+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Июль , 04:25

Үткән ғүмеркәйем төш кеүек...

"...Һары ауырыуы сыҡты бер заман. Ҡыҙылса, сәсәк ауырыуҙары ла көслө булды, ҡайҙа инде ул бальнис, укыл тигән нәмәләр... Балалар күп ауырыны, күп үлде.

Үткән ғүмеркәйем төш кеүек...Үткән ғүмеркәйем төш кеүек...
Үткән ғүмеркәйем төш кеүек...

Инәйемдең 6 балаһы булған. Сәғәҙәтулла ағайым тыуғас, оҙаҡ та йәшәмәгән. Ғәйфулла, Шәрәфетдин ағайымдарҙы ла урыҡ-һурыҡ ҡына иҫләйем. Ғәйфулла ағайым өйөбөҙҙөң буйының буйына эшләнгән һикенең бер башында ауырып ята. Эргәһенә инәйем әҙерәк ашарына ҡалдырған, мин һикенең икенсе башында ағайым ашармы икән, тип көтөп ултырам. Ас булғанмындыр инде... Уларҙың үлгәнен дә, нисек күмгәндәрен дә белмәйем. Атайымды бөтөнләй хәтерләмәйем, мин бәләкәй саҡта уҡ үлгән, Герман һуғышында ҡатнашҡан. Инәйемдең өс балаһы: Һибәтулла, Абдулла ағайым һәм иң бәләкәсе мин генә тере ҡалғанбыҙ.
Уҡыу эләкмәне миңә. Ҡыҫынтыла мәктәп тә бар ине. Әминев ағай менән Зәйтүнә апай уҡытты. Ҡайһы яҡтан килгәндәрҙер, белмәйем. Валерик исемле 2 йәштәрҙәге малайҙары бар ине. Мин 3-сө синыфты ла тамамлай алманым. Аслыҡ, яланғаслыҡ... Инәйем ауырып китте, ауыр эш эшләп эсе килгән, бахырҡайымдың, ҡаты сепрәкте ус инендәй итеп төрнәп, аҫтына ҡуйып, ике осона бау тағып, муйынына аҫып йөрөнө.
Әҙерәк ҡул араһына ингәс, үҙем ололарға эйәреп, бойҙай, арыш утарға йөрөй башланым. Көҙөн башаҡ йыйҙыҡ. Урыҫ ауылдарының баҡсаһында ҡалған бәрәңке эҙләргә сығып китә торғайныҡ. Яҙын тағы серек бәрәңке эҙләп килтереп, икмәк итеп бешереп ашай инек. Ниңә үҙебеҙ сәсмәгәнбеҙ икән, тип уйлайым әле, әллә орлоҡ булманымы икән, тапҡанын ашап бөтөп торғас. Ҡыш көнө эшләмәйбеҙ, өйҙә генә ултырабыҙ, кейем юҡ, аяҡта сабата ғына. Тышта уйнағы килһә, аяҡҡа сепрәк-сапраҡ урап бәйләйбеҙ ҙә, сыға һалып уйнап ингән булабыҙ, йә йүгереп күрше ҡыҙҙарға барып, әлеге лә баяғы иҫке-боҫҡонан ҡурсаҡ яһап, йә сепрәкте тәҙрәгә төкөрөк менән йәбештереп уйнап ултыра торғайныҡ.
12-13 йәштәрҙә, ҡулға бысҡы тота ала башлағас, Абдулла ағайым менән Латышҡа әрҙәнә бысырға йөрөнөм. Шул аҡсаға ағайым "шветский" тауар алып, бер тегенсе бабайҙан аҡ кофта, ҡара итәк тектереп бирҙе, сандали һатып алдыҡ.
Бер ваҡыт ағайымды Молотов ҡалаһына ФЗО-ға вербовать итеп ебәрҙеләр. Сәфиулла бабайҙың бер бөртөк кенә ҡыҙын да алып киттеләр, инәһе лә юҡ ине. Бабайҙан "ҡыҙыңды ебәрәһеңме", тип һорағандар икән, "барһын, яҡын бит, ҡайтып йөрөр әле" тигән, Молотов тигән урыҫ ауылы бар ине, шунда ғына эшкә бара, тип уйлап. Минең әлүмин тарағым була торғайны, ул апай тарағымды үҙенең беләҙегенә алыштырып алып китте. Бахыр, шул китеүҙән ҡайтманы.
Эше ауыр булғандыр инде, ағайым ҡасып ҡайткан тигән хәбәрҙәр ишетелә башланы. Инәйем, төндә ҡайтып килһә, тип өй башына ҡатыҡ менән әҙерәк икмәк мендереп ҡуя торғайны, иртән ҡарайбыҙ ҙа, икмәк ашалмаһа, ҡайтмаған, тип ҡайғырабыҙ. Ағайым ҡасан ҡайтҡандыр, иҫләмәйем, ҡайтҡас, һал ағыҙырға йөрөнө тау яғына, ҡышын ағасты йығып, ярға яҡын ташып ҡуялар ҙа, яҙ етһә, һал итеп бәйләп ағыҙа торғайнылар.
Һибәтулла ағайым Ҡатай яғына (Белорет яғы булғандыр инде) урман ҡырҡырға барған саҡта, йылғала боҙ ярылып, аты-санаһы менән һыуға төшөп киткән. Иптәштәре нисек һөйрәп сығарғандарҙыр инде, өҫтөнә септә ябып, яҡыныраҡ бер ауылға алып барып еткергәндәр. Барғансы ағайым ярты үлгән булған, ауыҙын ҡалаҡ менән шаҡарып астырып, араҡы ҡойоп, тәнен ыуып, саҡ кеше иткәндәр. Шунан һуң шешекләп оҙаҡ ауырыны ул.
Ауыл ерендә йүнле эш юҡ, эшләһәң аҡсаһы юҡ. Абдулла ағайым ҡалаға сығып китәм, ти башланы. Силсәүиттән дүкәмитен бирмәйҙәр икән, налугтарығыҙҙы түләп бөтмәйенсә, тип. Элек тә бит налуг күп түләнек, калхузға былай ҙа майын, йомортҡаһын тапшырып торабыҙ. Әлдә һыйырыбыҙ булды. Инәйем һыйырын йәлләп, кеше туҡмай, тип калхузға ер тырматырға үҙе сыға торғайны. Теләге ҙур булғандыр инде ағайымдың, беҙ торған өйҙө һатып, налугтарҙы түләп, Өфөгә эшкә сығып китте. Һибәтулла ағайым өйләнеп, айырым тора ине, мунсаға тигән бураһын өй итеп һалып, инәйем менән мине башҡа сығарҙы.
Йәштәр бара тигәс, ағайымдан саҡ-саҡ рөхсәт алып, Аҫҡын яғына бесән әҙерләргә киттем. Үҙем бесән саба белмәйем, аш бешереп, ҡашығаяҡ йыуып, усаҡ ҡараштырып торам. Көнө буйы арып эшләйбеҙ ҙә, кисен уйынға сығабыҙ, клубтары бар ине. Үҙебеҙҙең клубта ла эспитакль, кансырт ҡуя торғайныҡ. Бер Өфөнән килеп, матур уйнағандарҙы уҡырға саҡырып йөрөнөләр. Минең уйнағанды оҡшатып, килергә аҡса тапһаң, ошо адрес менән кил, тип ҡағыҙ биреп киттеләр. Эй, шатланып, инәйемә ҡайтып һөйләгәйнем, ебәрмәне.
Бер ваҡыт ҡыҙҙарҙы Архангелдә йыйып, Өфөгә эшкә алып китә башланылар. Беҙ ҙә, 7 ҡыҙ, һөйләшеп сыҡтыҡ та киттек. Электрификация тигән урамдағы 72-се йорттоң икенсе этажына, дөйөм ятаҡҡа барып урынлаштыҡ. Стройкала кирбес, раствур ташып, эшләгән аҡсама өҫтөмә баҙарҙан куфайка, быйма, әҙерәк кәрәк-яраҡ алып ҡайттым.
Эшләмәгән эш, күрмәгән нужа ҡалманы. 59 йылда Юлыҡҡа килен булып төштөм. Атайың менән ауырлы көйөнсә йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе бысып ташып, өй һалып сыҡтыҡ. Колхозға бесән, борсаҡ сабырға ла йөрөнөм йәшерәк саҡта, күбеһенсә сөгөлдөрҙә эшләнем, ҡышын атайыңа башмаҡ ҡараштым, пенсияға сыҡҡас та 2 йыл фермала һыйыр һауҙым. Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргәс, бына, йәшәйем бит әле. Үткән генә ғүмерем төш кеүек"...
Ошо көндәрҙә 90 йәшен тултырған инәйем (Хәмиҙә Мөхәмәтулла ҡыҙы Дәүләтбаева) хәтер йомғағын тағатып ултыра. Мин һиҙҙермәй генә телефонға яҙҙырам. Тарих бит ул! Эй, Хоҙайым, инәйемә ошо аҡылында, ошо һаулығында, үҙең ҡушҡан ғәмәлдәрҙе үтәп, балалары, яҡындары иҫәнлегенә, донъялар именлегенә, әруахтарҙың рухына доғалар уҡып ултырырлыҡ тағы ла ғүмер бирһәң ине, тип теләйем.
Ул бит әле 7 балаһын, 16 ейән-ейәнсәрен, 14 бүләсәһен бергә туплап, кәңәш-нәсихәттәре, изге теләктәре менән беҙҙе ҡурсалап,терәк булып йәшәй. Инәйебеҙ барҙа беҙ һаман да бала.
Бала сағы, йәшлеге аслыҡ-яланғаслыҡта үтһә лә, бөгөнгөһөнә ҡыуанып, рәхмәтле булып, балаларының, туғандарының, күрше-күләндең ҡәҙер-хөрмәтенә һөйөнөп, изге теләктәрен теләп йәшәй ул.
Саимә ИГЕЛЕКОВА. Красноусол ауылы.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас