+22 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 07:12

Десантсылар батырлығы

“Башҡортостан яугиры, яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта дошмандың терәк пунктын һәм өс яугирын юҡ иткән”, - тип “Бәйләнештә” селтәрендә яҙып сыҡты Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов “Татарин” позывнойлы десантниктың батырлығы хаҡында.

Десантсылар  батырлығыДесантсылар  батырлығы
Десантсылар батырлығы

28 майҙа “Татарин” позывнойлы яугир хеҙмәттәше менән Каменское ауылы йүнәлешендә дошмандарҙың терәк пунктын асыҡлау өсөн разведкаға юллана. 10 саҡрым самаһы ара үтеүгә үҙҙәре тарафына осоп килгән FPV-дрондың тауышын ишетәләр. Дрондар икәү булып сыға. Тәжрибәле һәм мәргән яугирҙар уларҙың икеһен дә атып төшөрә. Тағы бер ара үткәндән һуң яугирҙар укрофашистарҙың терәк пунктын таба һәм гранаталар ырғытып, шундуҡ пункт эсенә бәреп инеп, ундағы өс дошманды юҡ итәләр. Һөҙөмтәлә, улар дошмандың беҙҙең позицияларға дрондар осорған нөктәһен тулыһынса юҡҡа сығарған.
Әйткәндәй, был ҡаһарман яугир, гвардия өлкән лейтенанты Руслан Кашфуллиндың М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насированың яҡын туғаны булыуы асыҡланды.
- Руслан дүрт тапҡыр яраланды. Һуңғыһында госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң уны алғы һыҙыҡҡа ебәрмәйенсә, Ульяновскиҙа йәштәр менән эшләргә, хәрби күнекмәләр үткәрергә тәҡдим иткәндәр. Тик ул, “таҫма артында” йәштәргә ҡарағанда минең кеүек тәжрибәле яугирҙар кәрәгерәк, тип йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды, - ти Рәмзиә Сергеевна.
Ҡаһарман яугирҙың ғаиләһе – ҡатыны Әлфиҙә һәм ҡыҙҙары, туғандары янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас