

Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, күпме хәсрәт, мәшәҡәттәр осраған. Илһөйәр, рухлы һәм энтузиаст, һомғол буйлы, етди ҡарашлы Әмир Мансур улы дер һелкетеп бейеһенме, шиғыр яҙһынмы, йәмәғәт тормошонда ҡайнаһынмы, дөрөҫлөктө яҡлап һүҙ алһынмы – барыһын да булдыра, ҡулынан килә.
Әмир Мансур улы районыбыҙҙың Йөҙимән ауылында ябай колхозсы, һуғыш ветераны Мансур Хәмитовтың ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Бала сағы үҙ тиҫтерҙәре менән уйнап, заманына күрә хәтирәләргә бай була. Ул ваҡытта ауыл мәктәбе 8 йыллыҡ ҡына, 9-10-сы класҡа Сәйетбаба ауылына йөрөп уҡырға кәрәк булғанлыҡтан, класташтары ыңғайына ул да Стәрлетамаҡ ҡалаһына СПТУ-ға уҡырға бара. Унда техника серҙәренә төшөнөп, артабан тыуған колхозында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул осорҙа ергә һөйөү күңелендә ҙур эҙ ҡалдырғанғамы, Әмир Мансур улы 2 йыл Чехословакияла Совет армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға керә. Еңел кәүҙәле, матур буйлы егетте институттың данлыҡлы халыҡ бейеү ансамбленә ҡабул итәләр. Уҡыу осоронда күп тапҡырҙар төрлө ерҙәргә гастролдәргә йөрөргә тура килә уға, Мәскәүҙә генә өс тапҡыр булалар. Уҡыу йортоноң сәнғәт тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға ла, яҡшы итеп уҡырға ла өлгөрә ул.
Институт тамамлар алдынан шунда уҡ зооинженер факультетында уҡып йөрөгән Мәсетле районы ҡыҙы, уҡыу йортоноң билдәле спортсыһы Нәбирәгә өйләнә. Ҡулдарына диплом алғас, ике йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына эшкә ебәрәләр. Бында Әмир Мансур улы Мәсәғүт совхозында бүлексә етәксеһе булып эшләй. Ике йылдан ашыу Мәсетле районында эшләгәндән һуң Хәмитовтар районыбыҙға, Мәжит Ғафури исемендәге колхозға ҡайталар. Унда бер аҙ эшләгәс, Әмир Хәмитовты тыуған Салауат исемендәге колхозға баш агроном итеп күсерәләр. “Үҙемдең тыуған ауылға агроном булып ҡайтҡас, колхозсылар беҙҙе ҡуш ҡуллап, күтәреп алдылар”, - тип, шул ваҡыттарҙы ғорурланып иҫләй ул.
Үҙ эшен яҡшы белгән Әмир Мансур улын, халыҡ менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таба алыуын иҫәпкә алып, 1985 йылда райондың ауыл хужалығы идаралығына баш агроном итеп ҡуялар.
Ул осорҙа районда 20-ләп хужалыҡ була. Ҡара яҙҙан сәсеү алдынан шул хужалыҡтарҙы орлоҡтар, ағыулау препараттары менән тәьмин итеү, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан ашлама ҡайтартыуҙы хәстәрләү уның яуаплылығында була. Сәсеү тамамланғас, һабантуй алдынан бөтә хужалыҡтарҙың да сәсеүлектәрен ҡарап сығыу, һабантуйҙа яҙғы баҫыу эштәре буйынса алдынғыларҙы билдәләү өсөн үҙенә беркетелгән машинала Әмир Мансур улы яландарҙы арҡыры-буй әҙ үтмәй. Шуға күрәлер ҙә алдынғыларҙы билдәләгәндә етәкселәр араһында бәхәс тә булмай.
- 1985 йылда районға эшкә саҡырылғандан һуң 7 хакимиәт башлығы менән эшләргә тура килде. Йыл да тиерлек районда Һабансылар ярышы үткәрелә ине. Район чемпионы, “Ағиҙел” колхозы тракторсыһы Илһам Ғәйнуллиндың республика һабансылар ярышында икенсе урын алып, “Урал” мотоциклы менән бүләкләнеүе осраҡлы түгел. Тракторсы булыуым миңә һәр ваҡыт ярҙам итте. Яҙҙан көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтмаған механизаторҙарҙы мин дә һәр саҡ ихтирам иттем.
Минең үҙемә тормоштоң төрлө ҡатмарлы ваҡыттарында бейеү сәнғәте ярҙам иткәндер, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта. Бейеү тигәндәй, 1983-85-се йылдарҙа, колхозда эшләгәндә әле, минең бейегәнде белеп, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе район концерттарында ҡатнашырға өгөтләй башланы. 60 саҡырымға бейергә йөрөп булмай бит инде, киттем мәктәпкә. Керһәм, бер ҙә онотолмаҫлыҡ табышҡа юлыҡтым: йәш, матур 8 ҡыҙ уҡытып йөрөйҙәр. Физика-математика уҡытыусыһы Минәхмәт бик талантлы баянсы ла икән. Тиҙ генә малсы, тракторсы йәш егеттәрҙе саҡырып, ҡыҙҙар менән таныштырҙым һәм бейеү түңәрәге ойоштороп ебәрҙем. Тырыша торғас, 5-6 бейеү килеп сыҡты. Ике йыл район ансамбле исеменән бейеп йөрөнөк. Уларҙың "халыҡ коллективы" исемен раҫлау өсөн дә беҙ барҙыҡ. Ҡыҙҙарҙың ҡулына ла ҡағылырға ҡыймаған колхоз егеттәре шул осорҙа уҡытыусы ҡыҙҙар менән 4 ғаилә ҡорҙо, - тип ул ваҡыттарҙы бөгөн йылмайып хәтерләй Әмир Мансур улы.
Күп яҡлы һәләтле, аҡыллы ҡарашлы Әмир Хәмитов районыбыҙҙа 18 йыл буйына баш агроном эшен алып бара, һуңынан хаҡлы ялға киткәнсе райондың ер комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
Тормош мәшәҡәттәре менән ғүмер һиҙелмәй ҙә үтә. Әмир Мансур улы Нәбирә Ҡазыхан ҡыҙы менән ошо йылдар эсендә ике ҡыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтыралар. Уларҙың икеһе лә медицина хеҙмәткәрҙәре. Хәмитовтарҙың хәҙер инде ике ейәне, ике ейәнсәре бар.
- Беҙ, ике ҡыҙҙары - Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең иркен торлаҡтарыбыҙҙа үҙ ғаиләләребеҙ менән торабыҙ. Әлбиттә, беҙҙе тәрбиәләп, уҡытып, йәшәү шарттары булдырырға ярҙам иткән атай-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Улар һаман да мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап беҙгә ярҙам итә. Еләк-емеш, алма баҡсаларын әйтеп тораһы ла түгел. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсә уларға ярҙам итергә тырышабыҙ, балалар ҙа үҙебеҙ һымаҡ ауылдағы эштәрҙе белеп үҫә, атайыбыҙ шуға шатланып бөтә алмай. Атай-әсәйебеҙҙең заманында алған Маҡтау ҡағыҙҙарына, исемдәргә әллә ни иҫтәре китмәй, тәртипләп һалып ҡуйғандар. “Иң мөһиме - халыҡ ихтирамы, һеҙҙең, ейән-ейәнсәрҙәрҙең, туғандарыбыҙҙың иҫән-һау булыуы”, - ти атайыбыҙ, - тип һөйләп үтте ҡәҙерле кешеләре тураһында ҡыҙҙары.
Әмир Мансур улы буш ваҡыттарында хисләнеп шиғырҙар ҙа ижад итә. Был һәләт тә һәр кемгә бирелмәй, уның талантлы кеше булыуын иҫбатлай.
Етмеш биштә лә егеттәрсә етеҙ, аҡыллы ҡарашлы Әмир Мансур улына артабан да шулай яҡындарына терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ.