+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Июля , 04:05

Ялды бурысһыҙ башлағыҙ

Ялдар миҙгеле осоронда Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һалым буйынса бирәсәктәрең булмауын алдан уҡ асыҡлап ҡуйырға кәңәш итә.

Түләнмәй ҡалған һалым бирәсәге бурыслының Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуын сикләүгә, мөлкәтенә арест һалыуға йәки аҡсаны банктағы иҫәбенән списать итеүгә сәбәп була ала.
Ил сигенән сығыуҙы тыйһалар, уны аэропорттан осор алдынан ғына туҡтатып булмай. Сикләүҙе туҡтатыу процесына ярайһы ваҡыт кәрәк: һалым бирәсәген, пеня һәм штрафты түләргә, суд приставтары хеҙмәтенә башҡарыу йыйымын индерергә, түләүҙәрҙең үткәнен ведомстволарҙың раҫлауын һәм суд приставы-башҡарыусының башҡарыу производствоһын тамамлауын көтөргә кәрәк
Отпуск боҙолмаһын тиһәгеҙ, бирәсәгең юҡлығын алдан уҡ белешеп, булһа уны түләп ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн һалым инспекцияһына килеү мотлаҡ түгел. Бирәсәгең булыуын йәки булмауын: Рәсәй ФНС-ы сайтындағы “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” ярҙамында; “Госуслуги” порталында белергә була.
Һалым бирәсәген “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” йәки “Налоги ФЛ” мобиль ҡушымтаһында; “Госуслуги” порталында; Рәсәй ФНС-ының “Һалымдарҙы һәм пошлиналарҙы түләү” сервисы ярҙамында, банк ҡушымталарында, банкоматтарҙа һәм банк бүлексәләрендә түләргә була.
Башҡортостан Республикаһы һалым органдары һалым йөкләмәләрен үҙ ваҡытында үтәргә кәңәш итә – бирәсәк һеҙҙең отпускы пландарын боҙмаһын!

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас