+16 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля , 05:21

“Йәштәр ваҡыты”: илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!

Июндә “Форсат” йәштәр үҙәгендә “Йәштәр ваҡыты” исемле илһамландырырлыҡ акция үтте. Был районыбыҙҙың сағыу, әүҙем, уңышлы һәм маҡсатлы йәштәренең осрашыуы ине.

“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
“Йәштәр ваҡыты”: илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!

“Форсат” йәштәр үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Эльвира Саранцева башланғысында “Беренселәр хәрәкәте” менән берлектә уҙғарылған сараға районыбыҙҙа төпләнеп, төрлө өлкәлә әүҙем эшмәкәрлек алып барған йәштәр саҡырылғайны. Улар араһында районыбыҙ дауаханаһында яңы эш башлаған табип-хирург Тимур Бикмәтов, йәш шәхси эшҡыуарҙар: үҙ икмәкханаһын асып, бай ассортиментта икмәк бешереү менән шөғөлләнгән Тимур Фәхретдинов (район Советы депутаты һәм Совет рәйесе урынбаҫары ла), үҙ мәктәбен асып эшләүсе инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Фәйзуллина (репетитор ҙа булған), үҙ пилорамаһын булдырып, дүрт йыл эшҡыуарлыҡта ағас материалдар етештереп һатыу менән шөғөлләнеүсе Айҙар Мусин, маникюр салоны асҡан маникюр оҫтаһы Яна Рәхимова бар ине. Улар үҙҙәренең тарихтары менән уртаҡлашты: нисек уңышҡа ирешеүҙәре, үҙ юлдарын һәм һөнәрҙәрен табыуҙары, ә иң мөһиме - ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, үҙ маҡсаттарына табан атлауҙары тураһында һөйләнеләр. Тимур Фәхретдинов буш ҡул менән килмәгән – йәштәргә китаптар бүләк итте һәм мәктәп тамамлап, һөнәр алғас, үҙҙәрен ситтә түгел, ә тыуған яҡтарында табыуҙарын теләне.
Осрашыу йылы һәм йәнле мөхиттә үтте. “Беренселәр хәрәкәте” әүҙемселәре һәм ирекмәндәре һәр спикерҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Был уларҙың үҙҙәре һәм эшмәкәрлектәре тураһында һөйләү генә түгел, ә ныҡышмалылыҡ һәм үҙ-үҙеңә ышаныс менән һуғарылған ысын тормош һабаҡтары ине.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, Э.Саранцева сарала ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм “Йәштәр ваҡыты” акцияһының онлайн-форматта дауам итеүен билдәләп үтте.
Сара иҫтәлеккә күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.

“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
“Йәштәр ваҡыты”:  илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
“Йәштәр ваҡыты”: илһамландырырлыҡ уңыш тарихтары!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас