+20 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 05:33

Еңел быу менән! Мунсала нисек файҙалы һәм рәхәтләнеп ял итергә

Быйыл йәй Өфө йәнә мунса яратыусыларҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә: 25-26 июлдә баш ҡалабыҙҙа йолаға әүерелгән «Рәхәттә» халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтә. Был – мунсаның файҙаһы тураһында һөйләү өсөн сираттағы яҡшы сәбәп.

Еңел быу менән! Мунсала нисек файҙалы һәм рәхәтләнеп ял итергәЕңел быу менән! Мунсала нисек файҙалы һәм рәхәтләнеп ял итергә
Еңел быу менән! Мунсала нисек файҙалы һәм рәхәтләнеп ял итергә

Иң һәйбәте – еңелсә пар
Әгәр һеҙ мунса яратмайһығыҙ икән, тимәк, йә әлегәсә яҡшы мунсала булмағанһығыҙ, йә иһә дөрөҫ парланмағанһығыҙ, сөнки хатта иң шәп парҙы ла дөрөҫ файҙаланмайынса боҙорға мөмкин.
Мунсаға барыу «Яңынан тыуған кеүек булдым!» тигән ҡыуаныс килтерергә тейеш. Бының өсөн еңелсә пар кәрәк. Ул тәнде иҙрәтә, көсөргәнеште кәметә. Юғары температура яҡшы мунса күрһәткесе түгел. Классик рус мунсаһы өсөн иң ҡулай температура 40–70% дымлылыҡта 50–70 градус самаһы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта температура урынға ҡарап айырыла. Мәҫәлән, эләүкәлә 50 градус булһа, ә түбә аҫтында – күпкә юғары. Шуға күрә тәжрибәле мунсасылар өҫтәге эҫе парҙы миндек менән сабыныусыға ҡарай йүнәлтә белә.
Шулай уҡ мунсала елләтеү булдырыу мөһим. Ҡайһы берәүҙәр пар әрәм була тип, бөтә ерҙе ҡаплау яҡлы. Эҫе һәм дымлы бинала кислород тиҙ бөтә һәм кеше тонсоға башлай, тыны ҡыҫыла, башы әйләнә. Бындай осраҡта рәхәтлек алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ – тиҙерәк саф һауаға сығып өлгөрөргә кәрәк! Шул уҡ ваҡытта елләтелмәгән мунса үҙе лә оҙаҡ хеҙмәт итә алмай – сереп, күгәреп бара.
Миндек – мунса командиры
Миндек – рус мунсаһының мотлаҡ атрибуты. Имән, ҡайын, аҡ шыршы... уны хатта кесерткәндән дә эшләйҙәр! Уларҙың барыһы ла массажер ролен башҡара, ҡанды йөрөтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды тергеҙә. Классик ҡайын миндеге – йомшағыраҡ, хуш еҫле, имәндеке – нығыраҡ, уның тәьҫире лә һөҙөмтәлерәк, мускулдарҙағы ауыртыуҙы бөтөрә. Ылыҫлы миндектәрҙә эфир майҙары күп, шуға күрә улар һыуыҡ тейгәндә файҙалы. Һәр кем үҙ теләге буйынса миндек һайлай, иң мөһиме – дөрөҫ бешереү. Мәҫәлән, ҡоро миндек өҫтөнә бер ҡасан да ҡайнар һыу ҡоймағыҙ. Температураның ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында япраҡ тиҙ ҡойола. Миндекте 15–20 минут йылы һыуҙа тотоп йомшартығыҙ, ә ҡулланыр алдынан ҡайнар һыуға һалығыҙ.

АНОНС

Мунса ялы серҙәрен ҡайҙан белергә?

25-26 июлдә Өфөләге «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» мунса фестивале ойошторола. Бында мунса, чан, бассейндар урынлаштырылған тотош ҡаласыҡ барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы теләгән һәр кем ҡарай ала.
– Быйыл фестивалдә Өфөнөң мунса комплекстары әүҙем ҡатнаша, – ти Евразия мунса ассоциацияһы директоры урынбаҫары Наҙгөл Левина. – Бындай комплекстарҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуын күрәбеҙ, улар ҙур һорау менән файҙалана. Был мунса мәҙәниәтенең юғары кимәлдә булыуы, кешеләрҙең йолаларҙы хөрмәт итеүе һәм үҙҙәренең һаулығы тураһында хәстәрлек күреүе хаҡында һөйләй. «Айыҡ мунсаларға» өҫтөнлөк биреүселәрҙең күбәйеүе, кешеләрҙең аңлы рәүештә алкоголһеҙ ял итеүҙе һайлауы айырыуса ҡыуандыра.
«Рәхәттә» фестивале барышында илдең танылған пар оҫталарының миндек бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға; медицина хеҙмәткәрҙәренән мунса буйынса кәңәштәр алырға, мунса кәрәк-яраҡтары һатып алырға мөмкин. Шунда уҡ төрлө спорт ярыштары үтәсәк, гастрономия зонаһы ойоштороласаҡ.
Коллектив парлау буйынса Рәсәй чемпионатының финалы фестивалдең сағыу ваҡиғаһы буласаҡ: Рәсәйҙең иң яҡшы алты оҫтаһы үҙенең мунса сәнғәте менән хайран ҡалдырасаҡ.
«Рәхәттә» – ҙур байрам, бында бөтә ғаилә менән рәхәтләнеп ял итергә – парланырға, тәмле ашарға, концерттар һәм шоу ҡарарға мөмкин.

 

ТӘҮГЕ ЯРҘАМ

Әгәр мунсала ҡапыл хәл бөтһә

Мунса һаулыҡ өсөн файҙалы: йылы быу ҡан тамырҙарын киңәйтә, мускулдарҙы йомшарта, тын алыу юлдарын йылыта, көсөргәнеште баҫа. Ләкин, уның файҙалы үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, иҫкәрмәләр ҙә бар. Шуға күрә, бигерәк тә хроник сирҙәр булғанда, мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшегеҙ. Хәлегеҙҙең насарайыуын тойоу менән пар бүлмәһенән сығығыҙ, түҙеп ултырып, сәләмәтлегегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ. Әгәр хәл-торошоғоҙ яҡшырмаһа, ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.
Эҫелектән кешенең башы әйләнә, ҡолаҡтары шаулай, уҡшый, йөрәк тибеше йышая. Кисекмәҫтән һалҡын бинаға сығырға, һыу эсергә, маңлайға һалҡын һыуҙа сылатылған таҫтамал һалырға кәрәк. Эҫе һуғыу зиһендең буталыуына, көҙән йыйырыуға, ҡоҫоуға килтереүе мөмкин.
Иҫтән яҙыу. Ул эҫе һуғыу, физик арыу йәки кешенең мунсаға ас килеш барыуы арҡаһында булыуы ихтимал. Күҙ алдығыҙ ҡараңғыланһа, яйлап ҡына саф һауаға сығығыҙ, тәрән итеп тын алығыҙ. Әгәр кеше мунсаның пар бүлмәһендә иҫтән яҙһа, уны тиҙерәк тышҡа сығарырға, арҡаһына һалырға һәм йомшаҡ әйбер ярҙамында аяҡтарын бер аҙ өҫкә күтәрергә кәрәк.
Тән бешеү. Мунсала пар, эҫе һыу арҡаһында тәнде бешерергә йәки яңылыш ҡыҙған мейескә тейергә мөмкин. Бешкән урынды тәүҙә һыуыҡ һыу ҡойоп һыуытыу зарур. Артабан һыуыҡ һыуҙа сылатылған таҫтамал ҡулланып, компресс яһағыҙ. Бешеүгә ҡаршы махсус крем ҡулланырға була, әммә май, йомортҡа һарыһы һәм башҡа халыҡ саралары түгел. Уларҙың ярҙамға ҡарағанда зыяны күберәк. Тәндә ҡыуыҡтар барлыҡҡа килһә, уларҙы үҙаллы һытмағыҙ. Тән бешеү арҡаһындағы йәрәхәттәр мотлаҡ табип тикшереүен талап итә.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас