+23 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Июля , 06:24

“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы

11 июлдә Курорт ауылы эргәһендәге “Марвай” турбазаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙар иҫтәлегенә арнап, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө айҡанлы “Ҡара-Ҡаплан” милли алыш сәнғәте буйынса асыҡ турнир үтте.

“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы

Әһәмиәтле һәм иҫтәлекле сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Башҡортостандың МХО ветерандары Ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, подполковник Дмитрий Смирнов, “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе бүлек начальнигы Гөлназ Мирхәйҙәрова, БР-ҙың МХО ветерандары Ассоциацияһының мәғлүмәт сәйәсәте һәм власть органдары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы Ильяс Ҡасҡынов, журналист, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почётлы гражданы Ниязбай Сәлимов, БР-ҙың МХО ветерандары Ассоциацияһы ирекмәне Роман Ғиззәтуллин, “Мегаспорт” клубы тренеры Артур Кәримов, уҡ атыу буйынса тренер, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Асҡар Ишберҙин, Илдар Абызгилдин, “Марвай” турбазаһы етәксеһе Рәмил Марваев, урындағы халыҡ, эргәләге лагерҙа ял итеүсе балалар һәм башҡалар ҡатнашты.
Был сараның маҡсаты милли спорт уйындарында ҡатнашыу, ҡарау ғына түгел, ә Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән ветерандарға хөрмәт күрһәтеү ҙә ине. 100-ҙән ашыу кеше - тәжрибәле яугирҙарҙан алып йәш ҡатнашыусыларға тиклем - һәләк булғандарҙы хөрмәтләү һәм милли йолалар рухын нығытыу өсөн йыйылғайны.
Сара үтәсәк майҙан һабантуй яланын хәтерләтә. Уйын майҙансыҡтары эшләнелгән, оҫталыҡ дәрестәре өсөн махсус урындар билдәләнгән. МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың фото-күргәҙмәһе янында туҡтаған һәр кем уларҙы оло ихтирам менән иҫкә алды. Төп майҙандан ситтәрәк усаҡҡа ҡаҙандар аҫылып, Ҡорбан ашы бешә ине.
Тантаналы өлөш, барыһы ла теҙелеп баҫҡас, бәйгене әҙерләп уҙғарыусы һәм баш судья Ришат Раян улының Гүзәл Зөфәр ҡыҙына “Ҡара-Ҡаплан” турниры әҙер булыуы хаҡында рапорт биреүе менән башланып китте. Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.
Турнирҙы алып барыусы Альбина Ишкина тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға биргәс, ул район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм шәхсән үҙе исеменән сәләмләп: “Бөгөн “Ҡара-Ҡаплан” милли алыш сәнғәте буйынса асыҡ турнир беҙҙе бергә йыйҙы. Был турнирҙы уҙғарыу уйы Красноусолда Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөн билдәләгән ваҡытта тыуҙы. Уны ойоштороусыларға һәм шәхсән Ришат Шаймарҙановҡа, МХО яугирҙары ғаиләләренә тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм быуындар бәйләнешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерәм. 2026 йыл Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур татыу ғаилә йылы булып тора. Беҙ берҙәм һәм дуҫ, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Еңеүҙе көтәбеҙ, ул һис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ, барығыҙға ла һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек теләйем”, - тине һәм турнирҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы “Ватанды һаҡлаусылар” фондының район филиалына, МХО ветерандарының БР ассоциацияһына, Ришат Шаймарҙановҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
“Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһенең бүлек начальнигы Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы, МХО ветерандарының БР ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, подполковник Дмитрий Валерьевич сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе һәм бер төркөм әүҙемселәрҙе Маҡтау грамоталары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ ғалим-филолог, журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе Ниязбай Булатбай улы ла башҡорт ҡоролтайы, Табын ырыуы, Өфөлә йәшәүсе яҡташтар исеменән Ришат Раян улын бүләкләне. “Ғафури” МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре клубы исеменән Рәйфә Фоат ҡыҙы менән Рәфис Исмәғзәм улы Харисовтар һүҙ алып, сараға килгән тамашасыларға, ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, уңыштар теләне. Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаев вәғәз һөйләп, турнирға үҙ фатихаһын бирҙе. Артабан Раян Шаймарҙанов был турнирҙы биш йыл рәттән үткәреп килеүҙәре тураһында бәйән итеп, уның мөһимлеге, тарихы тураһында ҡыҫҡаса әйтеп үтте һәм тренерҙар, милли уйындарҙың тәртибе менән таныштырып, барыһының да ихлас ҡатнашыуҙарын һораны.
Һуңғы йылдарҙа уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, милләт-ара уҡсыларҙы берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән уңыштар һиҙелерлек, тип ышаныслы әйтергә була.
Был көндө турнирҙы ҡарарға килеүселәр һыбай сабып килеп сәпкә уҡ атыу һәм һөңгөнө сәпкә ҡаҙалтыу, һыбай килеш ҡылыс менән ағас ботағын сабыу һәм башҡа алымдарҙы тамаша ҡылды. Был алымдарҙы Асҡар Ишбирҙин бик оҫта күрһәтте. Уның күрһәтмә сығыштары көс, сыҙамлыҡ һәм мәҙәниәткә хөрмәт күрһәтеү өсөн ысын һабаҡ булып торҙо, тамашасылар ҙа һәр хәрәкәтте тын да алмай күҙәтте.
13 йәшлек Александра Кузнецованың сығышы турнирҙың төп биҙәге булды. Ул акробатика элементтары менән берлектә традицион йәйәнән уҡ атып күрһәтте. "Алла-Ап" цирк студияһында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙың сығышы теүәл һәм иҫ киткес матур булды.
Теләүселәрҙә уҡ атып ярышты, шулай уҡ һөңгө, бысаҡ, балтаны бәреп сәпкә тейҙереү, суҡмар һәм сыбыртҡы менән ҡуйылған әйберҙе бәреп төшөрөү, хәнйәр менән таяҡсаларҙы сабып өҙөү һәм башҡа төрлө этаптарын үтте. Ярыштар ҡағиҙәләргә ярашлы үтте, көс һәм таһыллығын һынаусы батырҙар һәр этапта ла ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, һәр ҡайһыһының еңеүгә ынтылышы көслө булыуы һиҙелә ине. Балалар күҙәтеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәрен ысын хәрби дисциплиналарҙа һынап ҡараны, атта һыбай йөрөнө һәм тарих, йолалар бәйләнешен дә тойҙо улар.
Һуңынан милли уйында ҡатнашыусыларға турнирҙы ойоштороусылар тарафынан иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ә сара дауамында ҡапҡылап алырға теләүселәр “Ғафури” МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре клубы әҙерләгән самауырлы өҫтәлдә һыйланып, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостандың Ғафури районы юғары хәрби округы ветерандары ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров бешергән былауҙы тәмләп ашаны.
Сараны юғары кимәлдә уҙғарыуға ойоштороусылар ҙур тырышлыҡ һалған. Бында килгән һәр кем уларға сикһеҙ рәхмәтле булып, ялдарын файҙалы үткәреүҙәренә ҡыуанып таралышты.

“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
“Ҡара-Ҡаплан” үҙенә йыйҙы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас