

Сараның төп үҙенсәлеге булып тере музыка торҙо, ул бөтә байрамға ритм бирҙе һәм тамашасыларҙа күтәренке кәйеф булдырҙы.
Сәхнәлә Өфө, Красноусол ауылы һәм башҡа ҡала-район йырсылары сығыш яһаны. Байрам төрлө башҡорт, татар эстрадаһы ғына түгел, башҡа билдәле йырҙарың кавер версиялары яңғырауы менән үҙенсәлекле булды. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған рок һөйөүселәр йырлап-бейеп күңел асты.
Тәмле ашарға яратыусылар өсөн фудкорттар эшләне, шулай уҡ сауҙа зонаһы ойошторолғайны.
Балалар күңелле уйын программаһында ҡатнашып, сағыу аттракциондар һәм күбектә онотолмаҫлыҡ күңел асыуҙар ҙа рәхәтләнеп ял итте.