+21 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Августа , 05:09

Һеҙ - халыҡ өсөн ысын таяныс

27 июлдә Башҡортостанда Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Красноусол ауылындағы “Минең документтарым” бүлексәһе өсөн был дата үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөү, командаға рәхмәт белдереү һәм киләсәккә күҙ һалыу, пландар ҡороу өсөн бер сәбәп булып тора.

Һеҙ - халыҡ өсөн ысын таянысҺеҙ - халыҡ өсөн ысын таяныс
Һеҙ - халыҡ өсөн ысын таяныс

Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе 2015 йылдың 10 ноябрендә үҙ ишектәрен асты. Ошо йылдар арауығында офис район халҡы өсөн ҡатмарлы бюрократик процедуралар аңлайышлы аҙымдарға әйләнеп, кешеләрҙе дәүләткә яҡынайтҡан, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе еңелләштергән мөһим бер урынға әйләнде. Бөгөн Үҙәктә ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеүсе 8 тәҙрә эшләй. Беҙҙең команда бүлмәләрҙә ултырып эшләү менән генә сикләнмәй, халыҡ араһына - ауылдарға ла сыға. Аҡкүл һәм Сәйетбаба ауылдарында ике стационар - ТОСП (Территориаль бүлендек структур подразделениелар), шулай уҡ Табын ауылында ТОСП эшләй. Бынан тыш белгестәр даими рәүештә Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡарағай һәм Ҡауарҙы хеҙмәтләндереү пункттарына сығып, ҡабул итеүҙәр ойоштора.
Офиста килеүселәр өсөн һанлаштырылған уңайлылыҡ булдырыуға айырым иғтибар бирелә. Ғариза биреүселәр өсөн өс дөйөм инеү компьютеры урынлаштырылған Ҡулланыусыны оҙатыу секторы ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла. Бында әйҙәүсе белгес Лилиә Шәмсетдинова килеүселәргә Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә, сайттар менән файҙаланырға, хатта телефонға ҡушымта ҡуйырға өйрәтә һәм ярҙам итә. Шулай уҡ бында һәр шаршамбы 12.00-дан 15.00 сәғәткәсә ”Ҙур ведомстволар тәҙрәһе” асылып, Стәрлетамаҡ ҡалаһы РЦСПН ДКУ-һы белгестәре, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, БР Эске эштәр министрлығы, Росреестр, Роспотребнадзор вәкилдәренән видеоконсультация алырға була. Видео ҡабул итеүгә түбәндәге телефон номерҙары буйынса яҙылырға мөмкин: 7(347)246-55-33, 7(927)33-33-100.
Һәр Үҙәктең төп көсө - уның хеҙмәткәрҙәре. Красноусол бүлексәһендә ныҡлы һәм ышаныслы команда тупланды. Остаздарҙың тәжрибәһе йәштәрҙең яңыса ҡарашы менән берләшә. Күп функциялы үҙәкте булдырыуҙың башланғысында Елена Ғәли ҡыҙы үҙе тороп, уның офис булдырыуға, берҙәм коллектив туплауға һәм юғары хеҙмәтләндереү стандарттарын индереүгә һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн процестарға операцион төркөм бүлексәһе начальнигы Зилиә Мирзаянова һәм артабанғы контролдең баш белгесе Гөлнара Әхтәмова ышаныслы етәкселек итә. Уларҙың компетентлығы, сабырлығы һәм эште ойоштороу оҫталығы юғары сифат стандартын билдәләй.
Бүлексәнең нигеҙе - Надежда Кутушева, Зәлиә Зәйнетдинова һәм Русалина Иҙрисова кеүек тәжрибәле белгестәр. Уларҙың һөнәри оҫталығын коллегалары ла, халыҡ та билдәләй, деталдәргә иғтибарлылығы һәм һәр ғариза биреүсе менән уртаҡ тел таба белеүҙәре офистың визит карточкаһы булып тора. Эстафетаны йәштәрҙең төплө үҙләштереүе бик тә ҡыуаныслы. Командаға йәш белгестәр Эльвира Зәйнуллина, Виолетта Дашкова, Алһыу Ҡотлоғужина һәм Лиана Сәйғәфәрова ышаныслы ҡушылды. Уларҙың энергияһы һәм заманса ҡарашы остаздарҙың аҡыллылығын бик яҡшы тулыландыра.
Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө район халҡы өсөн социаль түләүҙәрҙе юллауҙан башлап күсемһеҙ милекте теркәүгә тиклем көн һайын мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүселәргә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдереү мөмкинлеге лә. Бында һәр хеҙмәт ихласлыҡ менән күрһәтелә, ә һәр килеүсе үҙен ишеткәнде тоя һәм аңлай. Красноусол ауылының Күп функциялы үҙәге коллективына ныҡлы һаулыҡ, һөнәри уңыштар һәм командала йылы мөнәсәбәттәр теләйбеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт - һеҙ район халҡы өсөн ысын таяныс.

М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас