

Был көндөң күңелдә шундай йылы тәьҫораттар ҡалдырыуына һис ғәжәпләнәһе түгел. Бында “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” уңайынан бик әһәмиәтле һәм иҫтәлекле сараға татыу һәм өлгөлө ғүмер кисереп, балалар үҫтергән, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм МХО ветерандары ғаиләләре йыйылғайны.
Изгеләр Пётр менән Февронияға арналған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө сағыштырмаса яңы байрам, әммә ул беҙҙең йәмғиәткә үтеп инде һәм үҙ урынын яуланы, тип әйтергә мөмкин. Сөнки заман үҙгәрһә лә, мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала, ғаилә - һәр кемдең ышаныслы ҡәлғәһе, ә ныҡлы, күркәм ғаиләләр - районыбыҙ байлығы, нигеҙе булып тора.
- Бик матур, йылы һәм әһәмиәтле байрамға йыйылдыҡ, - тип сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. - Был ябай байрам түгел, ә ғаилә йолаларын һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү һәм пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған мөһим дата ла. Башҡортостан Республикаһында быйылғы йылдың "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ителеүе лә оло символик мәғәнәгә эйә. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ул айырыуса әһәмиәтле: беҙ ғаиләнең ҡиммәтен һәм әһәмиәтен төплө аңлай һәм баһалай башланыҡ. Ғаилә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ төп, әһәмиәтле өлөшө, ышаныслы нигеҙе. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ғүмере ошо нигеҙҙән башлана. Ғаилә - быуындарҙы бер-береһенә бәйләүсе, нығытыусы һәм уның нигеҙендә - традицион ғаилә ҡиммәттәре.
Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙҙа ошондай ныҡлы нигеҙле, татыулыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булған ғаиләләр бик күп. Һәм беҙ улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бөгөнгө сараға уларҙың барыһын да йыя алманыҡ, әлбиттә. Байрам сараһына саҡырылған һәр ғаилә үҙҙәренең йәшәү рәүеше, әүҙемлеге һәм тормош уртаһында ҡайнап йәшәүе менән айырылып тора. Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур ғаилә байрамы менән ҡотлайым. Ҡунаҡтар араһында алтын туйҙарын билдәләүселәр ҙә бар. Башҡаларға ла шулай татыулыҡта, тоғролоҡта һәм берҙәмлектә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Дауамығыҙ булған балаларығыҙ һеҙҙең матур традицияларҙы дауам итһен. МХО-ның тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, еребеҙгә именлек килеүен һәм һәр ғаиләгә һаулыҡ, бәхетле көндәр теләйем.
Артабан Венер Фәнир улы байрамда ҡатнашыусы ғаиләләрҙе тәбрикләп үтте.
Зәкиә Зәки ҡыҙы менән Әсҡәт Ишмөхәмәт улы Фәйзуллиндар күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән. Әсҡәт Ишмөхәмәт улы – атҡаҙанған төҙөүсе, ә Зәкиә Зәки ҡыҙы бар ғүмерен балаларға математиканан белем биреүгә арнаған мәғариф ветераны. Татыу һәм өлгөлө ғаиләлә ике ҡыҙ үҫкән. Бөгөн инде улар өс ейәнгә өләсәй һәм олатай. Венер Фәнир улы Фәйзуллиндарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
39 йыл татыулыҡта, берҙәмлектә ғүмер кисергән, ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән, бөгөн инде үҙҙәрен хәстәрлекле өләсәй-олатай ҙа тип танытҡан һәм район тормошонда ҡайнап йәшәгән Рәмзиә Шәкирйән ҡыҙы менән Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтовтар ғаиләһе лә күптәргә өлгө булып тора. Ғаилә башлығы Һаҙый Исмәғил улы - рәссам-биҙәүсе. Оҙаҡ йылдар һөнәре буйынса “Красноусол” шифаханаһында эшләне. Бөгөн инде ул дизайн-проекттар эшләү менән мәшғүл, тарихсы булараҡ ауылдар тарихы, нәҫел-араларҙың шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһына, һәүәҫкәр баҡсасы ла. Ә инде Рәмзиә Шәкирйән ҡыҙын районда белмәгән кеше һирәктер. Бер осор Красноусолдағы 1-се мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Артабан ике тиҫтә йылдан ашыу “Красноусол” шифаханаһында дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары булды. Бөгөн иһә ул “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы вазифаһында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, ғаиләләре һәм МХО ветерандары менән эшләй, уларға ярҙам итеүсе лә, ҡурсалаусы ла.
Һәр яҡлап та өлгөлө булған Юлмөхәмәтовтар ғаиләһенә Венер Фәнир улы хаҡлы рәүештә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы.
Байрам сараһында, юғарыла әйтеп үтеүемсә, махсус хәрби операция биләмәһендә именлек һағында булып, яраланыу сәбәпле демобилизацияланған МХО ветерандары ғаиләләре лә ҡатнашты. Мәҫәлән, 28 йыл татыулыҡта ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтергән МХО ветераны Ринат Мөхәмәт улы менән Файруза Әмир ҡыҙы Вәлиевтар ғаиләһе лә Красноусолда абруйлы һәм ихтирамлы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Шулай уҡ МХО ветерандары ассоциацияһының район бүлексәһе рәйесе Илья Макаров та районда киң билдәле шәхес. Илья Николаевич тормош иптәше Наталья Евгеньевна менән өс бала үҫтерәләр. Наталья Евгеньевна Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ғаилә башлығы, ауыр яраланыуға ҡарамаҫтан, тормош уртаһында ҡайнап йәшәй, алғы һыҙыҡтағы яуҙаштарына гуманитар ярҙам оҙатыуҙа, төрлө йәмәғәт эштәрендә һәм сараларында әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, үҙ эшен асып, бүҙәнәләр үрсетеү менән шөғөлләнә. Район етәксеһе Венер Вахитов Вәлиевтар, Макаровтар һәм тормош иптәше Гөлизәр Сирен ҡыҙы менән дүрт бала үҫтергән МХО ветераны Сережа Валекоевич Шамилевтар ғаиләһенә лә Рәхмәт хаты менән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Был көндө шулай уҡ Гэлфиә Ғүмәр ҡыҙы менән Андрей Николаевич Миндияровтар, Маргарита Ғарифулла ҡыҙы менән Абдусаттор Алишер улы Ибраһимовтар ғаиләһенә лә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Сәй табыны артында ойошторолған сарала һәр ғаилә үҙҙәре менән яҡындан таныштырып, балалары, шөғөлдәре тураһында һөйләне, ғаилә бәхете тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Йырсылар Алһыу Ғәлимова, Разалия Салауатова, Фәнзил Ғәлин, Рәзилә Хәбибуллина ҡунаҡтарға моңло йырҙарын бүләк итте. “Беренселәр хәрәкәте” ирекмәндәре райондың ғаилә хеҙмәте белгестәре менән бергәләп фоторамкалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп, һәр ғаиләгә байрам иҫтәлеге булған фотолар бүләк итте.
- Ғаиләләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, тормош көтөү ул үҙенә күрә хеҙмәт тә, бер-беребеҙҙе бәхетле итеү өсөн тырышайыҡ, күңелдәрҙе ҡырмай, йылы һүҙҙәр әйтеп, матур итеп йәшәйек. Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын, - тигән бер теләктә һәм ошондай матур сара ойоштороусыларға рәхмәтле булып таралышты байрамда ҡатнашыусылар.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.