+20 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 06:20

Төп иғтибар - ауыл райондарына

Яғыулыҡ баҙарында күҙәтелгән хәл-торош республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә ҡала.

Төп иғтибар -  ауыл райондарынаТөп иғтибар -  ауыл райондарына
Төп иғтибар - ауыл райондарына

Үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә автозаправкалау станцияларының яғыулыҡ менән тәьмин ителешен даими контролдә тотоуҙы йөкмәтте. Төп иғтибар йәйге көсөргәнешле эштәр барған ауыл райондарына йүнәлтелә.
- Заправкаларҙа хәл-торошто тотороҡландырыу йәһәтенән тейешле саралар күрелде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Тик ҡайһы бер ауыл райондарында яғыулыҡ етешмәүе борсоуға һала. Был мәсьәлә буйынса ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк, ураҡ эштәре башланды.
Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры И.Фәзрахманов ауыл хужалығы предприятиеларының етерлек запас туплауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә яғыулыҡты нигеҙҙә бәләкәй заправкаларҙан алған шәхси хужалыҡтар ауыр хәлдә ҡала. Вице-премьер - республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры А.Шельдяев республика башлығы ҡушыуы буйынса булдырылған оператив штабтың был мәсьәләнең хәл ителешен көндәлек контролдә тотоуын билдәләне. Республика башлығы нефть эшкәртеүсе компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте дауам итеп, бөтә автозаправкаларҙың эше тотороҡлоланғанға тиклем шәхси контролдә тоторға ҡушты.
Яғыулыҡ буйынса Башҡортостан “Юлдаш” телеканалында һәм Төбәк менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә көн һайын ойошторолған брифингта республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин был мәсьәлә буйынса күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә. Мәҫәлән, 21 июлдәге брифингта түбәндәге мөһим һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде:
Яғыулыҡ етештереү арта, мәҫәлән, 20 июлдә бензин етештереүселәр 3,5 мең тонна яғыулыҡ тейәп оҙатҡан, әүәл уның күләме 3 меңдән кәмерәк булған. Шуға ҡарамаҫтан, бензин заправкаларында сираттар кәмемәй. Сәбәбе - ихтыяждың артыуы: АЗС-тарҙың бер өлөшө эшләмәй, ә автомобилселәр бакты тулыһынса тултырырға тырыша. Һәр машинаға яғыулыҡ тултырыу өсөн уртаса 6-7 минут кәрәк.
Шәхси заправкалар эше. Улар биржала яғыулыҡты бәләкәй партиялар менән һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгәс, эшен тергеҙә ала. Асыу перспективаһы бар - көтәбеҙ.
Ни өсөн АЗС-та бөтә колонкалар ҙа эшләмәй? Был заправкаларҙың техник шарттарына һәм проект ҡарарҙарына бәйле. Ҡорамалдар махсус рәүештә һүндерелмәй.
Яғыулыҡ менән тәьмин иткәндә ҡайһы муниципалитеттарҙа иң күп йөкләнеш - ихтыяж булыуы ла иҫәпкә алына.
Туристик йүнәлештәр – айырым иғтибар зонаһы. Башҡортостанға ҡунаҡтар күп килә һәм был яҡшы. Әммә, яғыулыҡ ҡойоу ваҡытын иҫәпкә алып, маршруттарҙы алдан планлаштырырға кәрәк.
Шаршамбы, 22 июлдә, БСТ телеканалында үткән брифингта республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов яғыулыҡ баҙарындағы хәл-торошто анализланы, башҡа бик күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡланы.
Бөгөн заправкала тынысыраҡ. Мониторинг һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә Өфөләге 31заправкала 700 самаһы машина сиратта тора. Муниципалитетҡа бер генә заправка булған 14 районда ҙур сираттар күҙәтелә.
Яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә бәйле һорауҙар һәм мөрәжәғәттәрҙе Ситуация үҙәгенең 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса ҡалдыра алаһығыҙ.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас