+23 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Июля , 07:13

Баланы телефонға бәйлелектән нисек һаҡларға

Телефондар, планшеттар, ноутбуктар менән саманан тыш мауығыу бәйлелеккә килтереүе ихтимал. Республика клиник психотерапия үҙәге белгестәре балаларҙы бынан нисек һаҡлау хаҡында һөйләй.

Баланы телефонға бәйлелектән  нисек һаҡларғаБаланы телефонға бәйлелектән  нисек һаҡларға
Баланы телефонға бәйлелектән нисек һаҡларға

Балалар –
ата-әсәнең көҙгөһө
Шуны аңлау мөһим: гаджеттарға бәйлелек – «зарарлы ғәҙәт» түгел, ә баланың тәрән эске дискомфорты тураһында сигнал. Ул етерлек иғтибар-хәстәр тоймау, ата-әсәһе менән аралашыу етмәү, хис-тойғоларын уртаҡлаша алмау сәбәпле виртуаль донъяға ылыға. Өлкәндәрҙең бурысы – тыйыу ғына түгел, ә ошо эске ихтыяжды тойоу.
Әгәр һеҙ сәғәттәр буйы телефонға текләп ултырһағыҙ, бала менән һөйләшмәһәгеҙ, уға ҡыҙыҡлы уртаҡ шөғөлдәр тәҡдим итмәһәгеҙ, бер ниндәй ҙә тыйыуҙар эшләмәй. Үҙегеҙҙән башлағыҙ.
Ҡасан борсола
башларға кәрәк?
Балалар телефонда уйын уйнарға, йәнһүрәт ҡарарға ярата. Был ғәҙәти күренеш. Ләкин ата-әсәгә ошондай билдәләр беленеү менән һағайырға кәрәк:
  Бала һәр буш минутын тиерлек гаджетта үткәрә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла экрандан айырыла алмай.
  Телефонды ситкә һалыуҙы һорауға бала ярһыу йәки агрессия менән яуап бирә.
  Бала йәштәштәре менән уйнауға йәки йәнле аралашыуға түгел, экранға өҫтөнлөк бирә.
  Йоҡоға бәйле проблемалар тыуа, тиҙ арый, уҡыуҙа ауырлыҡтар кисерә.
  Экранға текләп, гигиена талаптары, ашау, саф һауала йөрөүҙе онота.
  Көн режимы боҙола: һуң ята, иртәнсәк көс-хәл менән тора.
Һөйләшеүҙе нисек
дөрөҫ ойошторорға?
Ата-әсәләрҙең төп хатаһы – өлкәндәр телендә гаджеттарҙың зыяны тураһында һөйләү: «ул күреү һәләтен боҙа», «сколиоз булыр», «һин наҙанға әйләнәһең». Бала өсөн былар – абстракт ҡурҡытыуҙар. Ул кисергән хис-тойғолар телендә һөйләшегеҙ.
Мәҫәлән, ете йәшлек балаға ни өсөн телефонда оҙаҡ уйнарға ярамағанын аңлатыу өсөн әкиәт, сағыштырыу, уйын алымы ҡулланығыҙ: «Күҙ алдыңа килтер әле: һинең күҙҙәрең – ике фонарь. Фонарь туҡтамайынса ике сәғәт яҡтыртһа, уның батареяһы ултыра һәм ул тоноҡ яна башлай. Күҙҙәрең һәр саҡ сағыу булһын һәм тирә-йүнде һәйбәт күрһен өсөн, уларға ял итергә – алыҫҡа, ағастарға һәм болоттарға ҡарарға кәрәк». Йәки, мәҫәлән, бала телефонһыҙ күңелһеҙ, тип зарлана. Яуап бирегеҙ: «Күңелһеҙлек – ул файҙалы! Тап ошондай мәлдә мейе уйындар уйлап сығара башлай. Хәтерләйһеңме, һин ултырғыстарҙан өй төҙөгәйнең? Һинең мейең шулай фантазияны эшкә ҡуша. Әгәр беҙ уға һәр ваҡыт телефондан әҙер һүрәттәр күрһәтһәк, ул ялҡаулана һәм нимәлер уйлап сығарыуҙан туҡтай».
Баланы һәр яңы башланғысы өсөн маҡтағыҙ: «Телефонһыҙ ниндәй шәп шөғөл уйлап тапҡанһың!».
Туғыҙынсы класс уҡыусыһын әкиәт менән әүрәтеп булмай. Үҫмерҙәргә һөҙөмтә, тиҙлек һәм шәхси файҙа мөһим. Гаджеттарҙың ваҡытты һәм энергияны урлауы хаҡында һөйләгеҙ. «Миңә күпме уйнарға икәнлеген үҙем хәл итәм» тигән раҫлауға ошолай яуапларға мөмкин: «Эйе, был һинең хоҡуғың. Әйҙә, һанайыҡ: әгәр һин телефонда өс сәғәт ултыраһың икән – был аҙнаһына 21 сәғәт, бер тәүлек тиерлек! Был ваҡыт эсендә скейтта шыуырға өйрәнергә йәки инглиз теленең беренсе кимәлен үҙләштерергә мөмкин булыр ине. Телефон – ул төп эш түгел, ә ял. Һинең ваҡытың сикле, шуға был көндө тулы ҡанлы итеп йәшәргә өлгөрөр өсөн экранды сикләйбеҙ».
Өлкән класс уҡыусылары имтихандарға әҙерләнә, уларҙың мейеһе былай ҙа көсөргәнешле эшләй. Был йәштәгеләрҙең фекерен хөрмәт итергә кәрәк. Бала уҡыуҙан арып киттем, аҙыраҡ телефонда булышып, ял итергә теләйем, тип әйтергә мөмкин. Яуап: «Был – ял иллюзияһы. Ысынында иһә телефон, йәғни видео, уйындар һәм хәбәрҙәр араһында даими күсеү мейене тағы ла нығыраҡ көсөргәнешкә этәрә. Ысын ял – эшмәкәрлекте алмаштырыу: саф һауала йөрөү, йоҡлау, физик әүҙемлек. Экранға текләп ултырыу – ул ял түгел, ә мейе өсөн тағы ла бер эш. Телефондағы 15 минутты 15 минут тышта йөрөүгә алмаштырып ҡара әле, айырманы шунда уҡ һиҙерһең».
Башҡа шөғөлдәр
тәҡдим итегеҙ
Ата-әсәләргә ысын донъя виртуаль донъянан күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуын иҫбатлау мөһим. Бының өсөн дивандан күтәрелергә һәм күҙҙәрҙе асырға ғына кәрәк. Бала менән йышыраҡ йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ, хатта автобуста ҡаланың икенсе осона барып килеү ҙә сағыу тәьҫораттар бүләк итергә мөмкин. Өҫтәл уйындары, конструкторҙар тәҡдим итегеҙ. Бөтә ғаиләгеҙ менән киске ашҡа йыйылығыҙ, ашап бөткәс, тороп китергә ашыҡмағыҙ, һөйләшегеҙ, үткән көндө тикшерегеҙ. Баланы гаджетһыҙ үткәргән ваҡыт өсөн маҡтағыҙ. Ижад менән шөғөлләнгән, рәхәтләнеп уйнаған, экранһыҙ аралашҡан мәлдәрҙе билдәләгеҙ һәм хуплағыҙ. Гаджетты тынысландырыу сараһы йә бүләк итеп ҡулланмағыҙ, был аҡылһыҙ хистәр тыуҙыра.
Ижад менән шөғөлләнгән, уйнаған, экранһыҙ аралашҡан мәлдәрҙе билдәләгеҙ һәм хуплағыҙ. Гаджетты тынысландырыу йәки баһалау сараһы булараҡ ҡулланмағыҙ.

Мөһим!

Әгәр экран ваҡытын сикләргә маташыу балала киҫкен көсөргәнеш, агрессия тыуҙыра икән, был хәл белгескә (психологҡа йәки нейропсихологҡа) мөрәжәғәт итеү өсөн сәбәп булып тора.

Һанлы ҡорамалды нимә менән алмаштырырға?
Телефондағы уйындар: Өҫтәл уйындары, конструкторҙар, пазлдар
Видеороликтар: Бергәләп китап уҡыу, фильм тураһында фекер алышыу
Онлайн-уйындар: Спорт секциялары, йәйәү йөрөү, велосипед
Йәнһүрәт ҡарау: Һүрәт төшөрөү, әүәләү, ҡул эштәре
Интернетта ултырыу: Дуҫтар менән осрашыу, ғаилә менән киске аш

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас