

Йырҙа йырланғанса, беҙ биш бала үҫтек бер ғаиләлә. Бер ул һәм дүрт ҡыҙ. Арабыҙҙа иң бәләкәйе булып, ағай-апайҙарына арҡаланып, иркәләнеп кенә үҫкән Илнарабыҙға ла йәмле йәйҙең бер көнөндә 35 йәш булып китте. Хәҙер инде һис тиктормаҫ, шаян һәм шуҡ, иркә ҡыҙсыҡ түгел ул, гөрләтеп, гөл-сәскәгә күмеп үҙ донъяһын көткән уңған хужабикә, эш урынында яуаплы хеҙмәткәр, йәшәү мәғәнәләре, шатлыҡ-һөйөнөстәре булған өс ҡыҙы өсөн хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше өсөн һөйөклө ҡатын.
Бәләкәйҙән үткер, отҡор һәм ҡатҡыл булды ул. Инәйебеҙ Мининур Минибай ҡыҙына оҡшап бейергә яратты. Көнсығыш бейеүҙәрен һинд ҡыҙҙарылай оҫта башҡара ине. Үҫкәс бейеүсе һөнәрен һайлар тип уйлағайныҡ. Юҡ, Юлыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң бөтөнләй икенсе юлдан китте. Ә инде Стәрлетамаҡ колледжын тамамлауына мәктәп эскәмйәһенән дуҫлашып йөрөгән ауылдашы Зиннур Шәфҡәт улы менән сәстәрен-сәскә бәйләне. Йәш ғаилә Красноусолда төпләнеп, күп тә үтмәй, ауылдың ҡап уртаһында иркен, мөһабәт өй һалып инделәр. Ул арала бер-бер артлы тигәндәй береһенән-икенсеһе илгәҙәгерәк, сибәрерәк өс ҡыҙлы ла булдылар.Ҡыҙҙары ла атай-әсәһенә оҡшап егәрлеләр, алсаҡтар, тырыштар. Оло ҡыҙҙары Розалия быйыл Красноусол башҡорт гимназия–интернатының 9-сы класын тамамланы. Ошонда уҡ 7-сене бөткән Аделина әсәһе шикелле ҡойоп ҡуйған бейеүсе, гимназияның “Төлкәҫ” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә, уҡыуҙа ла һынатмай. Ә инде әсәһеләй иркәләнеп кенә үҫкән Зарина беренсене тамамланы.
Бөгөн Илнара сауҙа нөктәһендә һатыусы-консультант булып уңышлы эшләп йөрөй. Тик торған ваҡыты ла юҡ шикелле уның. Баҡса тултырып йәшелсәләр үҫтерһә, йорт алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Ғөмүмән, гөл үҫтерергә ярата ул. Тәҙрә төптәре йыл әйләнәһенә сәскәләргә күмелеп ултыра.
Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәй, Зиннур кейәү менән икеһе лә тырыш, уңған улар. Кейәүебеҙ алтын ҡуллы төҙөүсе, белмәгән эше юҡ. Ике тырыш бергә тап килгәнгәлер инде, донъялары бөтөн, күркәм.
Илнара балалары белем алған уҡыу йорто тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ата-әсәләр комитеты ағзаһы булараҡ, һәр сарала, эштә әүҙем ҡатнаша. Ә инде саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, кейәү менән икәүләп балыҡҡа сығып китәләр... Урман гиҙеп бәшмәк, еләк йыйырға ла өлгөрәләр.
Бына шундай ҡояштай балҡып, бар эшкә өлгөр туғаныбыҙ Илнара Минибай ҡыҙын матур ғүмер байрамы менән тағы ла бер тапҡыр ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Күңел күгең аяҙ, эшләгән эштәрең уңышлы, бәхетең тулы булһын. Кейәүебеҙҙең, балаларыңдың, барса яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә. Бөгөнгөләй көләс йөҙлө, асыҡ күңелле, уңған, егәрле, алсаҡ, йәш булып ҡал. Яныңда ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм һине хөрмәт итеүсе, яратыусы кешеләр генә булһын.
Ихлас теләк менән апайҙарың Йәмилә, Йәзилә, Эльвира һәм еҙнәләрең, барса яҡындарың.