+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Июля , 04:05

Ямғыр ҡамасаулай алманы

Йәшлек - һәр кешенең ғүмерендәге иң гүзәл, күркәм осор һәм ҡыйыу өмөттәр, хыялдар, ниәттәр мәле. 27 июндә районыбыҙҙың тап шундай йәштәре көн болотлап, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йола буйынса Рәсәй йәштәре көнөн билдәләргә йыйылғайны.

Ямғыр ҡамасаулай алманыЯмғыр ҡамасаулай алманы
Ямғыр ҡамасаулай алманы

Байрам үтәсәк М.Ғафури майҙанында “Ғаилә” хеҙмәте, Балалар ижады үҙәге белгестәре балаларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторғайны, ҡапҡылап алыу, тәмлекәстәр менән һыйланыу өсөн бер нисә сауҙа үҙәктәре лә эшләне, полиция хеҙмәткәрҙәре лә тәртип һағында уяу торҙо.
Сараға хөрмәтле ҡунаҡтар: БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова, БР дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Данис Вәлишин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Рәсәй эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Ольга Фролова килгәйне.
Болоҡһоу көндө ҡояштай балҡытып, сараны дәртле итеп алып барыусы Разалия Салауатова барыһын да байрам менән тәбрикләгәндән һуң, тәүге һүҙ хөрмәтле ҡунаҡ - БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Гастиновнаға бирелеп, ул йәштәрҙе байрам айҡанлы ҡотланы һәм йәштәрҙең башланғыстарын дәүләт кимәлендә яҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, бөтәһенә лә иң ҡыйыу пландарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Данис Илшат улы шулай уҡ йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм район үҫешенә әүҙем өлөш индергән йәштәрҙе билдәләп, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа 14-35 йәшлек 6466 мең йәш кеше йәшәй. Йәшлек - ул йәш саҡ ҡына түгел, ә ҡыйыу өмөттәр, ижади энергия, ҙур пландар һәм сикһеҙ мөмкинлектәр ваҡыты. Тап һеҙҙең маҡсатҡа ынтылышығыҙ, донъяға яңы ҡараш һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы - районыбыҙҙы һәм бөтә илде үҫтереү өсөн мөһим ресурс. Бөгөн һеҙ - киләсәкте булдырыусылар һәм һеҙҙең арағыҙҙа уҡыуҙа, фәндә, спортта һәм ирекмәнлектә уңыштарға өлгәшкән талантлы, инициативалы һәм битараф булмаған үҫмерҙәрҙең күп булыуын күреү бик ҡыуаныслы. Һеҙгә теләгем бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, үҙ маҡсатығыҙға ышаныслы барырға һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа! Эргәгеҙҙә һәр ваҡыт тоғро дуҫтар һәм аҡыллы остаздар булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт һәм яҡшы кәйеф теләйем, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы сығыш яһап һәм райондың ирекмәнлек хәрәкәтенә тос өлөш индергәне һәм әүҙем ҡатнашҡаны, әүҙем тормош позицияһы, яуаплы һәм изге миссияһы өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын “Форсат” йәштәр үҙәге ирекмәндәре Раушания Ғәйнуллина, Дарья Рябова, Александра Фёдорова, Диана Егорова, Родион Сафин, Алмаз Ҡоҙайғолов, Юлия Шестаковаға тапшырҙы. Шулай уҡ дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте “Беренселәр хәрәкәте” проектында әүҙем ҡатнашҡан Арина Кулагина, Юлия Сторублёвкина, Камилла Баязитова, Милана Дьяконова Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Ольга Васильевнаның “Беҙ - Рәсәй граждандары” Бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә йәш граждандарға тантаналы рәүештә паспорттар тапшырыуы айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды. Был көндө һигеҙ йәш үҫмер ҡулдарына оло тормошҡа яңы мөмкинлектәр һәм яуаплылыҡ символы булған документ - паспорт алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Ҡойма ямғыр ҙа йәштәрҙең байрам кәйефен боҙа алманы. Кисәне Екатерина Седова, Эльмира Ҡунафина, Разалия Салауатованың йырҙары, “Үҙгәрештәр еле” триоһы, “Denz-А” бейеү коллективының, “Эксклюзив” өлгөлө хореографик коллектив ағзаларының әсәйҙәре бейеүе ысын байрам мөхите тыуҙырҙы. Ә йәштәр көнө 90-сы йылдар стилендәге флешмоб менән тамамланды. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, байрам күңелле, сағыу булды. Йәштәребеҙҙең энергияһы һәм дәрте районыбыҙҙың яңы ҡаҙаныштары һәм сәскә атыуы өсөн этәргес көс булһын!

Ямғыр ҡамасаулай алманы
Ямғыр ҡамасаулай алманы
Ямғыр ҡамасаулай алманы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас