+20 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Июль , 04:00

Ғаилә бәхете - оло хазина

Йылдың-йылы 8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо көн уңайынан Ерек ауылында йәшәгән матур һәм татыу ғаилә тураһында һөйләргә булдыҡ.

Ғаилә бәхете - оло хазинаҒаилә бәхете - оло хазина
Ғаилә бәхете - оло хазина

Әлиә Миҙхәт ҡыҙы һәм Әлфир Миниғәфүр улы Хәмзиндар менән Халыҡ-ара ғаилә көнөндә танышҡайныҡ. Тап ошо көндө 5 бала әсәһе Әлиә Миҙхәт ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Тантанаға улар тотош ғаиләләре менән килгәйне.
“Барлыҡ бәхетле ғаиләләр ҙә бер-береһенә оҡшаған”, – тип билдәләгән бөйөк яҙыусы Лев Толстой. Ләкин һәр береһенең үҙ үҙенсәлеге бар. Хәмзиндар ғаиләһе лә үҙҙәренә генә хас үҙенсәлек - ир менән ҡатындың, балаларҙың бер-береһенә мөнәсәбәте, татыулыҡ һәм берҙәмлеге менән шундуҡ иғтибарҙы йәлеп итте.
Хәмзиндар ғаиләһе, ысынлап та, күптәр өсөн өлгө. Уларҙың ғаилә ҡороуына 20 йыл булып киткән. Был арала улар береһенән икенсеһе теремек, аҡыллы һәм илгәҙәк биш балаға ғүмер биреп, ғаиләләре өсөн ысын ҡәлғә булған ҙур һәм иркен, әллә ҡайҙан “бында бәхетле ғаилә йәшәй”, тип балҡып ултырған йорт һалып сыҡҡандар. Эйе, күптәр өсөн ғаилә бәхете һәр ваҡыт йылы һәм уңайлы булған йорт, бер-береңә йылы мөнәсәбәт, үҙ-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек менән бәйле.
– Беҙҙең ғаиләлә иң мөһиме – бер-беребеҙгә ҡарата ышаныс, мөхәббәт һәм хөрмәт, шулай уҡ үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырылған йылылыҡ һәм уңайлылыҡ, – ти Әлиә Миҙхәт ҡыҙы ла.
Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Силәбе тарафтарында эшләй. Беҙ килгәндә лә ул эштә булып сыҡты. Өфө педагогия колледжын тамамлаған Әлиә Миҙхәт ҡыҙы иһә Яугилде балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Әйткәндәй, ул Бәләкәй Үтәш ауылы ҡыҙы.
- Әлфир менән танышҡанда Байымбәттә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй инем. Уның менән яҙмышыбыҙҙы бәйләгәс, Яугилде мәктәбенә эшкә күстем. Аҙаҡ инде декрет отпускылары араһында бер осор Берёзовкаға ла йөрөп эшләп алдым,- ти ул.
Ғаиләләге баш бала булған Айтуған ата-әсәһенең ышаныслы терәге. Ауырғазы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән егет бөгөн ауылдағы сауҙа үҙәгендә эшләп йөрөй. Ата-әсәһе эштә саҡта йорттағы барса эштәр уның яуаплылығында. Нәркәс Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжында белем ала. Бик шуҡ һәм ҡыйыу Искәндәр Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класты тамамлаған, “Төлкәҫ” өлгөлө бейеү ансамбле бейеүсеһе. “Беҙ “Байыҡ” конкурсында ла ҡатнаштыҡ”, - тип маҡтанып алырға ла өлгөрҙө ул. Ә инде өйҙөң биҙәге булған илгәҙәк игеҙәктәр – Юлиә менән Юлай әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Ишле ғаилә ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарарға, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә лә өлгөрә.
- Быйыл һыйыр малдарын кәметеп, 5 баш ҡына ҡалдырҙыҡ, һарыҡтар бар инде. Күп кенә итеп ҡаҙ алырға уйлашабыҙ, - ти хужабикә.
- Әлиә, ғаилә бәхетен нимәлә күрәһегеҙ? Һеҙ бәхетлеме? - тип һорайым унан.
- Бәхетле ғаилә тигән төшөнсәгә ҙур мәғәнә һалынған. Уны бер нисә һүҙ менән генә аңлатып та булмайҙыр. Беренсенән, ҡорған ғаиләңдең бөтөнлөгө, татыулығы, яҡындарыңдың, туғандарҙың иҫән-һау булыуы, һайлаған парың менән тигеҙ, татыу ғүмер итеү, балаларҙың көндәлек сыр-сыуҙарына ҡыуаныу. Әлфир - изге күңелле, йомшаҡ һүҙле, иғтибарлы һәм тырыш, йүнсел ир, атай. Улдарым да уға оҡшаған. Бар эште бергәләп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ һәм ике яҡлап та туғандар менән аралашып йәшәйбеҙ. Ошо үҙе үк иң ҙур бәхет бит, - ти Әлиә Миҙхәт ҡыҙы үҙенә һыйынған балаларын ҡосоп.
Эйе, һәр кеше, һәр ғаилә үҙ бәхетен үҙе тыуҙыра, үҙе ҡора. Бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул - бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Хәмзиндар ғаиләһе бының асыҡ миҫалы. Артабан да шулай бәхеткә күмелеп, балаларығыҙҙың шатлыҡ-уңыштарына һөйөнөп, башҡаларға матур өлгө булып йәшәгеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас