+20 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 06:21

Өс проект еңеүгә өлгәште

Районыбыҙҙан өс проект Президент гранттары фондының икенсе конкурсында еңеүгә өлгәшеп, уларҙы тормошҡа ашырыуға 2,2 млн һум дәүләт ярҙамы алды.

Күптән түгел ағымдағы йылда социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Президент гранттары фондының икенсе конкурсы еңеүселәре билдәле булды. Конкурста Рәсәй буйынса 87 төбәктән 1426 коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошма еңеүгә өлгәшкән. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 4,28 млрд һум тәшкил итә.
Билдәле булыуынса, республикабыҙ иң күп Президент гранттары еңеүселәре буйынса лидерҙар иҫәбендә. Сираттағы конкурсҡа ла республикабыҙ НКО-ларынан 641 проект тәҡдим ителгән. Әйтергә кәрәк, ҡатмарлы һәм көсөргәнешле конкуренция шарттарында уларҙың күбеһе юғары баһа алып, еңеүгә өлгәшкән. Тейешенсә баһаланған проекттар араһында ғаиләне нығытыуға, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауға, йәштәрҙе үҫтереү, социаль хеҙмәтләндереү, тарихи хәтерҙе һаҡлау кеүек мөһим йүнәлешлеләр бихисап.
Шуныһы ҡыуаныслы, етди конкурста еңеүселәр араһында районыбыҙҙан да өс проект бар.
Уларҙың береһе – Юлыҡ ауылында мәғариф, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү Фондының (Юлыҡ ауылы мәктәбе) “Ғафури уғатарҙары” проекты 876 476,00 һум аҡса аласаҡ (проекттың дөйөм суммаһы 1 311 006 һум тәшкил итә). Был проект спорт күнекмәләре, традицион уҡ атыу буйынса ярыштарҙа, спорт уйындары аша районыбыҙҙың төрлө йәштәге халҡын балалар, йәштәр һәм ололарҙы физкультура, спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙе һәм матди базаны яңыртыуҙа үҙмаҡсат итеп билдәләгән. Әйткәндәй, ул “Традицион уҡ атыу” спорт-патриотик клубы” грант проектының дауамы булып тора.
“Роза и Ко” Ташбүкән ауыл биләмәһенә ярҙам фондының “Хәтер һәр кемдең йөрәгендә: һәйкәлде реконструкциялау Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ихтирам билдәһе” проектын тормошҡа ашырыуға 728 900,00 һум ярҙам аласаҡ. Проекттың дөйөм суммаһы 1 214 214,00 һум тәшкил итә.
Проект нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышында һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар һәм ветерандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде реконструкциялау, уның биләмәһен төҙөкләндереү, йәштәрҙә ҡаһарман яҡташтары менән ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе илһөйәрлек рухында саралар үткәреү, ветерандар менән осрашыуҙар ойоштороу, йәштәрҙе һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү сараларына йәлеп итеү төп маҡсат булып тора.
Мораҡ ауыл биләмәһенең үҫешенә булышлыҡ итеүсе “Рассвет” фондының “Россияночка” еңеүгә үҙ өлөшөн индерә” проекты 689 140,00 һумлыҡ грант (проекттың дөйөм суммаһы 1 739 806,00 һум) отто.
Проектҡа ярашлы, Мораҡ ауылының “Россияночка” ирекмәндәр командаһы 200 маскировкалау селтәре үреүгә материалдар (спанбонд, ебәк ептәр, селтәр өсөн нигеҙ), ирекмәндәргә төшкө аш ойоштороу өсөн микротулҡынлы йылытҡыс, һыуытҡыс һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла. Шулай уҡ район хакимиәте вәкилдәре, МХО ғаиләләре, был изге эш уртаһында булған ирекмәндәр, тотош ауыл халҡы ҡатнашлығында тантаналы сара үткәреп, “Россияночка” ирекмәндәрен бүләкләү күҙ уңында тотола.
Еңеүгә өлгәшкән проект командаларының барыһын да ҡотлап, уны тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләргә генә ҡала.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас