+22 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 05:25

Беренсе аҙым яһауҙан ҡурҡмаһаң...

Төҙөлөш бар ерҙә – тормош бар, тиҙәр. Һәр төбәктә матур өйҙәр һалына, кәртә-ҡуралары ла үҙ урынын ала, шулай булғас, төҙөлөш материалдарына ла һорау ҙур.

Беренсе аҙым яһауҙан ҡурҡмаһаң...Беренсе аҙым яһауҙан ҡурҡмаһаң...
Беренсе аҙым яһауҙан ҡурҡмаһаң...

Красноусолда һуңғы йылдарҙа төҙөлөш материалдары магазиндары күбәйһә лә, һатып алыусылар ҙа үҙҙәренең күңеленә ятҡан, хаҡы тешләшмәгән урынды һайлай. Бынан өс йыл элек асылып, хәҙер һатыу урынын тағы ла киңәйткән “Прострой” магазины ла үҙ һатып алыусыларын тапҡан, сауҙа гөрләп торған урынға әйләнгән. Уның хужаһы Эльвира Фәйзулла ҡыҙы Әхмәтғәлиева ла бизнестағы уңыш ныҡышмалылыҡтан һәм кешеләргә ярҙам итеү теләгенән тыуыуын иҫбатлаған.
Ҡасандыр Эльвира Фәйзулла ҡыҙы әсәһе Әлфиә Шаһи ҡыҙы юлынан барып, 20 йыллап балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, хатта мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре араһында конкурста еңеүсе була. Әммә бер көндө ул үҙен яңы эштә һынап ҡарарға теләй һәм Әхмәтғәлиевтар кәңәшләшеп, төҙөлөш материалдары магазины асырға ҡарар итә. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән Альберт Әмир улы тиҙҙән был эшенән китеп, бөтөнләйгә ҡайта. Эльвира тәүлек әйләнәһенә компьютерҙа ултырып, сауҙа итеүҙе, тауарҙың характеристикаһын, уларҙың тәғәйенләнешен, төрөн, етештереүселәрҙең адрестарын һәм хатта һатып алыусыларҙың фекерҙәрен дә өйрәнә. Эшҡыуарлыҡ эшен белгән атаһы Фәйзулла Сөләймәновҡа кәңәш һорап ҡына мөрәжәғәт итәләр, әммә матди ярҙам һорап түгел.
Башта, әлбиттә, бик еңелдән булмай. Килем юҡ, билдәһеҙлек көсәйә. “Түҙегеҙ, артҡа сигенмәгеҙ. Бизнеста тәүге өс йыл еңелдән булмай, уларҙы сабыр итеп еңһәгеҙ, шул саҡта эш тә алға барасаҡ”, - тип, атаһының әйткән кәңәше бик урынлы булып сыға. Эльвира Фәйзулла ҡыҙы әле был һүҙҙәрҙе хәтерләп, атаһына шундай аҡыллы һәм зирәк кәңәше өсөн рәхмәт әйтә.
2023 йылда магазин асылғандан алып тормош иптәше Альберт Әмир улы менән бергә эшләйҙәр. Ул күпселек экспедитор, тауар ташыусы булһа, Эльвира Фәйзулла ҡыҙы һатыусы һәм бер ыңғайҙа йыйыштырыусы була. Хәҙер залдағы икенсе һатыусы - Минзилә Фәнир ҡыҙы Королёва уның төп ярҙамсыһы.
- Беренсе йылда, беҙҙең алты мөйөшлө йорттоң яртыһында бәләкәй генә магазин ине. Бер йылдан һуң келәт төҙөнөк, 2025 йылда - тағы берҙе. Хәҙер магазин 200 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, ә келәттәр өсөн 100 квадрат метрҙан ашыу урын бүленгән. Әммә бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, майҙандарҙы ла, тауарҙар ассортиментын да киңәйтәсәкбеҙ. Һәм быларҙың барыһы ла һатып алыусыларҙың үтенесе буйынса, сөнки беҙҙә ихтыяж булған ҡайһы бер тауарҙар юҡ, - тип һөйләй магазин хужабикәһе, киләһе һатып алыусыны хеҙмәтләндергән арала. - Беҙ һатып алыусыларҙың көтөп тороуына күнекмәгәнбеҙ, шуға күрә икебеҙ ҙә хеҙмәтләндерәбеҙ. Һоралған тауарҙы табыуы еңелерәк булһын өсөн, уның ҡайҙа ятҡанын күрһәтәбеҙ һәм инеүселәрҙән нимә һатып алырға теләүҙәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
“Прострой” магазинына килгән һатып алыусыларҙы Эльвира Әхмәтғәлиеваның ихлас йылмайыуы үҙенә йәлеп итә. Уның тауарҙы һатып алыусыға матур итеп аңлатыуы, эшлекле кәңәше лә һәр саҡ урынлы һәм файҙалы. Ысынлап та, хәҙер уларҙың эше лә алға киткән. Элек хужаға кәрәкле тауар өсөн ҡалаларға көнөнә ике тапҡыр барырға тура килһә, әле Стәрлетамаҡтан, Өфөнән, Ырымбурҙан, Силәбенән, Һамарҙан тауар менән тәьмин итеүселәр үҙҙәре алып килә. Хужабикә теге йәки был тауарҙы кәштәләргә урынлаштыра, хаҡтарын яҙып ҡуя.
Әхмәтғәлиевтарҙың улы Айҙар Себерҙә инженер булып эшләй, ул нефтсе. Ә ҡыҙы Адель быйыл Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлап, артабан уҡырға инергәме, әллә алған һөнәре буйынса эшкә урынлашырғамы, тигән һорау алдында тора.
- Беҙ уларға үҙ фекеребеҙҙе көсләп таҡмайбыҙ, үҙҙәре хәл итһен. Әммә бизнеста минең Ринат ағайым атайым менән бергә эшләй, ә Альбина Стәрлетамаҡта үҙенең риэлторлыҡ агентлығын асты. Һәр беребеҙҙең эше алға бара. 40 йыллап балалар баҡсаһында эшләгән әсәйем хаҡлы ялда. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға, кәңәшем шул: беренсе аҙым яһарға ҡурҡмағыҙ, күңелегеҙгә ятҡан нәмәнән башлағыҙ, - ти Эльвира Фәйзулла ҡыҙы.
Ул ике тиҫтә йылға яҡын балаларға йөрәк йылыһын таратҡан тәрбиәсе булһа, бөгөн һатып алыусыларын шатландырған эшҡыуар. Барыһы ла кешеләргә файҙа килтереү өсөн эшләнгән эштәр. Үҙ эшен асҡан уңған Эльвира Әхмәтғәлиева йәштәргә үрнәк булырлыҡ, кәңәш бирерлек алсаҡ эшҡыуар. Алда ла уңыштар ғына юлдаш булып, эшҡыуарлыҡта яңы үрҙәр насип булһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас