+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Июля , 11:55

Шахмат турниры үтте

Красноусолда 3 июлдән 6-һына тиклем Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында шахмат буйынса «Красноусол OPEN» асыҡ турниры үтте.

Шахмат турниры үттеШахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте

Республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Благовещен, Октябрьский, Балаговар һәм Әлшәй ҡала-райондарынан, шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән 73 шахматсы ҡатнашты. Турнирҙа йәш сикләүҙәре булманы.

А турниры 1300 һәм унан юғарыраҡ рейтинглы ҡатнашыусылар өсөн. 7 тур, ваҡыт контроле 60+30.

Б турниры 1299 һәм унан түбән рейтинглы ҡатнашыусылар өсөн. 7 тур, ваҡыт контроле менән 60+30

Һәр партия - ул үҙ-үҙен намыҫлы көрәштә һынап ҡарау өсөн характерҙар, йәш һәм стилдәр бәрелешкән бәләкәй генә алыш.

Көсөргәнешле көрәштә ғафури спортсылары юғары баһа күрһәтте. А турнирында: 2-се урынды Даниил Никифоров; 3 урынды Тимур Мусин һәм Ясмина Әбдрәшитова яуланы.

Район исеменән лайыҡлы сығыш яһап, үҙ йәш категорияларында иң көслөләр исемлегенә инеүселәр: 1-се урын - Тимур Ибәтуллин һәм Аделия Ситдиҡова; 2-се урын Тимур Фәхретдинов һәм Вера Курбатова; 3-сө урын - Ғилемдар Хәмзин, Дарья Проценко, Агата Аванесян, Назар Аванесян, Дина Ибәтуллина.

Бөтә призерҙар кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Ярыштарҙы үткәреүҙә һәм ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн Ғафури районы хакимиәтенә, шулай уҡ һоҡланғыс тренер Наталья Проценкоға рәхмәт һүҙҙәре лә әйтелде. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ.

Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Шахмат турниры үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас