+20 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 07:13

Йәмиләнең хыял баҡсаһында

Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһындаСәскәләрҙе ҡылдым тамаша.Хуш еҫтәре менән йән шатлана,Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша...

Йәмиләнең хыял баҡсаһындаЙәмиләнең хыял баҡсаһында
Йәмиләнең хыял баҡсаһында

Красноусолда йәшәүсе яугир ҡатыны һәм әсәһе Йәмилә Рәжәб ҡыҙы Әбделмәнованың баҡсаһында йөрөгәндә Мәжит Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡсаһында” шиғыры үҙенән-үҙе уйға килде.
Әбделмәновтарҙың ихатаһына инеү менән сихри донъяға эләккәндәй булаһың. Ҡапҡанан кергәс тә күркәм өй буйлап, ихатаны йәмләп үҫкән раузаларҙан күҙҙәр ҡамаша. Барыһы ла шау сәскәгә төрөнгән, береһе лә бер-береһенә оҡшаш түгел, төрлө төҫлө, төрлө сортлылар. Раузаларҙан башты ҡалҡытып ҡарауға, ғәжәйеп һоҡланғыс баҡса үҙ ҡосағына тартып алды. Эскәмйәлә китап уҡып ултырыусы, гөл баҡсаһында ике йөҙгә яҡын хуш еҫле, наҙлы, күҙҙең яуын алып торған төрлө сортлы раузалар үҫтергән “раузалар батшабикәһе” лә тиҙ генә һикереп тороп ҡаршы алды. Йәмилә Рәжәб ҡыҙын шулай тип атамай ҙа мөмкин түгел. Ваҡытында бағып, тәрбиәләп торғас, бөгөн улар күҙ яуын алырлыҡ сәскәләре менән һөйөндөрөп ултыра. Һәр сәскәлә –хужабикәнең күңел йылыһы, һәр бөрөлә ныҡлыҡ сағыла. Уның “Хыялым баҡсаһы” һәм “Йәмиләлә ҡунаҡта” исемле социаль селтәр биттәре лә ошо сағыу гөлдәр менән күптәрҙең күңелен яулаған.
Егәрлелек ғаиләнән
Районыбыҙҙың Бурлы ауылында Мәүсилә менән Рәжәб Халиҡовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуып үҫкән ҡыҙ, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән. Эштән ҡурҡмаған ҡыҙ каникул ваҡытында фермала һауынсы булып эшләгән әсәһен дә алыштыра. “25 һыйырҙы ҡул менән нисек һауып өлгөргәнмен икән?” - тип, хәҙер ул саҡтарҙы көлөп иҫкә ала. “Беҙҙең өс бала – өс таған таймаҫ”, - тип әсәһе йыш ҡабатлай торған булған. Ҡыҙ ҙа был һүҙҙәрҙе онотмай, күңеленә бала саҡ йылыһын һалып ҡуйған. Бөгөн ағаһы Рәмил еңгәһе Фәйрүзә менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында, ә апаһы Рәмилә еҙнәһе Ғаяз менән Ҡормантау ауылында ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хәҙер инде ейәндәр шатлығына күмелеп йәшәй.
1990 йылда тыуған ауылында 10-сы класты уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтына юл ала Бурлы ҡыҙы. Филологиянан тыш, тарих-йәмғиәт, һуңынан мәҙәниәт фәндәре – барыһын да төплө өйрәнә һәм өс юғары белем алыуға ирешә.
Йырҙағыса...
Йәмилә Рәжәб ҡыҙының тормош юлындағы иң сағыу бит – уның Олег Валерьян улы менән мөхәббәте. Егет Бурлы ауылына туғыҙынсы класҡа уҡырға килгәс, мәктәптә беренсе тапҡыр осрашалар. Ул саҡта Йәмилә етенсе класта ғына уҡыған була. Гармунсы егет бәләкәй ҡыҙға иғтибар ҙа итмәй. Әммә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туҡталышта торғанда, автобустан килеп төшкән зәңгәр күлдәк кейгән, зәңгәр күҙле, оҙон бөҙрә сәсле, сибәрләнеп үҫеп еткән Йәмиләне күреп телһеҙ ҡала һәм ғашиҡ була. Ҡыҙ Ҡормантау ауылына апаһына килгән була. Шул көндән “Зәңгәр күлдәк кейгән, зәңгәр гөлдәр һөйгән, зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам” йыры уларҙың ғаилә гимнына әйләнә.
Олег Валерьянович 12 йәшенән “Ленинизм” колхозының билдәле комбайнсыһы Геннадий Масловтың ярҙамсыһы булып эшләй. Ә һуңынан үҙе комбайн менән иген ура. Ҡыҙ янына баҫыуҙан тура комбайында килгәне лә була. Был да онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып һаҡлана. Егет ике йыл армия сафында Венгрияла хеҙмәт бурысын үтәй. Мәктәп йылдарында уҡ бер-береһен белеп, һуңынан дуҫлашып йөрөгән Йәмилә Рәжәб ҡыҙы менән күрше Ҡормантау ауылы егете Олег Валерьянович студент йылдарында ғаилә ҡоралар.
Бер-береһенә ышанып, ғүмер буйы бергә атлаған йәштәр, береһе ауыл хужалығы университетының механика факультетын тамамлап, икенсеһе педагог һөнәре алып, иң тәүҙә Талбазыла бер аҙ уҡытҡас, тыуған яҡтары Красноусолға күсенәләр. Олег Валерьянович егерме йыллап Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында уҡыта. Һуңынан Себергә вахта ысулы менән эшләүгә күсә. 2026 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бөтә төр техниканы яҡшы белгән кеше булараҡ, үҙен унда кәрәклерәк тип таба. Ҡатмарлы техникаларҙа эш итергә Венгрияла хеҙмәт иткәндә өйрәнгән була. Ә Йәмилә Рәжәб ҡыҙы 28 йыл тормош иптәше эшләгән колледжда уҡыта. Үҙ эшен яратҡан, күңел биреп башҡарған, РБ-ның мәғариф отличнигы, юғары категориялы уҡытыусыны коллективы, студенттар, атай-әсәйҙәр ихтирам итә, хөрмәт ҡаҙанған. Әбделмәновтар өс бала - Руслан, Аделина, Тимурҙы һәм туғандары Эдуардты ла үҙ ҡосаҡтарына алып, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле улар олатай-өләсәй булып, ейәне Радель менән ейәнсәре Валерияға күңел йылыһын бүләк итәләр.
Ҡаһармандар, миҙалсылар
Эйе, Әбделмәновтарҙың балалары ла уңыштары менән һөйөндөрөп тора, ғаиләләрендә геройҙар һәм миҙал яулаусылар ғына. Оло улдары Руслан МХО-ла батырҙарса алышып, әле демобилизацияланған, Батырлыҡ өсөн миҙалы кавалеры. Ул артиллерия уты аҫтында үҙе дүрт яра алып, күп ҡан юғалтһа ла, иптәштәрен ташламаған, яралыларҙы яу яланынан сығарған ҡаһарман яугир. Ҡыҙҙары Аделина - табип. КБГИ-ны алтын миҙалға, БДМУ ординатураһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ковид осоронда Башҡортостандан Владимирға барған 25 табип араһында ул да була һәм күрһәткән ирекле ярҙамы өсөн ил Президенты В.В.Путин ҡулынан миҙал алған. Бөгөн ул ғаиләһе менән Калининградта йәшәй. Кесе улдары Тимур быйыл гимназияны көмөш миҙалға тамамлап, ата-әсәһен бик ныҡ ҡыуандырған.
Гөлдәре - ҡотҡарыусы
Ватан хаҡына яуға юлланасағын Олег Әбделмәнов тормош иптәшенә бер аҙна ҡалғас ҡына әйтә. Әлбиттә, башта хужабикәгә ныҡ ҡыйын була, һуңынан төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған гүзәл зат үҙенең хыялында йөрөткән шөғөлдәрен тормошҡа ашырырға була.
Йәмилә Рәжәб ҡыҙының көндәре гөлдәр араһында үтә. Раузалар - уның күңел дауаһы, тормош мәғәнәһе. Уның сәскәләре ябай сәскә түгел - улар тере скульптура. Һәр береһе айырым йондоҙ кеүек балҡыған матурлыҡ. Хужабикә уларҙы бар күңелен һалып тәрбиәләй, ҡарай. Ҡайһы саҡта төнгө икелә ятып, иртәнге дүрттә тағы улар эргәһенә сыға.
- Бынан өс йыл элек ныҡлап раузалар менән шөғөлләнә башлағайным, әммә сорттары күп түгел ине. Башта улым Руслан, һуңынан тормош иптәшем МХО-ға юлланғас, күңелде ауыр уйҙар биләгән һайын, раузалар һатып алып ултырта башланым. Улар менән бер аҙ онотолоп йөрөйһөң, сәскә атҡанда уларға ҡарап һоҡланып бөтә алмайһың. Тағы яҙышырға яратам, күберәк фантастикаға тартылам. Үҙемдең тормош тураһында ла яҙырға ниәтләнәм, шулай уҡ психология фәнен өйрәнергә уй бар. Миңә бындай хистәрҙе розаларым бүләк итә. Штамблы розаларҙы ҡарау ғәҙәти роза менән оҡшаш, әммә бер нисә айырма бар: мотлаҡ ышаныслы таяу (ел олондо һындырмаһын өсөн) һәм прививка яһау урынын тәрәнәйтмәй, дөрөҫ ултыртыу, - ти хужабикә.
Фантастикаға әүәҫ Йәмилә Әбделмәнованың “Ваҡыт машинаһы” тигән 12 бүлектән торған хикәйәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина төҙөгән йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан.
Уңған ҡулда ут уйнай
Уңған ғаилә үҙ тырышлыҡтары менән иркен өй һалып сыҡҡан. Алтын ҡуллы хужа йортто улы Руслан менән үҙе төҙөгән. Өй эсе лә гөл-сәскәләр менән биҙәлеп, бар ерҙән йылылыҡ бөркөлөп тора. Хужабикә бәйләй ҙә, тегә лә, аш-һыуға ла оҫта. Баҡсаһында үҫкән емеш-еләктән ҡайнатма, салат, тоҙлау, компот кеүек ризыҡтар менән ҡышҡылыҡҡа баҙын тултырып ҡуя. Бер нисә йыл элек 500 банка әҙерләмә етештереп, “Банкалағы йәй” район конкурсында еңеүсе булған. Шулай уҡ эксклюзив әйберҙәр бәйләргә ярата. Балалары бәләкәй саҡта Яңы йыл байрамы һәм башҡа кисәләргә костюмдарҙы үҙе әҙерләп кейҙергән. Әле ул саҡтағы фотоларҙы ҡарап, һәләтле кеше - бар яҡтан да һәләтле, тип ҡуяһың. Барыһына ла күңел йылыһы һалынған.
Баҡсала, теплицала емеш-еләк, йәшелсәләрҙең кинәнеп үҫеп ултырыуынан уҡ, бында күпме хеҙмәт, ваҡыт һалынғаны күренеп тора. Ижади күңелле Йәмилә Рәжәб ҡыҙы тиҙ генә яңынан-яңы идеялар уйлап таба, ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле шөғөлдәрҙе үҙләштерә һала. Уның етеҙлегенә, алсаҡлығына, тормошта кәрәген генә тотоп ҡала белеү маһирлығына, күп белеүенә хайран ҡалырлыҡ.
Баҡсаны тағы ла йәмләп, сәскәләр араһына төрлө һындар, фонарҙар ҡуйылған. Раузаларҙан тыш башҡа төрлө сәскәләр ҙә, туя, алмағастар, төрлө сортлы ағас еләктәре, башҡа бик күп үҫентеләр үҫеп ултыра. Баҡсаны иркенәйтеп, тағы ла матурларға уйлай хужабикә. “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр”, - тигәндәй, тырышлығы, уңғанлығы менән ерҙә гүзәллек тыуҙырыусылар, тормошто гөл иткән ҡатын-ҡыҙҙар булғанда ил-йортобоҙҙан ҡот китмәҫ. Бөгөнгө көндә МХО-ла булған тормош иптәше лә донъяларын нурға күмгән зәңгәр күҙле, гөлдәр яратҡан ҡатынына гармун моңдарын ошо баҡсала күп тапҡырҙар яңғыратыр әле. Ихаталары һәр кем өсөн асыҡ булған “Хыял баҡсаһында” һис шикһеҙ моң һәм матурлыҡ ҡына бөркөлөп торор.

Йәмиләнең хыял баҡсаһында
Йәмиләнең хыял баҡсаһында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас