

Оло байрам бөгөн беҙҙә,
Ырыуҙаштар йыйыла.
Ата - бабалар мираҫы -
Шәжәрә байрамына, тигән шиғыр юлдары менән башланды Монасип тоҡомдарының шәжәрә байрамы.
- Бөгөн беҙ изгеләрҙән-изге бурысыбыҙҙы үтәргә - нәҫел ебен барларға йыйылдыҡ. Ни өсөн быйыл тиһегеҙме, сөнки быйылғы йыл Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ителде, - тип һүҙ башланы йыйынды ойоштороусы һәм матур итеп алып барыусы киленебеҙ Гөлсинә Кинйәбаева. - Шәжәрә - борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә, бер туған кешеләрҙең танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә кеше иҫәбе генә түгел, нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән. Ошо яғы менән шәжәрә - тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Бөгөн беҙ шәжәрә байрамына, туғандар байрамына, бер атанан таралған ырыуҙаштар байрамына йыйылдыҡ. Иң тәүҙә мәрхүм-мәрхүмә нәҫелдәштәребеҙҙең рухына, йәш быуындың яҡты киләсәгенә, донъяларҙың тыныслығына, туғандарҙың татыулығына бағышлап доға ҡылайыҡ, - тип шәжәрә байрамына фатиха бирер өсөн сәхнә түренә Рәшит хәҙрәтте саҡырҙы.
1740-1810 йылдарҙа йәшәгән Мантайҙан 1771 йылда Монасип тыуа һәм унан башлап Монасипов фамилияһы, быуаттан-быуатҡа күсеп, бөгөнгө йәш быуынға тиклем килеп еткән. Шәжәрә байрамына 120-нән ашыу нәҫелдәш туғандар йыйылғайны.
Клубтың түрендә Монасиповтар шәжәрәһе урын алған. Унан күренеүенсә, Мантайҙан (1740) - Монасип (1771), Монасиптан - Аллағол (1801), Аллағолдан - Сиражетдин (1829), Сиражетдиндан - Сәйфетдин (1859), Сәйфетдиндән бөгөнгө йыйында ҡатнашыусы Сәйетгәрәй, Айытбай, Таһир вариҫтарының олатаһы Хисаметдин (1903-1943) тыуған. Байрамда шулай уҡ Мантай - Монасип - Аллағол - Минһажетдин (1845) - Ғәфиәтулла (1899) тармағынан Хатмулла (1939) олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡатнашты.
Монасиповтар нәҫеле бик тармаҡлы булып, һәр быуында 6-10 бала теркәлгән, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер нәҫел аралары менән күптән бәйләнеш өҙөлгән. Бөгөнгө сара яҡындан аралашҡан туғандар менән осрашып күрешеү өсөн генә түгел, өҙөлгән ептәрҙе бәйләү, ҡалған туғандар менән бәйләнеш булдырыу, йәш балаларҙы күрештереү, таныштырыу маҡсатынан ойошторолғайны. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Кәбир Таһир улы башҡарған "Шәжәрә" йырында әйтелгәнсә:
Яҡынайһын бар туғандар,
Йыраҡлашмаһын ара...
Артабан бер-бер артлы Сәйетгәрәй, Айытбай, Таһир, Хатмулла балалары сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәре менән таныштырҙы.
- Һәр кешенең яҙмышында ғаилә мөһим роль уйнай. Беҙ бала саҡтан үҫеп буй еткергәнсе атай-әсәй, олатай-өләсәйҙең тупылдатып һөйөүҙәренән, наҙ тулы ҡараштарынан, иркәләп өндәшеүҙәренән сикһеҙ рәхәтлек кисерәбеҙ, үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ, ғаиләлә тәрбиә һәм тормош һабаҡтары алабыҙ. Атайыбыҙ Сәйетгәрәй Хисаметдин улы менән инәйебеҙ Әнисә Тайып ҡыҙы Мәндем урман пунктына Баянды ауылынан 1962 йылдың апрелендә күсеп килә. Баяндыла Салауат, Әсҡәт, Әүхәт ағайымдар тыуа, мин, Зөлфәр, Рәшит туғанымдар Мәндемдә донъяға килгәнбеҙ, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Фәниә Сәйетгәрәй ҡыҙы.
Сәйетгәрәй 1928 йылдың 10 мартында Иҫке Тайыш ауылында Хисаметдин Сәйфетдин улы һәм Мәрфуға Әбделбасир ҡыҙы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ҡатыны Әнисә менән 57 йыл бергә ғүмер итәләр, 6 бала тәрбиәләйҙәр. Ул "За трудовую доблесть", "Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы", бер нисә тапҡыр Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә, фотоһы ике йыл рәттән “Башлес”тың Почёт таҡтаһына ҡуйыла.
Сәйетгәрәй менән Әнисә ҡура тултырып мал аҫрай, буш ваҡыттарында ҡулдарынан "Ағиҙел" журналы, гәзиттәр төшмәй, район, республика, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар булып йәшәйҙәр, әүҙем йәмәғәтсе булалар, алты балаһында ла белемгә, тырыш хеҙмәткә ынтылыш, тормошҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр. Улар 16 ейән-ейәнсәргә, 29 бүлә-бүләсәргә олатай-өләсәй, тик үҙҙәре генә яҡты донъяла юҡ.
Улдары Салауат - хеҙмәт ветераны, 49 йыл эш стажына эйә, урман хужалығы техникумын тамамлаған, өлкән мастер, оператор булып эшләгән; арыш араһында бер бөртөк бойҙай кеүек, өс ағаһы араһында үҫкән берҙән-бер ҡыҙ Фәниә - юғары белемле педагог, хеҙмәт ветераны; Рәшиттең өс юғары белеме бар, ул отставкалағы подполковник, РФ Президенты В.В.Путиндың Маҡтау грамотаһы, "За боевые отличия", "За отличие в службе", "За доблесть в службе", "За ратную доблесть", "За воинскую доблесть 2-ой степени", "За боевое содружество", "За службу России", "За верность долгу", Жуков, МВД ветераны миҙалдары, "МВД-ның Почётлы хеҙмәткәре” билдәләре кавалеры, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Хәрби коммиссариат начальнигы, Бөрйән районы хакимиәт башлығы урынбаҫары кеүек яуаплы вазифаларға эйә булды.
Әүхәт менән Зөлфәр икеһе лә водитель булып эшләне, афған һуғышы ветерандары, миҙалдар менән бүләкләнгәндәр; Әсҡәт 40 йылдан артыҡ Магнитогорск ҡалаһында комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны.
Бөгөнгө көндә Сәйетгәрәй менән Әнисәнең ҙур татыу ғаиләһендә 8 медицина хеҙмәткәре, 8 юғары белемле педагог, ауыл хужалығы белгестәре, культуролог, инженер һөнәренә эйә булыусылар бар.
Айытбай Хисаметдин улы 1933 йылда ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Ағаһы Сәйетгәрәй менән, һуғыш осоро балалары булараҡ, ил өҫтөнә төшкән тормош михнәттәрен, атайһыҙ үҫеүҙең барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый.
Әрменән ҡайтҡас, водитель, тракторсы, станоксы булып эшләй, ҡайҙа ғына эшләһә лә, вазифаһына яуаплы ҡарай, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, хеҙмәт ветераны, өс ул, өс ҡыҙға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылда ҡыҙҙарҙың бәләкәйе ауырып вафат була, ҡатыны Мәрүә Исмәғил ҡыҙы менән үҙе лә байтаҡтан мәрхүмдәр.
Оло ҡыҙҙары Роза Кәлимуллина БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, улы Булатбай урман хужалығы техникумын тамамлаған механик-водитель, шәхси эшҡыуар, ике сауҙа нөктәһе тота, шәхси клиника асҡан; Айҙар менән Илдар ҙа водителдәр, Айҙар хаҡлы ялда, Гүзәл Өфө ҡалаһында йәшәй, хеҙмәт ветераны.
Айытбай менән Мәрүә Монасиповтар 11 ейән-ейәнсәргә, 12 бүлә-бүләсәргә олатай һәм өләсәй. Ике ейәнсәре махсус белемле медицина хеҙмәткәре, килендәре - акушер-гинеколог, араларында юғары белемле педагогтар, инженерҙар бар, 2025 йылда ейәндәре Заһит МХО-ла һәләк булды.
Монасипов Таһир Сәйфетдин улы 1915 йылда Иҫке Тайыш ауылында тыуған. Һуғыш башланыу менән фронтҡа алына. Ленинградты азат итеүҙә ҡатнаша һәм бөтә Европаны урап уҙып, Берлинғаса барып етә, "За оборону Ленинграда", "За оборону Варшавы", "За оборону Праги", "За взятие Берлина", Еңеү байрамына ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, ферма мөдире кеүек вазифалар башҡара, коммунистар сафына алына. Һуғышҡа тиклем Йомабикә инәй менән Миңнира һәм Заһир исемле ике бала үҫтерә, һуғыштан һуң Сәлхиҙә Шакир ҡыҙына өйләнеп, йәнә биш балаға ғүмер бирәләр: Әлфиә, Кәбир, Хәбир иҫәндәр, Сабир менән Кәрим мәрхүмдәр. Һуғыш яралары тыныслыҡ бирмәй, Таһир олатай 1973 йылда 58 йәшендә генә вафат була. Ике ҡатынынан тыуған балалар бөгөнгө көндә бер төптән булып, ҡайғы- шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, бик татыу йәшәйҙәр. Шәжәрә байрамына ла Миңнира Таһир ҡыҙының өс балаһы, Сәлхиҙә өләсәйҙең ике улы, уларҙың балалары ҙур теләк менән килде, моңло тауышлы Кәбир ағай, Раушания, Сәлим туғандарға матур йырҙарын бүләк итте.
Кәбир Таһир улын район халҡы ғына түгел, бар республикала талантлы йырсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ беләләр. Уның ҡыҙы Ҡазан ҡалаһында ҙур Медиахолдинг филиалының директоры булып эшләһә, улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында икмәк заводында администратор.
Таһир Монасиповтың ейәнсәре Розалия Төхвәтуллина 42 йыл БСТ телевидениеһында эшләп хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны, уның ҡыҙы Мәскәү ҡалаһында йәшәй, магистратурала көнсығыш телдәре факультетында ҡытай телен өйрәнә. Икенсе ейәнсәре Раушания юғары белемле педагог, ике ҡыҙ әсәһе. Ейәне Сәлим 1997 йылда медицина университетын тамамлай, уның улы инженер-конструктор, ҡыҙы юғары белемле, Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Таһир Хисаметдин улының башҡа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә тормошта үҙ урынын тапҡандар.
Шәжәрә байрамында шулай уҡ Монасип - Аллағол - Минһажетдин - Ғәфиәтулла - Хатмулла араһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Радик, Ринат, Ришат, Гүзәл Монасиповтар исеменән сығыш яһап, акушер-гинеколог һөнәрен һайлаған өс бала әсәһе Регина Радик ҡыҙы бөтә туғандары исеменән ошо күркәм ғаилә, нәҫел байрамын ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Сәхнә түрендәге сығыштар йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Монасиповтар нәҫеле хеҙмәт ҡаҙаныштары менән генә данлыҡлы түгел, йыр-бейеүгә лә оҫталар, маһирҙар. Таһир вариҫтары - Кәбир, Сәлим, Раушания, Сәйетгәрәйҙең ҡыҙы - Фәниә, Айытбайҙың ейәнсәре Оксана атай йорто, туғандар берҙәмлеге, ғүмерҙең фанилығы тураһында күңелдәргә үтеп инерлек моңло йырҙар башҡарһа, Алтынай Вәлишина менән Минзәлә Монасипованың бейеүен бөтәһе лә һоҡланып ҡабул итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Шәйәхмәтов, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллиндың сығыштары байрамға йәм өҫтәне.
Шәжәрә байрамының тантаналы өлөшө Кәбир Монасипов башҡарыуындағы "Алтын тау эҙләмәгеҙ" тигән йыр менән тамамланды. Ысынлап та, "алтындан ҡәҙерлерәк, көмөштән ҡиммәтерәк туғандарҙың бергә булыуы".
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола буйынса төпсөк ул ата нигеҙен һыуытмаҫҡа тейеш. Шуны иҫтә тотоп, шәжәрә байрамын ойоштороусы Рәшит Сәйетгәрәй улы бөгөнгө көндә атай йортон заманса ремонтлап, тирә-яғын профнастил менән кәртәләп, 40-тан артыҡ умарта тотоп, киленебеҙ менән емеш-еләк, йәшелсә, гөл-сәскәләр үҫтереп, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тыуып-үҫкән йортта йәшәй.
Байрамса биҙәлгән тап ошо ихата алдына ҡуйылған тирмәлә түшәлгән балаҫтарға ултырып, ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡ булһа, ололар һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында саф һауалағы сатыр аҫтында аралашыуҙы дауам итте. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо, ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә бүләктәр алып һөйөндө, барыһы ла гармун, ҡурай моңо аҫтында рәхәтләнеп күңел асты. Көнө лә ҡояшлы, йылы булды, теләгәндәр эргәлә генә ағып ятҡан йылғала һыу инергә, кәмәлә йөҙөргә лә өлгөрҙө, балалар майҙансығы ла буш торманы.
Йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгәндәр икенсе, өсөнсө көнгә лә Мәндемдә ҡалдылар, хужаға йүкә балы ағыҙырға ярҙам иттеләр, ҡатын-ҡыҙҙар урманға барып ҡурай еләге йыйҙы. Көтөп алған Шәжәрә байрамы күңелдәрҙе бөтәйтеп, туғанлыҡ ептәрен нығытып үтеп тә китте, иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәр тарих булып ҡалды.
Монасип тоҡомоноң шәжәрә ағасы төҙөлдө. Киләсәктә ағас тағы ла тармаҡланыр, яңы исемдәр менән тулыланыр, өҙөлгән ептәр ялғаныр, иншаАллаһ.
Рәмзиә Монасипова, мәғариф ветераны.