН УРЫНДАРҘА СУМЫУ БАЛАЛАРҒА ҒЫНА ХӘҮЕФЛЕ»
Йыл һайын «бында йөҙ тапҡыр йөҙгәнем бар» тигән ир-егеттәр араһында муйынын һындырыусылар табылып тора. Һыу төбө рельефы тиҙ үҙгәрә: кисә ҡом булһа, бөгөн балыҡсылар ҡороған ағас төпһәһе ташлай йәки ағым тимер киҫәге килтереп һала.
Ысынбарлыҡта нисек:
Умыртҡаның муйын бүлеге һыныуы, әгәр эргәлә әҙерлекле ҡотҡарыусылар булмаһа, үлем тиһәң дә була. Әҙәм балаһы үҙ аңында булып та, шунда уҡ бата, сөнки уны тулыһынса фалиж һуҡҡан була. Таныш булмаған урында бер ҡасан да башығыҙ менән аҫҡа ҡарай һикермәгеҙ. Тәүҙә аяҡтарығыҙ менән тәрәнлекте, һыу төбөн тикшерегеҙ.
8. УЙҘЫРМА: «БАТЫП БАРЫУСЫ ЯНЫНА ШУНДА УҠ ЙӨҘӨП БАРЫП, УНЫ ҠОТҠАРЫРҒА КӘРӘК»
Әгәр профессиональ ҡотҡарыусы булмаһағыҙ һәм ғауғаға бирелгән кеше янына әҙерлекһеҙ йөҙөп барһағыҙ, ул һеҙҙе батырып үлтерәсәк. Батып барыусы ҡотолорға теләп, һеҙгә йәбешәсәк, һауа һулар өсөн инстинктив рәүештә өҫтөгөҙгә менеп, һеҙҙе батырасаҡ.
Ысынбарлыҡта нисек:
1. Бында иң мөһим ҡағиҙә: «Башҡаларҙы ҡотҡарғанға тиклем үҙеңде ҡотҡар».
2. Ҡысҡырып, ярҙан аныҡ команда бирегеҙ: «Тауышҡа ҡарай йөҙ!».
3. Нимә йөҙә – шуны ташлағыҙ: шешә, туп, пенопласт йәки бау.
4. Һуңғы осраҡта һәм ниндәй ҙә булһа ҡотҡарыу сараһы (жилет, бик тә булмаһа, буш пластик һауыт) алып ҡына уға табан йөҙөгөҙ. Батып барыусыға арҡаһы яҡлап яҡынлап, сәсенән йәки ҡултыҡ аҫтынан эләктереп, ярға табан йөҙөргә кәрәк. Уның һеҙҙе муйынығыҙҙан ҡосаҡлауына юл ҡуймағыҙ.
9. УЙҘЫРМА: «БАЛАМ БАТЫП БАРҺА, ЯРҘАН ДА ИШЕТӘСӘКМЕН»
Ата-әсә ярҙа ҡыҙына, сәй эсә йәки телефонда нимәлер ҡарай. Һыуҙан өс метр алыҫлыҡта барыһын да күрәм, ишетәм тип уйлай, әммә улар яңылыша. Батҡан мәлдә балалар бөтөнләй ҡысҡырмай. Ололарҙың эргәһендә килеш тә, улар тауыш-тынһыҙ ғына һыу төбөнә китеүе ихтимал.
Ысынбарлыҡта нисек:
Һыуҙа һәм яр буйында балалар һәр 3-5 секунд һайын күҙ уңында булырға тейеш. Сағыу панама кейҙереү генә етмәй, мотлаҡ йөҙөн күрергә кәрәк. Әгәр пляжға бала менән бараһығыҙ икән, һеҙҙең ролегеҙ ял итеүсе түгел, ә «көтөүсе». Һыу ятҡылығы – уйын бүлмәһе түгел. Сумкалағы бутербродты эҙләп алғансы, бала ярҙан осоп төшә ала.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй, ә был ҡағиҙәләрҙе белеү һеҙҙе көслөрәк, әҙерлеклерәк итә, барығыҙға ла яҡшы һәм хәүефһеҙ йәй теләйбеҙ.

!Йыл башынан алып республиканың һыу ятҡылыҡ­тарында 17 кеше, шул иҫәптән дүрт бала батып үлгән. Баймаҡ, Дыуан, Дүртөйлө һәм Шишмә райондарында йәшәгән дүрт ғаилә ҡот осҡос ҡайғы кисерҙе, иң ҡәҙерле кешеһен – балаһын юғалтты. Фажиғәләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау сәбәпсе.

!«Башҡортостанда һыу буйында хәүефһеҙ ял итеү урындары арта, быйыл улар 392-гә етте һәм киләсәктә тағы ла күберәк буласаҡ. Шул иҫәптән 197 махсус йыһазландырылған пляж асылды. Шуларҙы һайлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Балаларға иғтибарлы булығыҙ», – тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров.

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас