+20 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Августа , 09:50

Красноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырға

29 июлдә “Красноусол” шифаханаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендә Ғафури районында шифахана-курорт өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе уҙғарылып, унда Республика Хөкүмәте һәм профилле министрлыҡтар вәкилдәре ҡатнашты.

Красноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырғаКрасноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырға
Красноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырға

Төп доклад менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Юрьевна Полянская сығыш яһап, төбәк шифаханаларының финанс күрһәткестәренең артыуын билдәләне.
Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын, ашҡаҙан-эсәк юлы һәм тире ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм дауалауға махсуслашҡан Красноусол балалар шифаханаһын яңыртыу кәрәклеге хаҡында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәзиф улы Рәхмәтуллин һөйләне.
“Красноусол” шифаханаһы генераль директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов шифаханабыҙҙың ағымдағы эш һөҙөмтәләре тураһында доклад менән сығыш яһаны, үткән осорҙағы эшмәкәрлектең төп күрһәткестәрен һәм үҫеш пландарын билдәләне.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Радий Фәрит улы Наталья Юрьевнаға, Айрат Рәзиф улына һәм Рәмил Рафаил улына балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Красноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырға
Красноусол балалар шифаханаһы эшмәкәрлеген камиллаштырырға
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас