

Ун балаға ғүмер биреп, һигеҙен оло тормош юлына аяҡ баҫтырған, барыһына ла юғары белем биргән Нәсиә Ғәйфулла ҡыҙы менән Рәжәп Хәмзә улы Әбелғужиндар ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Бер апаһы, алты ағаһының ҡурсалауында, иркәләнеп, яратылып ҡына үҫә ул. Башҡа туғандары кеүек үк, мәктәптә лә тырышып уҡый. Алтын миҙалға тамамларға торған сығарылыш уҡыусыһы математика фәненән имтихан көндө ауырыу сәбәпле мәктәпкә бара алмай. Ваҡытында һынау тоторға килмәгән уҡыусыға ошо сәбәпле алтын урынына көмөш миҙал бирәләр.
– Ауырығанымды раҫлаусы, сәбәпһеҙгә имтихан ҡалдырмауымды күрһәтеүсе справка-фәлән дә алып барып, үҙемдең һүҙемде һүҙ итеп йөрөмәнем. Ғөмүмән, тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙы, яңылыҡты һалҡын аҡыл менән ҡабул итеп өйрәнгәнмен, – ти Фәнилә Рәжәп ҡыҙы.
Мәскәүҙә юғары уҡыу йортон тамамлаған иң оло ағаһы Рәшит һеңлеһенә илебеҙҙең баш ҡалаһына барып белем алырға тәҡдим итә. Оя төбө – ата-әсәһенә ныҡ бәйле булған кисәге сығарылыш уҡыусыһы ҡапыл ғына йыраҡ ергә сығып китә алмаҫын аңлай. Өфөләге барлыҡ юғары уҡыу йорттары менән танышып сыҡҡандан һуң, ғүмере буйы үҙе эшләйәсәк университетта ҡалырға ҡарар итә. Башҡа ерҙә мәктәпте шау “бишле”гә тамамлаған абитуриентты имтиханһыҙ ҡабул итергә әҙер булһалар, бында иһә башҡорт теленән һынау тота. Тик ул һайлаған, яңы асыласаҡ башҡорт теле һәм сит телдәр төркөмөндә уҡырлыҡ абитуриенттар йыйылмағас, факультет деканы Ғ.Ҡунафин башҡа уҡыу йорттарында икенсе йүнәлеш буйынса ла уҡырға тәҡдим итә. Фәнилә Рәжәп ҡыҙының туған теленә, әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыға. Ул ошо факультетты тамамлай.
Йәштәрҙең тормошонда уҡытыусылар ҙур роль уйнай. Фәнилә Рәжәп ҡыҙы ла юғары уҡыу йортонда белем генә түгел, алтынға тиң кәңәштәр биргән ғалимдарға рәхмәтле. Ҡулына диплом алғас та, ауылға ҡайтырға, мәктәптә балаларға белем бирергә уйлай ул. Фән менән ҡыҙыҡһынған, өлгөлө, яҡшы уҡыған кисәге студенттарын Ғ.Сәйетбатталов, Р.Байымов, Ғ.Ҡунафин кеүек остаздары аспирантурала ҡалырға өгөтләй. Көндөҙгө бүлектәге бер генә бюджет урында уҡыу бәхете тап Фәнилә Рәжәп ҡыҙына ғына тәтей. Яҡташыбыҙ, арҙаҡлы ғалим Ғиниәтулла Ҡунафиндың тәүге аспиранты булып китә. Мәскәүҙәге китапханаларға барып эҙләнеп, "Башҡорт әҙәбиәтендә парса жанрының формалашыу һәм үҫеү юлдары" тип аталған ғилми эшен йыл ярымда тамамлай. Диссертацияһын яҡлағансы уҡ үҙе белем алған уҡыу йортонда эшләп йөрөгән Фәнилә Рәжәп ҡыҙы бөгөн боронғо әҙәбиәт, 19-сы быуат, 20-се быуат башы башҡорт әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәтенән, фольклорҙан студенттарға белем бирә.
– Фәнилә Рәжәп ҡыҙын беҙ ихлас, асыҡ күңелле коллега булараҡ ныҡ хөрмәт итәбеҙ. Студенттарҙың да яҡын дуҫы ул. Йыл һайын республиканың төрлө райондары буйлап фольклор практикаһына сығыу эшен беҙ тап уға ышанып тапшырабыҙ: кешеләр менән йәһәт кенә уртаҡ тел таба белә, ойоштороу эштәрен тиҙ арала яйға һала. Тормоштоң ҡояшлы яғында йәшәгән, яҡшылыҡты күрергә ынтылған кеше ул Ғафури еренең уңған ҡыҙы, – ти факультет деканы Гөлфирә Абдуллина.
Яҡшы хеҙмәткәр, әҙәбиәт белгесе булыу менән бергә, Фәнилә Рәжәп ҡыҙы һөйөклө ҡатын, балаларына дөрөҫ тәрбиә бирә белгән әсәй ҙә. Уның тормош иптәшен күптәр “Юлдаш” радиоһында алып барыусы, һуңынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ оҫтаһы Илшат Салауатов тип беләләр. Ул әлеге ваҡытта өс йылдан ашыу МХО-ла. “Ут эсенә йәп-йәш малайҙар түгел, ә беҙҙең кеүек әрме хеҙмәтен үткән, ҡулына ҡорал тотҡан, тормошто күргән ир-егеттәр барырға тейеш”, - тип Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп китә Ғафуриҙың оло йөрәкле кейәүе.
Балалар – атай-әсәйҙең көҙгөһө. Фәнилә Рәжәп ҡыҙы менән Илшат Зөлҡәфи улы балаларына ғорурланырлыҡ тәрбиә биргәндәр.
– Улым тыуғас, бер ни тиклем ваҡыт исемһеҙ булды. Атаһы балалар табыу йортона килгән һайын һаман да мәғәнәле генә исем һайлай алмауын әйтә. Шул ваҡыт фән өлкәһендәге остаздарымдың береһе - Ғайса Хөсәйенов исеменә туҡталдым. Баҡһаң, атаһы ла ошо исем тураһында уйланып йөрөгән икән. Улыбыҙ әлеге ваҡытта Өфө медицина колледжында фельдшерлыҡҡа уҡып йөрөй. Зәки Мәхмүтов, Ғүмәр Әбделмәнов, Азамат Тимеров кеүек йырсыларҙың классик йырҙарын тыңларға ярата.
Асия ҡыҙым - ғаиләбеҙҙең биҙәге. Ул тыуғанда инәйем күптән баҡыйлыҡҡа күскән ине инде . Шуға ла: “Апайым инәйемә оҡшаған, ә ҡыҙым апайыма оҡшаһын ине”, – тигән теләк башыма килде. Әлеге ваҡытта 10 йылға яҡын Ҡауарҙы урта мәктәбенең директоры булып эшләүсе берҙән-бер апайым Фәймә Рәжәп ҡыҙына оҡшап үткер, егәрле, булдыҡлы, һәр яҡтан да килгән ҡыҙ булып үҫеп етер, тигән өмөттәмен, – ти Фәнилә Рәжәп ҡыҙы.
Илле – елле йәшен ҡаршы алған Фәнилә Рәжәп ҡыҙына артабан да икенсе яртыһы менән парлы ғүмер кисерергә, балаларының шатлыҡтарына һөйөнөргә, студенттарының рәхмәтендә, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА, “Шоңҡар” журналының өлкән мөхәррире, яҙыусы.