

Тыумышы менән Ташбүкән ауылынан ул. Ата-әсәһе Ҡаҙағстан тарафтарына күсеп киткәндә сабый бала ғына булған. Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, кендек ҡаны тамған ер үҙенә тартып, иртәме-һуңмы кире шунда әйләнеп ҡайта, тиҙәр. Ысындыр. Сит тарафтарҙа уҡып, белем алған һәм ир ҡорона еткән Ғәлим Ҡадир улы ла 1991 йылда Ташбүкәнгә ҡайтып төпләнә. Бөтә күңеле, булмышы менән дингә тартылған Ғәлим Өфөлә Ризаитдин Фәхретдин исемендәге мәҙрәсәлә белем ала. 2023 йылда Ғәлим хәҙрәт махсус хәрби операция башланғандан бирле күңелендә йөрөткән ниәтен тормошҡа ашыра - Оборона министрлығы менән килешеү нигеҙендә алғы һыҙыҡҡа юллана.
- Башта Һамарҙа хәрби әҙерлек үттек. Августа Луганский йүнәлешендә инем инде. “Башҡортостан” полкы составында штурмлаусы булып хеҙмәт итә башланым. Ҡулда ҡорал булһа ла намаҙымды ҡалдырмаҫҡа тырыштым, гелән доғала булдым, - ти Ғәлим хәҙрәт.
Бөгөн иһә ул командирҙың диндар яугирҙар менән эшләү буйынса штаттан тыш ярҙамсыһы вазифаһында хеҙмәт итә.
- Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, дөрөҫөрәге, эшегеҙҙең төп асылы нимәлә? - тип ҡыҙыҡһынам унан.
- Һуғыш шарттарында дин башҡорт ғәскәрендә тәртип, берҙәмлекте һаҡлаусы, һалдаттарҙың рухын нығытыусы ролен үтәй. Борондан һәр ғәскәрҙә дин эшмәкәрҙәре, полк имамдары булып, улар һалдаттар араһында аңлатыу эше алып барған, уларҙың рухи тотороҡлоғон тәьмин иткән. Муллалар хатта һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт иткән, - тип һүҙҙе тарихтан башланы Ғәлим хәҙрәт. - Махсус хәрби операция башланғас та тәүге көндәрҙән тигәндәй дин әһелдәре Хәмзә хәҙрәт менән протоиерей Виктор Иванов МХО-лағы яугирҙар янында булды. Дини байрамдар үткәрелде. Һуғышта атеистар юҡ, барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең яҡлауына һәм ярҙамына ышанабыҙ. Аҙым һайын үлем һағалағанда башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Унда һәр кемдең күңеле йомшара. Айырыуса иптәштәре һәләк булғанын күргән егеттәр рухи яҡтан бирешергә мөмкин. Тап ана шундай ауыр саҡта беҙҙең ярҙам талап ителә. Беҙ егеттәргә рухи һәм психологик яҡтан ярҙам күрһәтәбеҙ. Буш ваҡытта мотлаҡ вәғәз һөйләйбеҙ, йомалар, дини байрамдар үткәрәбеҙ.
- Ә мотлаҡ булған талаптарҙы үтәү өсөн мөмкинлектәр бармы һуң?
- Ер аҫтында, блиндаждарҙа егеттәр үҙҙәре махсус айырым бүлмә эшләп, йыһазландырып ҡуйҙылар. Посылкалар менән дини китаптар, бетеүҙәр килә. Динде айырып ҡарау юҡ бында. Билдәләп үткәнемсә, барыбыҙ ҙа бер Аллаһы Тәғәләгә табынабыҙ һәм ышанабыҙ. Кеше өсөн иң мөһиме — уның эске ныҡлығы, йәғни иманы. Иманы көслө һәм ул үҙе Аллаһ юлында икән, эштәре лә ышаныслы һәм һөҙөмтәле буласаҡ.
Яугирҙарҙың да төрлөһө бар, әлбиттә. “Мин үлемдән ҡурҡмайым”, йә булмаһа “доғалар миңә нисек ярҙам итһен?” тип әйтеүселәр ҙә булғылай. Үлемгә күнегеп булмай, әммә яуҙа һәләк булған ил һаҡсыһы шәһит буласағын һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Шәһит – Аллаһы Тәғәләнең иң һөйөклө ҡоло. Ҡөрьән буйынса, яу яланында башын һалған яугирҙар шәһит булып әхирәткә күсәсәк һәм йәннәт менән бүләкләнәсәк. Изге Библияла ла был хаҡта әйтелә, тип аңлатам уларға. Аңлайҙар, төшөнәләр. Һөжүмгә юлланғанда Аллаһы Тәғәләне иҫкә алып, унан ярҙам һорап, доға ҡылалар. Йәнә шуны әйтке килә, тылдағылар ҙа йышыраҡ мәсеткә барып, һәләк булғандар рухына бағышлап һәм бөгөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың именлеге өсөн ҡөрьән уҡып, доға ҡылһындар ине...
Ғәлим хәҙрәттең хеҙмәте, яугирҙарға рухи ярҙамы командование тарафынан тейешенсә баһалана. Ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул штурмлаусы булған ваҡытта уҡ “Шайморатов”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Уның күкрәген шулай уҡ “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” һәм “За волю и веру” (“Иман һәм ихтыяр өсөн”) миҙалдары биҙәй.
- Сибай, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Ғафури егеттәре менән бергәбеҙ. Һәр тарафтан ярҙам килеп тора. Даими ярҙамдары өсөн Ташбүкән ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ауылдаштарыма, тотош район халҡына һәм етәкселегенә барса хеҙмәттәштәрем - “Башҡортостан” полкы яугирҙары исеменән рәхмәт еткергем килә, - тине Ғәлим хәҙрәт әңгәмә аҙағында. - Шулай уҡ тотош Башҡортостан халҡына рәхмәтлебеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе лә килде беҙҙең полкка. Бындай осрашыуҙар һәм посылкалар тыл менән алғы һыҙыҡтың тығыҙ бәйләнештә, бергә булыуын дәлилләп, беҙҙең рухты нығыта, көс бирә...
Ихлас һәм фәһемле һөйләшеү өсөн яҡын көндәрҙә йәнә хеҙмәттәштәре янына юлланасаҡ Ғәлим хәҙрәткә рәхмәт әйтеп, уның һәм махсус хәрби операция биләмәһендәге барса яугирҙарҙың Аллаһы тәғәлә ярҙамы һәм һаҡлауында булып, иҫән-имен һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.